13.09.2013 “Көмөш тәңкәләрен һибеп тулҡын Йүгерә-йүгерә уйнай Иҙелдә”
ИҘЕЛ АҠСАРЛАҒЫ
Көмөш тәңкәләрен һибеп тулҡын
Йүгерә-йүгерә уйнай Иҙелдә.
Иҙел аҡсарлағы булып остоң,
Күтәрелдең күңел күгенә.
Ҡанат йәйҙең яҡты хыялымда,
Күтәрелдең бейек, юғары.
Минең кеүек йәнен фиҙа ҡылған,
Өҙөлөп һөйгән кешең юҡ әле.
Иҙел ярҙарына ҡарайым да,
Бергә йөрөгән юлдар күренә.
Ғишыҡ дауылдары ташлағандыр,
Яңғыҙ төштөм уйҙар күленә.
Аҡҡан һыуҙарҙың да сиге була,
Етеп булмай уйҙың сигенә.
Аҡсарлаҡтар булып күңелемдә
Ҡанат ҡағынаһың һин генә.
АУЫЛ КИСТӘРЕ
Ауылым кистәре йәмле,
Йондоҙҙар күген биҙәй.
Алыҫта серле йылмайып,
Саҡырып ҡулын иҙәй.
Йомартлығына ышанам,
Яҡты нурын өләшә.
Төндә йондоҙҙар йылмайып,
Сәләм биреп өндәшә.
Көмөш тәңкәләй һибелгән
Сикһеҙ күк өҫтәренә.
Яҡты биҙәк булып ҡала,
Балҡыны хистәрем дә.
Сихырланып зәңгәр төндә,
Тирә-йүнем тора тын.
Осор инем йондоҙҙарға,
Булһа икән ҡанатым.
МИНЕ ТАБЫРҺЫҢ
Юҡһынғанда сәхрәләргә сыҡ һин,
Күңел һағыштарың таралһын.
Тракторҙар гөрләй киң ҡырҙарҙа,
Бураҙнанан килеп табырһың.
Ауыр уйҙарыңды ситкә ташла,
Башҡа хистәр һиндә яңырһын.
Ысыҡ ярып болондарҙан уҙам,
Бесән бакусынан табырһың.
Йөрөгән һуҡмағыңда
гөлдәр үҫкән,
Түштәреңә өҙөп ҡаҙарһың.
Хеҙмәт дәрте менән янып
йәшәйем,
Күҙҙәремдән мине танырһың.
Айлы төндә урамдарға сыҡһаң,
Гармун тауыштарын тыңларһың.
Юҡһынғанда, борсолғанда, мине
Йырҙарымдан килеп табырһың.
ҺИҢӘ ҠАЙТАМ
Һиңә ҡайтам ап-аҡ ҡарҙар ярып,
Бурандарҙа, һалҡын ҡыштарҙа.
Дауылдарға ҡанатымды йәйәм,
Тиңләшәм мин осҡан ҡоштарға.
Һиңә ҡайтам, зәңгәр боҙҙар
ватып,
Тулҡын ҡағып йылға ташына.
Йөрәк ярһыуҙарым,
һағыныуҙарым
Яҙғы ташҡындарға ҡушыла.
Һиңә ҡайтам, йәшен-ямғыр алып,
Сәхрәләргә сыҡ һин, баҫыуға.
Тәүге күкрәүҙәрҙе бер тойорһоң,
Һағыш унда бик тиҙ баҫыла.
Һиңә ҡайтам, һары көҙ еткәс тә,
Беҙ йөрөрбөҙ япраҡ туйына.
Сабырлана ла бел һағынғанда,
Алыҫ юлға ҡоштар йыйына.
Үткәндәргә генә ҡайтыр юл юҡ,
Барып булмай аттар уйнатып,
Һөйгән йәрем, тыуған ерем, һиңә
Ҡайтырмын мин таңдар уятып.
Фәрит СУФИЯРОВ.