«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » “… Тыуған яғым, һиңә ҡайтһам, Шәбәйеп китә хәлдәр!”



23.08.2013 “… Тыуған яғым, һиңә ҡайтһам, Шәбәйеп китә хәлдәр!”

Учалы
“… Тыуған яғым, һиңә ҡайтһам,  Шәбәйеп китә хәлдәр!”
Учалы − ул матур ҡала,
Һандуғастар ҡалаһы.
Эргәһендә Ирәмәле,
Сикһеҙ урман-далаһы.
Зәңгәр күлдәргә тоташа
Уның һәр бер тарафы.
Бында йәшәгән халыҡтың
Шундай нурлы ҡарашы.
Учалы − ул матур ҡала,
Ул − таусылар ҡалаһы.
Шул ҡалала донъя көтә
Моңло башҡорт балаһы.

Ысынбарлыҡ

Күлдәрҙең мин күбен күрҙем:
Һайҙарын, тәрәндәрен.
Табалманым Учалылай −
Яп-яҡты, зәңгәрҙәрен.
Шул күлдәргә ғашиҡ булдым
Һәм тоғромон мәңгелек.
Тәбиғәттән күскән минең
Күңелемә йәмлелек.

Кешеләрҙең күрҙем һәр саҡ
Яҡшыһын, изгеләрен.
Шундайҙарға килде минең
Тик шатлыҡ биргеләрем.
Кешеләрҙе хөрмәт иттем,
Хөрмәт итәм мәңгелек.
…Яҡташтарҙан күскән миңә
Илһам, ҡот һәм сәмлелек!

Учалымдың алтын кешеләре!

Шәхси эшҡыуар Йәғәфәров Фәнүз Ғәйнан улына
Ҡояш кеүек кешеләр бар,
Тик ҡояш юғарыла.
Ә һин халыҡ араһында
Нур сәсәң Учалыла.
Ошо нурҙар киңәйтәлер
Дүрт тарафта офоҡто;
Һәйтәктәргә мәсет төҙөп,
Ҡыуандырҙың халыҡты!

Һин − сәмле лә, егәрле лә,
Эшле иттең күптәрҙе.
Ил ағаһы, тип атайҙар
Тап һинең кеүектәрҙе!
Алтын кешеләр булғанда
Ни кәрәге алтындың?!
… Арҡа терәр ағайҙар бар,
Таянысы халҡымдың!

Учалы шахтерҙарына һәм тау
байыҡтырыу комбинаты
эшселәренә

Һеҙҙең ғәҙәткә ингәндер,
Эшкә тиеп, таңдан тороу.
Еңел эш түгел, ул, беләм,
Мәғдәндәрҙе байыҡтырыу.
Һәр кемгә лә бирелмәй ул
Ҡояш кеүек балҡып тороу.
Халҡым матур йәшәһен тип,
Тырышыу һәм хыял ҡороу.
Еңел түгел мәғдән эҙләп,
Ер аҫтында юлдар ярыу.
… Рәхмәт һеҙгә. Был донъяла −
Һүнмәҫ нурҙар һеҙҙең ырыу!

Шағирә Рәмзилә Хисаметдинованың
яҡты иҫтәлегенә

Ҡәҙерле моң

Һәр бер күлдең була үҙ ярҙары,
Һәр бер ярҙың була үҙ ҡомо.
Һәр кешенең була үҙ йырҙары,
Үҙ булмышы, теле, үҙ моңо.
Һинең йырҙа − торна
сыңрауҙары,
Моңһоуланған көҙҙөң һағышы.
Саф һыуҙарын ер өҫтөнә биргән
Шишмәләрҙең тынмаҫ ағышы.
Һинең йырҙа − яҙғы тәбиғәттең
Иҫертерлек ҡайнар һулышы.
Тыйнаҡ ҡына башҡорт
ҡыҙҙарының
Тәрән хисле ябай булмышы.
Һинең моңда − аҡ бурандар тауы,
Усаҡтарҙа осҡон шартлауы.
Йәйен-ҡышын һинең моң
аҫтында
Һәр саҡ миңә еңел атлауы.
Моңдарыңдан, әйҙә, йылы алһын
Һәр бер йортта ғаилә усағы.
… Минең дә бит ошо серле
моңдан
Күңелемдең тулған бер сағы.
Беҙҙең яҡтар

Беҙҙең яҡтар күлдәргә бай,
Аҙым һайын шишмәлек.
Тыуған яҡҡа аяҡ баҫһам,
Йөрөйөм гел хисләнеп.
Йәмле генә күл буйҙары −
Һандуғаслы сауҡалыҡ.
Шаян елгә аҡ ҡайындар
Бейешәләр сайҡалып.
Күккә олғашҡан Ирәмәл,
Күл өҫтәре зәп-зәңгәр.
… Тыуған яғым, һиңә ҡайтһам,
Шәбәйеп китә хәлдәр!

Яҡты көн

Көн ултырырға самалай,
Уның юлдашы − ҡояш.
Уларға мин өндәшәмен:
«Зинһар, булмағыҙ йыуаш!
Һеҙгә болоттар һырығыр,
Йәшендәр ҡаҙар уғын.
Онотмағыҙ үҙегеҙ ҙә −
Тылсым көсө барлығын!»
Көн ултырырға самалай
Күрһәтә мин-минлеген.
… Яҡты көнгә теләп ҡалам
Донъялар именлеген!

Рамай ҠАҺИР.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға