«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Аҡҡан һыуҙар



13.09.2013 Аҡҡан һыуҙар

... Тап бына хәҙерге кеүек йәйҙең йәмле бер көнөндә хәрби училищены тамамлап, йәш лейтенант Хәйҙәр Йәнбәк ауылына отпускыға ҡайтып төштө. Ауыл туҡталышында автобустан сығыуы булды, юл ситендә морон аҫты ҡап-ҡара булып туҙан­ға буялып уйнап ултырған Ришат: "Хәйҙәр ағай ҡайтып килә!" – тип ҡысҡыра-ҡысҡыра, саң борҡотоп, Хәйҙәрҙәрҙең өйөнә йүгереп инеп китте. Өйҙән иң тәүҙә Хәйҙәрҙең атаһы, унан, яҙып ябынған яулығын төҙәтә-төҙәтә, әсәһе килеп сыҡты. Йүгерә-атлай килеп икеһе бер юлы улдарын ҡосаҡлап алды. Ә Ришат "һөйөнсө"һөнә алған кәнфитте һура-һура танауын "мырш" тартып, бик ҡәнәғәт ҡиәфәт менән урамдан йүгереп сығып китте.
Башындағы дүртмөйөшлө түбәтәйен ғәҙәтенсә бер аҙ ҡырыныраҡ итеп кейеп алған Фазлитдин ағай улының өр-яңы формаһындағы ялтыр погондарындағы тәүге йондоҙҙарын күреп һөйөндө, уларҙы һаҡ ҡына һыйпаҡлап ҡараны.
– Литинан, – тине атаһы, ғорурланып.
– Эйе, атай, әлегә – лейтенант, – тине Хәйҙәр.
– Литинанмы, яныралмы – һау ғына йөрө, балам, ҡайҙа ғына булһаң да, – тине әсәһе, улының арҡаһынан һөйөп. Үҙе шатлыҡтан бәреп сыҡҡан күҙ йәштәрен яулыҡ осо менән һөрткөләне.
– Әйҙәгеҙ, өйгә инәйек.
Өйгә ингәс, Сәлихә апай түрбашта йәһәтләп шыжлатып ҡоймаҡ ҡойорға тотондо. Шул арала сумаҙанын асып, алып ҡайтҡан күстәнәс-бүләктәрен сығарып маташҡан улына атаһы төрлө һорауҙар биргеләне.
– Ниндәй сәмәлүттәрҙә осаһың, улым?
– Әллә инде, атай, ниндәйен бирерҙәр. Совет Армияһында хәҙер күбеһенсә тауыштан да тиҙерәк оса торған реактив самолеттар. Уларҙың төрҙәре шаҡтай күп.
– Афғанстанға ебәреп ҡуймаҫтармы? Әле булһа бола туҡталмай ҙа баһа шунда. Яңы килгән генераль сәркәтип ундағы һуғышты туҡтата, имеш, тигән һүҙҙәр ҙә йөрөй шикелле...
– Уныһын белмәйем инде, атай. Беҙ сәйәсмән түгелбеҙ, ә тик хәрбиҙәр генә. Ирекһеҙ кешеләр булараҡ, ил ҡайҙа ҡушһа – шунда барабыҙ, ни ҡушһа – шуны үтәйбеҙ, тигәндәй... Дөрөҫөрәге, Аллаһ ни яҙған, шуны күрербеҙ.
Дини кешеләр ғаиләһендә үҫкәнгәме, хатта коммунистар партияһы ағзаһы булыуына ҡарамаҫтан, Хәйҙәр үҙ телендә һәр саҡ Аллаһ исемен ҡушып һөйләшергә ғәҙәтләнгән. Әсәһе өйрәткән бер нисә доғаны ла гел иҫләп, эстән ҡабатлап йөрөй. Күңеленән генә Хоҙайға ышана, айырыуса осоусы булараҡ, Уның ҡөҙрәтенә һыйына. Летчик халҡы, ғәҙәттә, ниндәйҙер ырымдарға ышаныусан. Әммә, башҡаларҙан айырмалы, осор алдынан Хәйҙәр тик Аллаһҡа ғына мөрәжәғәт итеп, үҙенең белгән доғаларын уҡый... Коммунистик сәйәсәт заманында, әлбиттә, күңелеңдәген бер кемгә лә әйтергә ярамай ине. Политбүлек хеҙмәткәрҙәре белә ҡалһа, партия сафында ла артабан ҡалып булмаясағы, һөҙөмтәлә хеҙмәт баҫҡыстары буйлап үҫеүҙән дә мәхрүм булыуы көн кеүек асыҡ...
Ул саҡтағы рәсми булмаған ауыл муллаһы вазифаһын үтәгән Фазлитдин ағай улының хәрби кеше – офицер булыуына ифрат та ныҡ ғорурлана ине. Өйҙәренә күрше-күлән, таныш-тоноштары килһә лә хәрби кейемдә төшкән фотоларын күрһәтә-күрһәтә һәр саҡ улы тураһында һүҙ алып барырға тырыша.
Әсәһе өҫтәлгә һый-хөрмәт әҙерләп бөткәс тә уларҙы сәй эсергә саҡырҙы.
– Әйҙәгеҙ, сәй эсеп алайыҡ. Улым, кителеңде сисеп элеп тор (Хәйҙәр биш йыл буйы курсант булып йөрөгән арала хатта уның әсәһе лә хәрби кейемдәрҙең исемдәрен апаруҡ белә башлағайны).
Күңелле итеп, һөйләшә-һөйләшә сәй эстеләр. Сәй эскән арала Сәлихә апай уратып-уратып улына әллә ҡасандан үҙен борсоған бер һорауын бирҙе:
– Кем, Хәйҙәр улым, иптәштәрең башлы-күҙле булып бөтөп бара инде. Ана үрге остағы Әхмәтғәле лә яңыраҡ Һиҙиәттең кесе ҡыҙын әйттереп алды. Килен алыу тураһында уйлағаның юҡмы әле?
– Юҡ әле, әсәй, миңә өйләнергә иртәрәк бит, – тине Хәйҙәр сынаяҡ аҫтынан һөрпөлдәтеп сәй һемерә-һемерә. – Бер-ике йыл офицер булып буйҙаҡ көйө йөрөйөм әле, өҫтәүенә, һөйләшеп йөрөгән ҡыҙым да юҡ, әлегә.
– Мәрйәнән алып ҡайтаһы күрмә, мәйтәм. Әстәғәфирулла, әстәғәфирулла. Мин дә, атайың да урыҫса бер ауыҙ һүҙ белмәйбеҙ. Аптырашып ултырырға тура килмәһен. Атыу ана теге Иван Булат кеүек... – тип ауылда барыһы ла белгән, мәрйә кәләшле Булаттың "тарихын" һөйләп алып китте әсәһе.
Әсәһенең һөйләп бөткәнен дә көтмәйенсә, Хәйҙәр уны бүлдерҙе:
– Юҡ, әсәй, уның өсөн борсолма. Мәрйә ҡыҙҙары беҙҙең кеүек ҡара башҡорттарға ҡарамай ул...
Өсәүләшеп көлөшөп алдылар. Хәйҙәр артабан һүҙҙең был юҫыҡта барыуын теләмәй ине. Әммә Сәлихә апай һаман ныҡышты:
– Күптән түгел ауылға бер фиршел ҡыҙ килде. Үҙе шундай яғымлы, матур ғына күренә...
Фазлитдин ағай, ниндәйҙер йомош тапҡан булып, тышҡа сығып китте. Хәйҙәрҙең әсәһе дауам итте:
– Артынан ауыл егеттәре йөрөп маташа ла, тик был матур­ҡайға тештәре үтеңкерәмәй шәй. Егеттәрҙең береһен дә яҡынлатмай, ти.
– Ярай инде, әсәй, минең бәхеткә яҙған кеше табылыр әле, – тине Хәйҙәр һәм бер аҙҙан, – Әсәй, мин урамға сығып, дуҫ-иштәремде, күрше-күләнде күреп йөрөп киләйем әле, – тип урынынан торҙо.
– Ярар, бар, улым, йөрөп кил. Түлке Зөләйха инәйеңдең хәлен белеп сығырға онотма.
Хәйҙәр кейенеп, ботинкаларын ялтыратып алды ла урам буйына сығып китте. Урамда иң тәүҙә балалыҡ дуҫы Ишмырҙаны осратты. Йылға яғынан атын етәкләп ҡайтып килгән Ишмырҙа Хәйҙәрҙе күреү менән: "О, Хәйҙәр, сәләм! С приездом!" – ғәҙәтенсә, үҙенең ҡалын тауышы менән сәләмләп, дуҫын ҡосаҡлап алды.
– Ҡотлайым! – тине Ишмырҙа, дуҫының иңбаштарынан һелккеләп. – Йыуырға кәрәк!
– Нимәне?
– Яңы погондарҙы.
– Ә, погондарҙы... Әлбиттә, йыуасаҡбыҙ, Ишмырҙа дуҫ, – тине Хәйҙәр, дуҫының ҡосағынан ысҡынғас. – Үҙең ни хәлдә йәшәп ятаһың?
– Мин ни, шул, – тине Ишмырҙа себенләп торған атының башындағы күгәүенен ҡыуа-ҡыуа. – Ауылда ни, үҙең беләһең, бер ҡасан да эш бөтмәй. Йә утын, йә бесән, тигәндәй, эш етерлек.
– Ниндәй яңылыҡтар бар ауылда?
– Яңылыҡтар тип ни, әллә ни юҡ та инде тиерлек. Ишеткәнһеңдер, яңыраҡ Рәхимә инәй үлеп ҡалды. Арғы Ильяс Афғанстандан бер ҡулын юғалтып ҡайтты. Ярай, кискә клубҡа сыҡ, шунда һөйләшербеҙ, иркенләп. Хәҙер миңә эшкә барыр­ға кәрәк, – тине лә Ишмырҙа атына һикереп менеп алды. – Әй, онота яҙғанмын, Хәйҙәр, Зөләйха инәйҙәрҙә бер медик ҡыҙ фатирҙа тора. Бынамын тигән сибәр, во! – тип, башбармағын юғары күтәреп күрһәтте һәм атына теҙген осо менән шартлатып һуғып саптырып китеп тә барҙы. Хәйҙәр уйлана-уйлана артабан урам буйлап китте. Ни бер шул ҡыҙҙы маҡтайҙар ҙа маҡтайҙар? Ауылда башҡа ҡыҙҙар бөткәнме ни? Ҡыҙҙар ни барыһы ла матур була инде...
Зөләйха инәйҙәрҙең тапҡырына етте. Туҡта әле, Хәйҙәр, Зөләйха инәйеңдең хәлен белешеп сыҡмаһаң килешмәҫ. Бер юлы, бәлки, ергә лә төшөрмәй маҡтаған сибәркәйҙе лә күрер­һең. Хәҙер төш ваҡыты, моғайын, ул өйҙәлер...
Кителенең салғыйҙарын тартҡыланы, ғәҙәт буйынса фуражкаһын төҙәтеп алды ла Зөләйха инәйҙең ишеген шаҡыны.
– Әйҙә, әйҙә, ин, – эстән таныш тауыш ишетелде.
– Мөмкинме, һаумыһығыҙ! – тип сәләм бирҙе Хәйҙәр өйгә ингәс тә.
– Һаубыҙ әле, улым, әйҙә, үт. Ә-ә-әй, Хәйҙәр улым ҡайтҡан бит, – тип түрбашта ниҙер бешеренеп йөрөгән Зөләйха инәй ҡулдарын алъяпҡысына һөртә-һөртә, аушаң-таушаң атлап ике ҡуллап күреште лә уның арҡаһынан һөйҙө. – Әле күптән түгел урамда саң соҡоп уйнап ултырған балалар, ҡалай тиҙ генә үҫеп етеп, әҙәм булып бөттө. Шулай итеп, үткән ғүмерҙе һиҙмәй ҙә ҡалаһың... Бына һин дә, улым, янырал булып ҡайтҡанһың бит, – ул Хәйҙәрҙең ялтыр төймәләрен тотҡолап ҡараны.
– Әлегә янырал түгел, инәй, ләкин тырышырбыҙ, – тигән булды Хәйҙәр, ситтәрәк диванда ултырған һылыу йөҙлө ҡыҙға текәлеп.
– Булырһың, улым, янырал да булырһың, тик ҡайҙа ғына йөрөһәң дә һау ғына йөрө. – Зөләйха инәй ултырғысҡа ултырып, ниндәйҙер ҡыҫҡа ғына доға уҡып алды ла, теге ҡыҙға боролоп:
– Фәриҙә ҡыҙым, ана, Хәйҙәр ағайың әрмейәнән ҡайтып төшкән бит. Бар әле, самауыр ҡуйып ин, – тине.
Аяҙ күк йөҙөн бер аҙ хәтерләткән сөм күк кителенең яуырындарында алтын ялатылған погонлы, шундай уҡ төҫтәге ялтыр кокардалы фуражка кейгән, йөҙөндә ысын ир-егеттәргә генә хас булған саялыҡ, ҡыйыулыҡ билдәләре сағылған ҡалын ҡара ҡашлы егеттән Фәриҙә бер генә секундҡа ла күҙҙәрен ала алмай ултырҙы, әйтерһең дә, кемдер уны гипноз хәленә индергән... Зөләйха инәйҙең һүҙҙәрен ишетмәне.
– Ҡыҙым, бар әле, әйткәнде эшлә, – тип ҡабатланы әбей, бер аҙ тауышын көсәйтә төшөп. Ҡыҙ тертләп китте, уңайһыҙланыуынан ҡыҙара биреп:
– Нимә тинең, инәй? – тип һораны.
– Атаҡ-атаҡ! һиңә ни булды, ҡыҙым? Бер нәмә лә ишетмәй­һең түгелме? Самауыр ҡуй, тим бит.
– Ә, хәҙер, инәй. – Фәриҙә йүгереп сығып китте...
Сәй эскәндә Зөләйха әбей ауылдағы төрлө хәлдәр тураһында һөйләне. Тик Хәйҙәр менән Фәриҙә генә уның ни һөйләгәнен ишетмәне. Сөнки тәү күреүҙән бер-береһенә ғашиҡ булған был икәү, күҙ ҡараштары менән бер-береһен йоторҙай булып, ниндәйҙер бығаса таныш булмаған ләззәтле тойғолар кисереп, хыял тулҡынында йөҙҙө... Әле күптән түгел генә "бөтә ҡыҙҙар ҙа матур була" тигән фекерҙә булған Хәйҙәр, ҡаршыһында ултырған хур ҡыҙындай сибәрҙән һушһыҙ ине. Ҡаштары осоп барған ҡарлуғас ҡанатылай ҡыйылып киткән, бешкән ҡарағаттай сөм ҡара күҙҙәренән мөхәббәтле сихри нурҙар бөркөлгән, тулған ай шикелле матур йөҙлө Фәриҙәне уйы менән әллә ҡайҙарға алып китеп барҙы... Ә ошоғаса егеттәргә бер ҡасан да күҙе төшөп йөрөмәгән Фәриҙә лә бындай “рыцарь" менән ер сигенә булһа ла китергә риза ине, һәм ул хыялында Хәйҙәргә эйәрҙе...
Аҙмы-күпме ваҡыттан һаман да ике күҙе ҡыҙҙа булған Хәйҙәр:
– Инәй, рәхмәт, мин ҡайтайым инде, – тип сығырға әҙерләнде. Әбей йәштәрҙең бер-береһенә ҡарашын һиҙмәне, ахырыһы. Әллә һиҙһә лә белдермәне. Хәйҙәргә "бәлә-ҡазаһыҙ йөрө" тип теләктәр теләне.
Фәриҙәнең дә үҙенә төбәлгән мөхәббәтле ҡарашын аңлаған сая егет:
– Мине оҙатырға сығып мәшәҡәтләнеп тормаһаң да ярар ул, һылыу... – тип шаяртып тәү тапҡыр ҡыҙға өндәште. Хистәренән иҫергән ҡыҙ егеттең был һүҙҙәрен "Минең менән бергә сыҡмаҫһыңмы, һылыу" тигән һымаҡ ҡабул итте. Хәйҙәр тап ана шуны ғына теләй ине.
Ниндәйҙер сихри көс Фәриҙәне урынынан торғоҙоп, егеттең артынан сығырға мәжбүр итте. Улар соланға сығып, өй ишеге ябылғас та бер-береһенең ҡосағына ташланды, әйтер­һең, элек-электән үк өҙөлөп һөйөшөп, бик оҙаҡ күрешмәй торғандар...
– Фәриҙә! – тип шыбырланы Хәйҙәр ҡыҙҙың ҡолағына.
– Хәйҙәр! – тине Фәриҙә лә, тыны бөтөп барғандай...
Бер-береһенә булған тойғоларын аңлатыу өсөн уларға башҡа һүҙ кәрәкмәй ине. Шулай ҡосаҡлашҡан килеш байтаҡ ҡына торҙо улар. Бер ни тиклем ваҡыттан Хәйҙәр:
– Клубҡа сығаһыңмы бөгөн, Фәриҙә? – тине.
– Һин сыҡһаң – сығам, – тине Фәриҙә.
– Фәҡәт һинең өсөн генә сығасаҡмын мин бөгөн, Фәриҙә...
Өй эсенән Зөләйха инәйҙең ярайһы ғына етди, бойороҡло тауышы ишетелде: “Фәриҙә, ин өйгә!” Күпте күргән оло кеше һиҙмәй буламы ни инде йәштәрҙең хәлен...
Уларҙың тап бына ошолай, ғәҙәти булмаған, бик тә ирмәк рәүештә танышып китеүе хаҡында башҡаларға һөйләһәң, әлбиттә, берәү ҙә ышанмаясаҡ. Ә хәл, ысынлап та, шулай булды... Хәйҙәр башҡа таныш-тоноштарына ингеләп тә торманы, тура өйөнә ҡайтып китте. Ҙур түҙемһеҙлек менән кис етеүен көтә башланы. Йәйге көндөң оҙонлоғо былай-алаймы... Ахырҙа, ҡояш байып, ҡараңғы төшә башлағас, ауыл йәштәре икешәр-өсәрләп клубҡа йыйыла башланы. Ишмырҙа менән Хәйҙәр ҙә килде. Ғәбделварис гармунда ниндәйҙер яңы көй уйнай ине. Клубҡа килгән йәштәр, ғәҙәтенсә, стена тирәләй теҙелешә торҙо. Мөмкин тиклем матурыраҡ кейенергә тырышып килгән ҡыҙҙар үҙҙәре айырым бер ергәрәк йыйылып, юҡ-барға пырхылдашып көлөшкән була. Ҡайһылары башҡаларға белдермәҫкә тырышып ҡына, унда-бында егеттәр яғына күҙ ташлай һалып ала. Араларында ниңәлер Фәриҙә күренмәй... Ә егеттәрҙең төп иғтибары – Хәйҙәрҙә. Тәүҙә килеп ҡосаҡлап уның менән күрешеп алалар. Ҡайһылары уның башындағы фуражкаһын алып кейеп ҡарай. Армияла булып ҡайтҡан егеттәр үҙҙәренең баштарынан үткән ваҡиғаларын бер-береһенә һөйләй.
Бер аҙ ваҡыттан Ғәбделварис "Яңғыҙ томбойоҡ"то гармунда матур итеп уйнап ебәрҙе. Шуны ғына көтөп торғандай, ишектән сәскә кеүек балҡып Фәриҙә килеп инде. Бөтә егет­тәр­ҙең иғтибары уға йүнәлде. Ишмырҙа Хәйҙәргә:
– Күрәһеңме, – тип шыбырланы. – Ҡырағай ат кеүек ул, бер кемде лә яҡын юллатмай.
– Күрәм.
Ҡыҙҙар бер-береһе менән парлашып вальс бейергә төшә башланы. Ә егеттәр, тәмәке тартып, ситтәрәк тора бирҙе. Әхирәттәре менән ниҙер һөйләшеп-көлөшөп торған Фәриҙәне күҙәтте Хәйҙәр. Уға ҡыҙ башҡа ҡыҙҙарҙан нимәһе менәндер бик ныҡ айырылып торған һымаҡ тойолдо, хатта ул ингәс тә, ауыл клубы бер аҙ яҡтырғандай булды. Ниндәй матур уның ынйылай аҡ тештәрен күрһәтеп йылмайыуы, әйтерһең дә, яҙғы аяҙ көндөң ҡояшын бында алып инделәр! Өҫтөндәге кейеме лә үҙенә килешеп кенә тора. Өҫтәүенә, ваҡыт-ваҡыты менән Хәйҙәргә матур итеп ҡарап та ала. Нисек яратмаҫһың шундай ҡыҙҙы!

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
(Дауамы. Башы 10-сы һанда).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға