«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Римма Ғәлимова: ХӘҠИҠӘТ АСЫЛЫ



13.09.2013 Римма Ғәлимова: ХӘҠИҠӘТ АСЫЛЫ

Римма Ғаяз ҡыҙы ҒӘЛИМОВА 1963 йылдың 22 июлендә Башҡортостандың Ишембай районының Йәнырыҫ ауылында тыуып үҫкән. Ул 1980 йылдан бирле Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй. Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология факультетын тамамлағандан һуң мәктәптә, педагогия колледжында уҡытыусы булып эшләй. 1995 йылдан Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Ашҡаҙар” ижтимағи-сәйәси гәзите редакцияһы хеҙмәткәре.
Римма Ғәлимованың шиғырҙары мәктәптә уҡыған йылдарында уҡ район, республика матбуғатында баҫыла. “Тәҡдир” тип аталған беренсе шиғырҙар йыйынтығы студент сағында 1993 йылда “Китап” нәшриәтендә нәшер ителә. Йәш шағирәнең шиғырҙары нескә лиризм һәм күңел йылылығы менән айырылып тора. Үҙенең күп кенә әҫәрендә ул әсә булараҡ, Ер йөҙөндәге матурлыҡты, тыныслыҡты һәм мөхәббәтте яҡлаусы булып сығыш яһай. “Тәҡдир” поэмаһында автор һалдат ҡатынының тоғролоғо, совет армияһындағы һалдат яҙмышы, әсәлек бәхете темаларын үҙенсә яҡтырта.
2001 йылда сыҡҡан “Мин − Юрматы ҡыҙы” тип аталған икенсе китабында шағирә Ватан, мөхәббәт, йәшәйештең мәңгелек темалары аша тормоштағы ысынбарлыҡты асып һала. Уның шиғырҙары образлы, шул уҡ ваҡытта ябай тел менән яҙылған, шуға ла матур әҙәбиәт көсө менән уҡыусыны ышандыра.
Римма Ғәлимованың лирикаһы мауыҡтырғыс һәм ихласлығы менән күңелде арбай, уҡыусыларға ул тирә-яҡтағыларҙың психологияһын нескә тойоусы шағирә булараҡ күҙ алдына баҫа.
Шағирә “Илһам шишмәләре” республика шиғриәт фестиваленең “Мин − лирик” номинацияһы лауреаты. Ул публицист булараҡ та билдәле. 1999 йылда мәҡәләләр серияһы өсөн “Өмет” республика йәштәр гәзитенең лауреаты булды. Ошо уҡ йылда Башҡортостан һәм Рәсәй Федерацияһы Журналистар союзына ҡабул ителде. 2004 йылдан РФ һәм БР яҙыусылар союзы ағзаһы. 2012 йылда Хәким Ғиләжев исемендәге премияға лайыҡ була.
Күршеләргә ҡунаҡ ҡайтты,
Ҡала ҡыҙы ла килгән.
Күлдәге шул тиклем ҡыҫҡа,
Үксәле туфли кейгән.
Күмәкләшеп күҙәтәбеҙ
Ҡупшы ҡала ҡунағын,
Ҡурсаҡтарын тартып алып
Килә минең уйнағым...
Ҡалай йомарт − үҙе бирҙе
Тәтәйҙәрҙең ҡалғанын,
Уйынсыҡтарҙы алмаштыҡ,
Булды биргән-алғаным.
Әрһеҙ үҫтек бергәләшеп,
Төрлө телдә һөйләшеп...
Урам гөрләтеп уйнайбыҙ,
Донъяға йәм өләшеп.
Ҡала ҡыҙҙары ул саҡта
Һөйләшә ине урыҫса.
Ике телдә аралаштыҡ,
Алып тормай “бурыс”ҡа.
Дуҫлыҡ ғүмерлек булманы,
Шуныһы үкенесле.
Бала саҡтың хәтирәһе
Барыһынан да көслө.
Уның иҫерек ағаһы
Кәзәбеҙҙе тапатты.
Бәрәстәре үкһеҙ ҡалды,
Етемһерәп таң атты.
Был фажиғә шауҡымының
Төштө беҙгә бәләһе.
“Аҡ”тан ҡалғас иланыҡ беҙ −
Әсәйҙең өс балаһы.
Әсәйем ныҡ әрнегәйне,
Күңеле лә тулғандыр.
Донъя йөгөн тартҡан саҡта
Ауырлыҡтар булғандыр...
Әхирәттәрем ауылға
Каникул һайын ҡайтты.
Яҙмыштары ни хәлдәлер,
Мин уларҙы юғалттым...
Ишетеп кенә беләмен
Береһенең яҙмышын,
Йәшәй-йәшәй төшөнәмен
Ишеткәндең айышын.
Яҙ елдәре осондора
Йөрәгемдең юшҡынын.
Ҡан йөрөһөн өсөн генә
Ҡулды ҡулға ышҡыным.
...Әхирәтем зирәк ине,
Мәскәүҙә уҡыған ул.
“Халыҡтар дуҫлығы” уны
Әйҙүкләп саҡырған шул!
Тәүге һөйөү хистәрен дә
Баш ҡалала татыған,
Маңлайына яҙылғаны
Ултыртҡан шул “ҡаты”ға.
Янып һөйгән ҡара күҙле,
Ихлас бер һинд егетен,
Буйға уҙғанлығын ғына
Әсәһенә кем әйтһен?!
Атаһы һуғып үлтерер,
Ул ҡалала ҙур түрә.
“Ҡотол балаңдан”,− тигән бит
Әсәһе шуға күрә.
Нисек итеп алдыртһын ул
Йөрәге бар бәпкәһен,
Һинд егете иленә ҡасҡан,
Сирләп киткәс “әнкә”һе.
Йөктө яңғыҙ күтәрһә лә ,
Дуҫым түбән төшмәне.
Балаһы донъяға килде
Йәмле йәйҙә, төш мәле.
Һинды доға уҡыны
Кеҫә телефоны аша,
Балаһының ҡолағына
Исеме лә тоташа.
Сабыйын ауыр тапҡанға
Наркотиктар ҡаҙалды.
Әсәһенең әйткәндәре
Йөрәгенә ҡаҙалды...
“Ҡалдыр балаңды, − тине ул, −
Оят килтермә йөҙгә!”
Ә һөйгәне вәғәҙә итә
Килеп алырға көҙгә.
Быуындары ҡуҙғалғанға
Үҙе атлай ҙа алмай,
Имеҙергә лә ярамай,
Ҡалдырмай сара ҡалмай.
Кемгә барып таянырға,
Кемдән ярҙам һорарға?
Карьераһы ла ҡыҙғаныс,
Килде шундай ҡарарға.
Бөтәһен дә оноторға
Мәскәү урамдарында,
Тормошон “аҡ бит”тән башлар
Ҡыштың бурандарында.
Үҙе һымаҡ дуҫтары ла
Эҙәрлекләп таптылар.
Наркотиктар упҡынына
Һорап тормай һалдылар.
Сабый йортондағы бала
Төштәрендә йөҙәтә,
Тамырға ҡаҙалған энә
Йәрәхәтен “төҙәтә”.
Донъяһын һөрөм ҡапланы:
Тирә-яғы ҡараңғы,
Тыуған яҡтарына ҡайтты
Төҙәлмәйсә яраһы...
Тик аңламай уны бер кем,
Балаһы ла юҡ инде.
Башҡа ғаиләгә биргәндәр,
Нишләһә лә һуң инде.
Сәстәрен йолҡоп илай ул,
Хоҙай ғына күҙәтә.
Энәләш дуҫтары ғына
Аҡса һорап йөҙәтә.
Әсәһе лә арыны шул
Әйберҙәр юғалғанға,
Ҡәҙерләп үҫтергән ҡыҙы
Ошо көнгә ҡалғанға.
Дауалап та булмай уны,
Тыйып та булмай хәҙер.
Ҡыҙҙы юлға баҫтырырға
Монастырь ғына әҙер.
Тик был йорттоң үҙ шарты бар –
Килешеү төҙөтәләр:
Ҡыҙынан ваз кискән саҡта
Аллалар күҙәтәләр.
Әсәгә лә шарт ҡуйыла
Башҡаса уҡынырға,
Муйынына тәре тағып,
Сиркәүҙә суҡынырға.
Мосолман килеш урыҫҡа
Ул үлгәнсе табынды.
Шул диндә күмергә тигән
Васыяты табылды.
Ете юл сатында торған
Монастырь ҡайҙа икән?
Бала саҡта ҡалған дуҫым
Кемгә хат яҙа икән?
... Урман эсендә монастырь
Тыуған яҡтан алыҫтыр,
“Ломка”нан күҙҙәр атыла –
Барыһы аймылыштыр.
“Аллилуйя” тип эсергән
Шыйыҡсаһы ҡоҫтора.
Иҫкә төшкән үткәндәре...
Алыҫыраҡ боҫтора.
Үлмәҫлек ашаталар ҙа,
Ат һымаҡ эшләтәләр.
Хоҡуҡ та юҡ, хаҡлыҡ та юҡ −
Теләһә нишләтәләр.
Ҡатын-ҡыҙҙар руханиҙың
Күңелен күрә торғас,
Һаҡалынан бет ҡойола
Ләүкәһенә ултырғас.
Эҫе мунса тәнгә сихәт,
Таҙарыныу ҙа сикле.
Ҡасып ҡына китер ине,
Сығыр юлдары бикле.
Әҙәм көсө етмәҫлек шул
Уратылған ҡоймалар.
Асып сығыр ярыҡ та юҡ,
Аяҡта ла быймалар.
Яҙҙы, йәйҙе еткерә алмай
Оҙон кистә күҙ тона.
Тәүраттарын уҡып бөткәс,
Йыр яҙырға тотона.
“Мин өшөйөм. Йән ғазабы
Үҙәккә үтеп инә.
Әллә нисәнсе Яңы йыл
Тағы ла һинһеҙ килә.
Ҡар бөртөктәре бейейҙәр,
Күҙҙәрҙе ҡамаштырып,
Яҙмыш бурандары беҙҙе –
Айырҙы, аҙаштырып...
Яңы йылды яҡынайта
Яңғыраған тост ҡына,
Ер әйләнә, йәнем генә
Күсәренән ысҡына,
Һинле донъям, һинһеҙ донъям
Барыһына сик ҡуя.
Яҙмыш аяуһыҙ булһа ла,
Йәшәүҙән һуң кем туя?”
Тере йәнгә һәр ҡайҙа ла
Йәшәргә бит көс кәрәк.
Тормош упҡынынан шулай
Кеше ҡалҡа өҫкәрәк.
Билдәһеҙлек тамуғынан
Ҡотолорға юҡ сара.
Ошо йортҡа мәңгелеккә
Ҡалдырылған бисара.
Төштәренә ингән улы
Йөрәген һулҡылдата.
Төрмәнән ҡасҡан бәндәләр
Ишеген туҡылдата.
Битлек кейгән ул әҙәмдәр
Рухани булып алған.
Гонаһҡа батҡан кешенең
Тәғлимәттәре ялған.
Ҡаршылашып ҡына ҡара –
Йәнеңде алыр улар.
Киренән ҡайтмай ғүмерҙәр,
Кирегә аҡмай һыуҙар.
Их! Ҡайтарып булһа икән
Үткәндәрҙе яңынан.
Тормош битен асыр ине
Бала саҡлы таңынан.
Күрәсәктең хәҡиҡәте:
Йөклө ҡалды тағы ла,
Яҙмыш ғәмендә буталды
Ҡараһы ла, ағы ла.
Көс-хәл менән тапҡан сабый
Дөм һуҡыр булып тыуҙы.
Күкрәк һөтөн дә иммәне,
Тәүләп уртланы һыуҙы.
Ике йәшкә еткәндә лә
Телкәйе асылманы.
Эргәһендәге әсәнең
Әрнеүе баҫылманы.
Ҡолағы ла ишетмәне,
Ниҙер мөгөрләр ине.
Үҙ алдына һағышланып,
Һелкенеп көйләр ине.
Йөрәк моңо көслөрәкме
Был гонаһһыҙ сабыйҙа?
Илап, тәңре ысығылай
Күҙ йәштәрен тамыҙа.
Ерҙе тырнап үкһей әсә
Бәләкәй ҡәберлектә.
Ғүмеркәйҙәре үтте бит
Золомло йәберлектә.
Тәүбәгә килде ул һуңлап,
Суҡынып ҡыялата.
Хоҙайҙан ярлыҡау һорай
Тәреле зыяратта.
Әсәһе иҫенә төшә,
Ҡалдырған балаһы ла...
Йөрәгенә ҡан һауҙыра
Әлеге яраһы ла.
Сабыйының ҡырҡынан һуң
Ишетте таныш көйҙө,
Һаташҡанда төштә генә
Аҡ туй күлдәген кейҙе,
Һаубуллашты донъя менән
Тирә-яғы тәреле.
Йәнәш ҡәберлектә үҫә
Яҙмышының әреме.
...Әрем еҫенә иҫерҙем
Билдәһеҙ зыяратта,
Ситтә бәхет эҙләгәнде
Яҙмыштары ҡыйрата.
Берәй ваҡыт яҡындары
Ҡәберҙәрен табырмы?
Ҡиәмәттә Хоҙай үҙе
Ярлыҡармы, танырмы?

… Геологтар сәфәр сыҡҡан
Тайга урмандарына,
Тотҡарлыҡтар юҡ кимәлдә
Заман армандарына.
Ҡуйы урман ҡуйынына
Бара бормалы юлдар.
Әрем үҫкән ҡәберлеккә
Килеп юлыға улар.
Ҡан тартҡанмы, йән тартҡанмы?
Алыҫтан төшкән юлы.
Әсәһенең ҡәберендә
Һығылып илай улы.
Доғаларын уҡыны ул
Килтереп шарттарына.
Ыласындар осоп бара
Боролмай арттарына.
Аҡ ыласын юғалғансы
Күктән күҙҙе алмайым,
Мин тормошто аңламаған
Яҙмыштарҙы аңлайым.
Ил буйынса килгән афәт
Кемдәрҙе урап үтер?
Ағыу ташыусы юлдарҙа
Емерелмәгән күпер.
Балаларҙың, йәш быуындың
Аңдарын ҡотҡарырлыҡ,
Закон бизмәндәре ҡайҙа
Тормошҡа атҡарырлыҡ?
Яҙҙар етә. Ыласындар
Осора балаларын.
Ҡош Юлында онотола
Донъяның болалары.
Яҙмыштарҙы үҙгәртергә
Имселәргә барайым.
Эстән генә кешеләргә
Бәхет юрап ҡарайым.
Шөкөр итәм бәхетемә,
Ярым-ярты булһа ла,
Йылмайып бағам донъяға,
Күңелдәрем тулһа ла.
Теҙләнмәйем. Төкөрмәйем
Уртымда ҡан булһа ла.
Бәреп сыҡҡан йән тирҙәрем
Ергә тамған булһа ла.
Һыр бирмәйсә йәшәй бирәм,
Үҙемсә тормош көйләп.
Ил тарҡалғас, күргәндәрҙе
Бөтөрөп булмай һөйләп.
Яуызлыҡты юҡ итергә
Ҡулыбыҙҙан килерме?
Беҙҙән һуң килгән быуындар
Аҡбуҙатта елерме?
Аҡ ыласын осоп бара,
Ҡулымды ҡалдым болғап.
Күңелемде аҡ уйҙарым
Тағы ла алды сорнап.
Бәхетһеҙлек, бәхете лә
Кешенең үҙенәнме?
Сабырлыҡтың алтын төбө
Сыҙамлыҡ-түҙемдәнме?
Сабыр ҙа булып ҡараным,
Ымһынып үрелмәнем.
Бәхеткә ынтылған йәнем
Әле лә һүрелмәне.
Офоҡҡа йәшенгән бәхет
Күҙгә күренмәлеме?
Йыһан киңлегендә йөҙөп
Ергә түгелмәнеме?
Теге донъяла барҙыр ул,
Фанилыҡта булмағас.
Өсмөйөшлө донъяларҙа
Әҙәм, һауа, алмағас.
Бешкән алма ҡабып ҡына
Гонаһтарға батылды,
Үрҙән ебәрелгән бәхет
Селпәрәмә ватылды.
Әле булһа ҡотолманым
Ярсығынан, валсыҡтан.
Яһалма бәхетемде лә
Әүәләйем балсыҡтан.
Мин генәме Ер йөҙөндә
Керпек ҡаҡмай йонсоған?
Бәхетле булмаған килеш
Бәхетемдән тонсоғам.
Үҙ ҡулдары менән яҙа
Кеше үҙ яҙмыштарын.
Ҡайһы ерҙә абынғанмын,
Ҡайҙа яңылышҡанмын?
Үҙ хатамды үҙем беләм,
Бар ғаләм беләлер ул.
Һәр кем тәүбәһенә килеп,
Бер тапҡыр үләлер ул.
Һәр кешенең үҙ үлсәме
Маҡсатҡа ынтылғанда,
Тормош түмәрен ярғанда
Уртаға һынды балта.
Балта һабын һапларлыҡ та
Ир-ат ҡалманы янда.
Бала саҡтағы хыялым
Һаман бутала аңда.
Хыял һәм ысынбарлыҡтың
Айырмаһын аңларлыҡ
Йәшкә етелгән бит инде,
Теүәл аҡыл һайларлыҡ!
Йәшлек иҫәрлеге беҙҙе
Ғүмер буйы оҙата,
Һандуғастың һуҙған моңо
Йөрәктәрҙе һыҙлата.
Урмандағы балан тәме
Әсеттерә иренде.
Сауҡалыҡтан сабып килгән
Болан башы күренде.
Дыуамал йәшлек шәүләһе –
Шул болан күҙҙәрендә.
Әллә минән ҡурҡып ҡасты
Тауҙарҙың үрҙәренә.
Ул юғалған тау артында −
Томанлы билдәһеҙлек.
Арауыҡтар табылмаған
Бәхеткә тиңләшерлек.
Ә кем белә, бәхетнамә,
Бәлки, эргәләлер ул.
Сабыйлы бишек эленгән
Сөйҙә тирбәләлер ул.
Сөй төшмәҫлек ҡағылғанмы?
Һәр кем үҙе беләлер.
Исеме ҡушылған саҡта
Ҡолағына эләлер.
Исемгә бәйлеме бәхет?
Башватҡыслы йомаҡмы?
Бикле билдәһеҙлектәргә
Асҡыс тапмаҫ йоҙаҡмы?
Тура килтерәм йоҙаҡҡа
Асҡыслы донъя серен,
Мине тапаған йәрҙең дә
Хаталарын кисереп...
Урыҫ әйтмешләй, ебәрәм
Донъяуи гонаһтарын.
Күҙ йәштәренән ҡалтырай
Ҡыҙарған яңаҡтарым.
Мин − бәхетле. Кешеләрҙең
Күңелен таҙарталһам.
Бикле билдәһеҙлек аша
Донъяны үҙгәрталһам.
Уй-хыялдан ғына тормай
Донъяларҙың асылы.
Ҡайсаҡ һәләкәткә илтә
Юғары ҡан баҫымы.
Ҡыҫҡармаһын өсөн Ерҙә
Бер бирелгән ғүмерҙәр.
Бысраҡ ятмаһын йәшенеп,
Таҙа булһын күңелдәр.
Күңел сафлығы Ер шарын
Бәләләрҙән ҡотҡарыр.
Сөйгә эленгән бишектәр
Киләсәккә ҡот һалыр.
Мөхәббәт аша килгән ҡот
Йән тыныслығымы ул!
Беҙ белмәгән билдәһеҙлек
Үлгәс ҡурҡынысмы ул?
Ерҙәге йәшәү ҡиммәтле,
Хәйер, кемгә нисектер.
Балалар үҫеп еткәнсе
Әжәлемде кисектер!
Шуны һорайым Хоҙайҙан
Баҫмаһам да намаҙға,
Бәхетле йәшәп ҡарарға
Ышаныс бир, бер аҙға.
Бүлешкәндә өлөштәргә
Өлөшсәне кәметмә!
Мин дә Алла бәндәһе бит,
Мин дә лайыҡ бәхеткә.
Ус төбөндәге бәхетте
Һис ысҡындырмаҫ өсөн
Кеше бары үҙе генә
Һалырға тейеш көсөн.
Көсөн аҡылына бәйләп
Үҙгәрткәндә яҙмышты,
Һәр ваҡыт табырға була
Яҙмыштарҙан уҙмышты.
Мең тапҡыр ҡабатланғанды
Мең дә беренсе тапҡыр
Ҡабатлаһаң − Хәҡиҡәттең
Бәндә асылын табыр!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға