«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



04.10.2013 Үәт, ҡыҙыҡ!

Матур ҡатын-ҡыҙ бер ваҡытта ла ир-аттың муйынына аҫылынмай, ә елкәһенә генә менеп ултыра.

* * *
– Алло, хәйерле көн! Һеҙҙең депрессияғыҙ тамамлана. Оҙай­тасаҡ­һығыҙмы?

* * *
Интернет яңылыҡтары. «Япо­нияла донъяла беренсе тапҡыр виртуаль туй үткәрҙеләр. 4000 гигабайт ҡунаҡ саҡырылғайны».

* * *
Беҙ иҫ киткес заманда йәшәйбеҙ: хатаһыҙ яҙып ебәргән хаты менән егет ҡыҙының һушын аласаҡ.

* * *
Идеаль ир – эштән ваҡытында ҡайта, аҙыҡ-түлек һатып ала, аш-һыу әҙерләй, һауыт-һаба йыуа, балалар менән шөғөлләнә. Бынан шундай һығымта яһарға була: идеаль ир – ул ҡатын.

* * *
– Элек матур һәм зифа буйлылар хаҡында хыяллана инем. Ә хәҙер яҡшы холоҡло һәм ул тиклем үк ҡиммәт булмағандар хаҡында.

* * *
Предприятиеларға финанс белгестәре әҙерләүсе факультеттың дүртенсе курсында имтихан бара. Профессор икенсе аудиторияға осоп тигәндәй килеп инә лә, хеҙмәттәшенә:
– Ҡотҡар, бер ауырлы студентканы ике «икеле» тоҡсайына алмаштырам, – ти.

* * *
Бер ҡыҙ әхирәтенә зарлана:
– Ул мине яратмай, гел генә һуға!
– Иреңме ни?
– Ниндәй ир? Ток!

* * *
Ишек алдында ике ҡарсыҡ:
– Минеңсә, – ти береһе – һаулыҡтан да ҡиммәтерәк нәмә юҡ.
– Ысынлап та, шулай, – тип килешә икенсеһе, – ауырып киткәндә табиптарға түләүҙе алмағанда.

* * *
– Беҙҙең районда хайуандар өсөн берәй магазинды белмәй­һеңме?
– Ә, һин, моғайын, тәүлек әйләнәһенә эшләгән, иҫерткес эсемлектәр һатылған магазин хаҡында һорайһыңдыр.

* * *
Бер ир табипҡа килә:
– Ныҡ итеп тамағым ауырта. Әммә минең үҙ ысулым бар – бер рюмка коньяк эсеп ҡуям да, бөтәһе лә ҡул менән һыпырып ташлағандай була.
– Тағы нимәгеҙ ауырта? – ти табип.
– Йөрәгем тотоп ала, үләм тип торам. Әммә мин шулай уҡ дауаланам.
– Үҙегеҙ дауаланғас, миңә ни өсөн килдегеҙ һуң? – тип аптырай табип.
– Һауыҡтырығыҙ мине, табип әфәнде, үтенеп һорайым, юғиһә хәҙер коньяк бик ҡиммәтләнде бит.

* * *
– Ни өсөн хәҙер кешеләр шул тиклем ҡаты бәғерле икән?
– Ниңә улай тиһең? Кем ҡыйыр­һытты?
– Ә һин аллергиянан үлгән кешеләргә ҡуйылған һәйкәл эргәһендә көн һайын тере сәскәләр ҡуйылғанына иғтибар иткәнең бармы?

* * *
Балыҡсының иң ҡурҡыныс төшө: ул үлеп киткән, ә ҡатыны бөтә балыҡсы кәрәк-яраҡтарын уның әйткән хаҡына һата.

* * *
Ҡатын-ҡыҙ һәр ваҡыт 18-ҙә. Ә ҡалғандары – стаж.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға