«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Иң оҫта балтасының өйө



20.09.2013 Иң оҫта балтасының өйө

иң яҡшыһы булырға тейешме?..
Ауылыбыҙ ҙур булғас, унда элек-электән бер үк исемде йөрөтөүсе кешеләр ҙә йыш осраған. Уларҙы бер-береһенән айырыу өсөн йә ҡушаматын, йә һөнәрен ҡушып атарға тура килгән. Ошо сәбәпле йыш ҡына ҡыҙыҡлы хәлдәр ҙә килеп сыҡҡылаған.
Был ваҡиға, ҡарттар хәтерләүенсә, Бөйөк Ватан һуғышына ҡәҙәр булған. Колхоз идараһы ҡаршыһындағы баҙар майҙанында идараға килгән ир-ат, йыйылышып, гәп һатырға яратҡан.
Берҙән-бер көндө, сәсеүҙе тамамлап, бесәнгә ҡәҙәр буш торған арала, кисләтеп кенә әлеге майҙанға йыйылышҡан ирҙәр янына яҡшы ат егелгән ике тәгәрмәсле еңел арбала бер сит кеше килеп туҡтай. Русса иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас, ул балта оҫтаһы Шах-Мөхәмәт исемле кешене күрергә теләүен белдерә. Үҙе Красноусолдан, исеме Михаил икән. Һәр ваҡыт кеше араһында булыр­ға яратҡан ауыл мәҙәксеһе Ямалетдин урыҫҡа:
– Беҙҙә Шах-Мөхәмәт тигән исем юҡ ул, ә Мөхәмәтша булыуы мөмкин, улары байтаҡ, – тип белдерҙе.
– Мин үҙем уны күреп белмәйем, былтыр йәй ул братым Николайға бер иптәше менән бик матур итеп мунса төҙөп биргән икән. Әле миндә лә эш бар, – ти Михаил.
– Әй, әттәгенәһе, үҙең белмәгәс, нисек табырға һуң уны, күреп тораһың, ауылыбыҙ ҙур бит, – тигән булды Ямалетдин.
– Минең братҡа эшләгәндә, әлеге балтасының иптәше әйтеүенсә, ул бик тә оҫта, ә уның өйө ауылығыҙҙа иң матур өйҙәрҙән иҫәпләнә икән, шулай булғас, уны барығыҙ ҙа беләһегеҙҙер инде?
– Эй, друг, беҙҙең ауыл Мөхәмәтшалары барыһы ла оҫта шул ул, – тип фәстерә Ямалетдин. – Беҙ былай итәйек, Михаил, ике малайҙы ултыртып ал да, улар һиңә эҙләгән Мөхәмәтшаңды табып бирер.
– Хорошо. Ой, спасибо, ой, спасибо!
Ямалетдин шул тирәлә уралған малайҙар­ҙың икеһен саҡырып ала ла:
– Әмин, Әхмәҙулла уландар, һеҙ икегеҙ ҙә сос егеттәр, дәдә Михайлаға «Сахалин»дан башлап бөтә Мөхәмәтшаларҙы ла күрһәтеп килегеҙ.
Малайҙарға ни шул ғына кәрәк, улар йәштәрсә шуҡ Ямалетдин бабаларының ҡушҡанын үтәргә әҙер генә тора. Ике малай, Михаилдың ике яғынан ултырып, ауылдан аҙ ғына ситтәрәк урынлашҡан, шуға күрә «Сахалин» тип аталған урамға табан алып китә. Унда әле егет ҡорона яңы инеп килгән Мөхәмәтшаны күргәс, урыҫ:
– Эй, был малай ғына бит, миңә Мухаметша мужик нужен, – ти. «Эҙәрмәндәр» ауылға кире борола. Һәм берәм-берәм «тәпей» (бик йыйнаҡ булған өсөн аталған), «ҡуҡыл» (кукла һүҙенән, бәләкәй буйлы булғанға ҡушылған), «таҫыр» (ҙур күҙле), «мулла» (ысын мулла булған), «шайлаҡ» (ҡысҡырып, көслө тауыш менән һөйләшкән) Мөхәмәтшаларҙы күрһәтеп сығалар. Улар араһынан береһе лә Красноусолға эшкә барырға теләмәй. Михаилдың кәйефе ҡырыла башлағанын күргән малайҙар:
– Ҡолҡан ауылы яғы оста тағы бер Мөхәмәтша ҡалды, – тип, уны шунда алып китә. «Ҡатай» ҡушаматы йөрөткән (ҡатай ырыуынан сыҡҡан булғанға) Мөхәмәтшаның өйө янына килеп туҡталғас, урыҫтың кәйефе бөтөнләй боҙолоп, өйгә инергә лә теләмәй. Үҙ алдына:
– Не может быть, миңә братым Коля, Мухаметша очень хороший мастер, и у него самый лучший дом в деревне, тип белдергәйне, ә бында бит лачуга, – тип мығырлай. Ысынлап та, балтасының өйө бигерәк бәләкәй ине шул. Дөрөҫ, өй янында ике генә рәт һалынып өлгөргән, күптән бурала башлаған, ләкин эш дауам ителмәгәс, инде ҡарайып өлгөргән бүрәнәләр ята-ятыуын. Әммә...
Шулай ҙа малайҙар Мөхәмәтша ағай­ҙы өйөнән саҡырып сығара.
– Здорово, брат, ты плотник? Прошлым летом в Красноусольске баню строил? А ведь мой брат тебя хвалил, возможно, зря...
– Ә-ә, строил-строил, һинең брат Николай яҡшы кеше. Ашау-эсеүҙе лә йәлләмәне, эш хаҡын да һәйбәт түләне.
– Вот, Мухаметша, ты подтверждаешь, что ты плотник. И твой напарник очень хвалил тебя. Он говорил моему брату, что твой дом самый красивый в деревне. Так оно и должно было бы. Теперь вот я сомневаюсь в твоем мастерстве, – ти урыҫ.
Мөхәмәтша бер һүҙ ҙә өндәшмәй, ә эстән: «Әй этлекле, төртмә телһең дә һин, Ғәбиҙулла, сит кеше, эш биреүсе алдында мине оятҡа ҡалдырҙың», – тип уйлап ҡуя. Шунда уҡ, йәшен тиҙлегендә, уның уйы икенсе йүнәлеш алды: «Ғәбиҙулла мине тиҙерәк «йоҡом»дан уятырға теләгәндер, ялҡаулыҡ һаҙлығынан тартып сығарырға, хатта йолҡоп алырға уйлағандыр. Дөрөҫ эшләгән, миңә шулай кәрәк, тимәк быйыл уҡ бураны күтәреп ҡуйырға кәрәк!»

Таһир Латипов.
Өфө ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға