«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Серле күнәк



30.08.2013 Серле күнәк

Йәйҙең иң йылы һәм ҡыҫҡа төнөнөң береһендә кистән лаяҡыл иҫерек бәндә соландағы ағас карауатта йоҡонан уянды. Таң һарыһы беленер-беленмәҫ осор. Һәр саҡтағыса, бәндәнең бахмурҙан башы сәңкей. Тырыша-тырмаша торғас, үҙе тороп ултырырлыҡ хәл тапты. Ары-бире иткән арала, тегенең ҡолағына ҡайҙандыр бызыр-бызыр иткән тауыш салынды. Тирә-йүнде серәйеп байҡау һөҙөмтә бирмәне. Үсектергес бызырлау мәхлүктең йәнен генә үртәне. Ахырҙа нәҡ үҙе ултырған карауат аҫтында ишетелеүен шәйләп ҡалды.
Ҡыҙыҡһыныу үҙенекен итте – иңкәйгән килеш һәрмәнә торғас, ҡалтыранған ҡул күнәк тартып сығарҙы. Үәт, тапты лаһа серле күнәкте!
Шатлығы күкрәгенә һыйманы хәстрүштең, әйтерһең, хазинаға юлыҡты. "Ух, йылан, бына ҡайҙа әсетә балды! Минән ҡотолормон, тип уйлай инде. Тороп тор, һемәйтәйем әле үҙеңде", – тип мығырлай-мығырлай бер көрөшкә әсетмәне һемереп тә ебәрҙе. Эсемлек үтә әсе күренде уға: тамаҡ буйын өтөп, үҙ юлына уҙҙы. Шуға ҡарамаҫтан, ул ҡәнәғәтләнде һәм күңелләнә төштө. Тик тиҙҙән зәһәр эсемлек ҡорһағын маҙаһыҙлап, ҡоторона башланы. Дөрөҫө, әйтерһең дә, эсәк-ҡарынында ел-дауыл ҡупты.
Тап ошо мәлдә соландағы шыптыр-шыптыр тауышты ишетеп уянған хәләл ефете сығып:
– Нишләүең был? Ниңә бәйелең аҙа, ә? Таң тишеге менән сысҡан һымаҡ ҡатыр-мытыр киләһең? – тип һуҡранды, йоҡоһо бүленеүҙән иҫнәй-иҫнәй.
– Һы... Ҡара һин уны, йоҡо бирмәйем икән берәүгә. Һине, аҫтыртынды, әрләп ултырам, белгең килһә. Йәшергән балыңды таптым. Тәк што мутлығың фашланды. Тик саманан тыш оҙаҡ әсеткәнһең – эсте бора, – тип күркәләй ҡуҡырайҙы ир йораты, йәнәһе лә, йәмәғәтенән үс ала.
– Ах, хайуан! Нимә эскәнеңде беләһеңме? – тип аҡырып ебәрҙе ҡатыны. – Тауыҡ тиҙәге әсетмәһе бит ул, еләк-емеш өсөн ашлама...
Бахыр ир, ауыҙын ҡаплап, уҡтай тышҡа атылды.
...Хәйер, ошо көндән алып ул "әсе-сөсө"нө йотмай, имеш, тиҙәр ишетеп белгәндәр.

Исмәғил ҒИМРАНОВ.
Учалы ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға