16.11.2010 Үәт, ҡыҙыҡ!
Ришүәт алмаусы табиптар төркөмө арзан хаҡҡа ҙур күләмдә кәнфит, сәскә, шарап, коньяк һәм башҡа бик күп нәмә тәҡдим итә.
* * *
– Оло һәм таҙа мөхәббәт теләйһеңме?
– Күпмегә таҙараҡ?
– 100 процентҡа.
– Ә күпмегә олораҡ?
– Статистикаға ярашлы.
* * *
ҡатыны командировканан ҡайтһа, өйҙөң аҫты өҫкә килгән: иҙән бысраҡ, йыуылмаған һауыт-һаба өйөлгән, бүлмәлә тәмәке еҫе, ҡырынмаған ире, диванда һуҙылып ятып, футбол ҡарай. ҡатыны:
– Өс аҙна өйҙә булманым, ә һин миңә бер йылы һүҙ ҙә әйтмәйһең, – ти.
Ире ҡатынына борола һәм һуҙып:
– Рәх-мә-әт, – ти.
* * *
Телефон аша мөхәббәттә аңлашыу. Егет:
– ҡәҙерлем! Мин башҡаса һинән башҡа йәшәй алмайым! Һине тормоштағы бөтә ауырлыҡтарҙан да ҡурсаларға, ярҙам итергә, ғүмерем буйы өҙөлөп яратырға әҙермен. Әгәр мине ташлап китһәң, бөтә Ер шарын әйләнеп сығып, барыбер һине табасаҡмын, һөйөклөм. Мин диңгеҙҙәрҙе, урмандарҙы һәм осо-ҡырыйы күренмәгән сүллектәрҙе лә һинең өсөн йырып үтәсәкмен.
ҡыҙ:
– Мөхәббәтем минең! Хәҙер үк кил! Мин һине түҙемһеҙлек менән көтәм!
– Тик бөгөн түгел, – тигән егет ауыҙ эсенән генә. – Тышта ямғыр бит...
* * *
Ир-атҡа ҡатын-ҡыҙ кәрәк. Сөнки бөтә нәмәне лә хөкүмәткә ауҙарып булмай бит.
* * *
ҡатын-ҡыҙҙың логикаһына шаҡ ҡатырлыҡ:
– Мин һине яратам! Шуның өсөн һин миңә тейешһең!
* * *
– Ғәли! Ғәли-и-и!
– (Йоҡо аралаш). Эйе, нимә булды?
– Ишетәһеңме, Ғәли, ә һин мине яратаһыңмы?
– Эм-м... Был тағы ниндәй һорау алыу? Әлбиттә, яратам!
– Ысынлапмы?
– Юҡ, һал телефонды!
* * *
Егет ҡыҙға:
– Һиңә ҡарата мөхәббәтем шул тиклем көслө, хатта артыңдан тамуҡҡа ла барыр инем... Һине үҙемдеке итер өсөн, хатта шайтан, иблис менән дә осрашырға әҙермен, – ти.
– Улайһа, минең әсәйем менән һөйләш, – тигән ҡыҙ.