«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



23.08.2013 Үәт, ҡыҙыҡ!

Бүрене – аяғы, ә юл хәүефһеҙлеге инспекторын таяғы туйындыра.

* * *
Ике банкир һөйләшә:
– Көрсөк арҡаһында хәҙер төндәрен бер ҙә йоҡлай алмайым, – ти береһе.
– Ә мин, – ти икенсеһе. – Йәш балалай йоҡлайым.
– Кит, булмаҫ?
– Нишләп булмаһын, сәғәт һа­йын уянам да илайым, уянам да илайым…

* * *
Ир эштән һуң өйөнә ҡайта. Өҫтәлдә:
«Ҡәҙерлем, мин әхирәтемә киттем. Киске ашҡа – балыҡ, ә ҡармаҡ коридорҙа», – тигән яҙыу ята.

* * *
Табип практикантына:
– Яҙығыҙ: «Баш һөйәге йәрәхәтләнгән…»
– Бәлки, – ти практикант егет. – Баш һөйәгенең мейеһе, тип яҙыр­ғалыр?
– Юҡ, уның бер ниндәй ҙә мейеһе юҡ, хатта тикшереп тороу ҙа кәрәкмәй. Әгәр мейеһе булһа, ҡатынының тыуған көнөндә һөйәркәһен эйәртеп ҡайтмаҫ ине!

* * *
– Һеҙгә эсеүегеҙҙе ташларға кәрәк, юғиһә һуҡыраясаҡһығыҙ, – ти табип бер иргә.
– Стакандарҙы һәрмәй-һәрмәй һалырға тура килерме икән ни? – тигән ир.

* * *
Ике олигарх һөйләшә:
– Шунан, хәлең нисек? – ти береһе.
– Беләһеңме дуҫҡай, – ти икенсеһе. – Бер нисә йыл элек мин «Форбс»та 13-сө, аҙаҡ 20-се булдым, ә хәҙер 8-се урындамын.
– Ай-һай, тормош һине бик ныҡ әйләндергән икән…

* * *
Һары сәсле ҡыҙ бик ҡиммәтле машинала елдерә. Уны ЮХХДИ хеҙмәткәре туҡтата ла:
– Ни өсөн һеҙҙең машинағыҙҙың алдында – бер, ә артында икенсе төрлө номер яҙыл­ған? – ти.
– Алдағыһы – өйҙөкө, ә арттағыһы кәрәҙле телефонымдыҡы, – тигән ҡыҙ.

* * *
– Ни өсөн ботинкаларың төрлө-төрлө?
– һатыусылар, ботинканың береһен генә күрһәтеп ҡуйһаң, урламайҙар, тип уйлаған өсөн.

* * *
Ире эштән ҡайта, өҫ кейемдәрен һала һәм… был ни ғәләмәт: бөтә бүлмәләр таҙа, иҙәндә бер сүп күренмәй, түшәктәр матур итеп йыйылған, ванналағы кер өйөмө йыуылып, үтекләнгән, туҙандың бөртөгө лә юҡ. Өҫтәлдә – матур итеп әҙерләнгән киске аш .
– Ҡәҙерлем, – ти ир ҡатынына. – Был бит мөғжизә!
– Эйе, – ти ҡатыны. – Интернетты өҙгәндәр!

* * *
Хиромантта:
«Был – ғүмер юлығыҙ, быныһы трамвай юлы, бына улар киҫешә…»

* * *
– Әсәй, әсәй, ҡара әле, мин дә атайым һымаҡ көслөмөн, һәнәк һабын һындырҙым.
– Бына бит, – ти ҡатын, – тағы бер иҫәр үҫеп килә…







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға