«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



16.08.2013 Үәт, ҡыҙыҡ!

Ире командировканан ҡайта, ҡатыны уға:
– Сисенмәй тор! Бар, күр­шебеҙҙең яңағын емер! – ти.
Ирҙең күҙҙәренә ҡан һауа. Тиҙ генә урамға сыға ла баҡсала нимәлер эшләп йөрөгән күршеһенең яғаһынан эләктереп алып, уңлы-һуңлы биргесләй, насар һүҙҙәр менән һүгә...
Бер аҙҙан тынысланып, кире өйгә инә лә, ҡатынынан:
– Шунан, ни өсөн туҡманым инде уны? – тип һорай.
– Ни өсөн дә ни өсөн... Айҙар буйы яңғыҙым өйҙә ултырам – бигерәк күңелһеҙ ҙә һуң, – ти ҡатын.

* * *

Миңә ирекле график буйынса эшләү бик оҡшай. Теләйһең икән, эшкә таңғы сәғәт 7-лә киләһең, ә төнгө 12-лә ҡайтып китәһең. Теләһәң, бөтөнләй өйөңә ҡайтмаҫҡа була…

* * *

Судта:
– Аңлатығыҙ әле, ни өсөн айырылышаһығыҙ?
– Өйләнешкәнгә күрә.

* * *

Юлда бер ир баҫып тора. Ҡаршыһына юғары тиҙлектә машина елдерә. «Трамвай түгел, урап үтер әле», – ти ир. «Бағана түгел, ситкә тайпылыр әле», – тип уйлай машинала ултырғандар.

* * *

– Алдайҙар! Улар алдаша!... Мин инде икенсе аҙна ҡорһағымды «Ғаirу» менән һылайым, ә эсемдәге май барыбер кәмемәй…

* * *

Иғлан: «Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! Әгәр ҙә һеҙ операцияһыҙ-ниһеҙ күкрәгегеҙҙе, иренегеҙҙе, осағыҙҙы йәки баш­ҡа тән өлөштәрен ҙурай­тыр­ға теләһәгеҙ, умартасы Иҙрис Ғәлимовичҡа мөрәжәғәт итегеҙ».

* * *

Ҡәҙерлем, – ти ҡатыны иренә, ҡайҙа минең велотренажерым?
– Мин уны сығарып ырғыттым… Шул нәмәгә ултырып китеүеңә ышанып йәшәүҙән ялҡтым. Был минең өсөн тормошҡа ашмаҫлыҡ хыял булды, ахыры…







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға