«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Атай



02.08.2013 Атай

Һуңғы барғанында Рәзилә эйәреп ҡайтырға итте: «У меня подходит срок, тағы һинең менән булғым килә… – Иренең йылмайып ебәреүен күреп, киҫәтә һалды, – тик эш шунда, тегендә лә ҡатын-ҡыҙ донъяһында йәшәйәсәкһең, сөнки тыуасаҡ баланың ҡыҙ затынан икәнлеген әйтте табиптар!»
Ике шатлыҡ бер юлы килде: Хәлилдең ҡыҙы тыуҙы, һәм уны пенсияға киткән мастер урынына эшкә тәғәйенләп ҡуйҙылар. Хәҙер инде йүгермәләп кенә ҡотолормон тимә, һәр нәмә өсөн туранан-тура яуап бирергә кәрәк. Өйрәнсек ҡатаһы табан шымартыу ғына булһа, һөнәрсе ҡамыты елкәне баҫҡан ауыр, мәшәҡәтле шөғөл икән. Бала тыуыу шатлығын йыуып, машинаға тейәлеп, дуҫ-иштәре менән ҡала урамдарын ҡыҙырҙылар, бер нисә кафеға һуғылдылар. Ҡайтып баралар ине, машинаһы янында торған ГАИ хеҙмәткәре сыбар таяғын юл ситенә төрттө. Туҡтамай сара юҡ. Тышҡа ҡараны һәм теге Дон Кихотты таныны, күптәнге танышын осратҡандай киң йылмайып ебәрҙе һәм документтарын тотоп сығырға өлгөргән иптәшен йәнәшәләп тегенең ҡаршыһына баҫты:
– Иптәш милиционер, барыһына ла мин ғәйепле, ҡыҙым тыуҙы, шуны йыуҙыҡ…
– Шулай уҡмы ни? Ғәйебегеҙҙе таныу язаны еңеләйтә, әлбиттә, шулай ҙа руль артындағы дуҫығыҙҙы тикшерергә тура килер. – Алкотестер килтереп сығарҙы.
– Дуҫым бары шампан ғына уртланы. Айыҡ ул.
– Бына уның айыҡлығын хәҙер тикшерербеҙ.
Ыҡҡа килерлек түгеллеген күргәс, икенсе яҡтан һуҡтырҙы:
– Ә мин һеҙҙе таныйым, иптәш капитан!
– Ә мин һеҙҙе – юҡ, һәм ул танышлыҡ бындағы тикшереүгә йоғонто яһай алмай.
– Мин һеҙҙең менән килешәм, шуға күрә лә әйтәм, һеҙ мине ике эш боҙған өсөн бер юлы язалай алаһығыҙ.
– Нисек?
– Йәмле июнь төнөн, төн уртаһында сирень ҡыуағын ботарлаусы тинтәкте иҫегеҙгә төшөрөгөҙ әле. Шунан мине кварталдар буйлап әллә күпме баҫтырҙығыҙ, әммә ҡыуып етә алманығыҙ.
– ӘҺә! Эләктең былай булғас! – Дон Кихот көтмәгәндә йәнләнеп китте, йөҙөнә йылмайыу ғәләмәте сығарҙы. – Ғәҙеллек бар ул ерҙә!
– Бар шул. Штрафын да түләргә әҙермен, тик яза ғәҙел булһын.
– Йәлләт кенә язалай, ә мин бары ябай ГАИ хеҙмәткәре. Ҡыҙым тыуҙы, тиһең инде, Йәноҙаҡов? – Уның паспортын алып, күҙ йүгертеп сыҡты. – Беренсеһеме?
– Беренсеһе булғанға ла диңгеҙ тубыҡтан инде. Ауырлығы – теп-теүәл ике кило ярым. – Ҡулын алға һоноп һәлмәкләп, шулай тине лә ҡыуаныстан көлөп ебәрҙе.
– Йә, ярай, тыуған бала хаҡына һеҙҙе ярлыҡайым. Икенсе тапҡыр ошондай килеш эләкһәгеҙ, минән яҡшылыҡ көтмәгеҙ! – Хушлашыуын белдереп, ҡулын сикәһенә тигеҙеп алды.
Ҡатынын бала табыу йортонан алып ҡайтҡас, бөтөнләй икенсе тормош башланды, төп эшенән тыш бар хәстәре – шул икәү. Бала тыумаҫ элек үк өй эсен уйынсыҡтар менән тултырып ташлағайны, уларға хәҙер ус аяһындай ғына сәскә биҙәкле күлдәктәр, бәләкәй матур башлыҡтар өҫтәлде, тар бүлмәнең ҡап уртаһына ағас карауат урынлаштырылды, түшәмде тишеп, ырғаҡ нығытып, сәңгелдәк аҫылды. Ауылдағы келәттән, ваҡ-төйәк араһынан табып алып килде был нәмәне. Таҡталары йышылып һары көрән төҫкә ингән сәңгелдәктә – ул, шунан Хәлиҙә ҡарындашы бәүелгән үҙ заманында. Башҡа алынған нимәләргә дәғүә белдермәһә лә, сәңгелдәкте күргән Рәзилә танауын сирҡаныулы йыйырҙы:
– Ошо аламаны элеп, аяҡ баҫыр урын ҡалдырманың, еще унан мочой пахнет.
– Бер ҙә һыҡра түгел, әсәйем тауарын яңынан тегеп ебәргән, ә ағасына һеңгән еҫ минеке. Әйткәндәй, Айгөлдөң ҡырҡы сығыуға беҙҙе атайҙар ҡунаҡҡа саҡырҙы. Бәләкәсте лә күрербеҙ, бер юлы шартына килтереп бата ла уҡытырбыҙ, тиҙәр. Һин бит беҙҙә бер тапҡыр ҙа булғаның юҡ.
– Нимә ул бата? Бата. Батҡаҡлыҡ. Трясина что ли?
– Мулла саҡыртып, туғандарың ҡатнашлығында никахты нығытыу ул бата, ҡайһы бер яҡта ижаб та тиҙәр.
– Унда ни ҡалған миңә? Ул бата тигәнең – иҫкелек ҡалдығы, ЗАГС-та яҙылыу – закон нигеҙендә береңде икенсеңә көсләп тағып ҡуйыу ул. Ә минең үҙ аллы ҡалғым һәм ирекле йәшәгем килә. – Рәзилә, артабан һөйләшкеһе килмәүен белдереп, һыртын ғына ҡуйҙы. Ул да ерле-юҡтан бәхәс сығарғыһы килмәне.
Ике айҙан Айгөл кеше таный башланы, эштән ҡайтып инһә, ҡыуаныстан тешһеҙ ауыҙын йыйып ала алмай талпына, төҫө лә Йәноҙаҡовтар нәҫеленә оҡшай бара, хатта уң яҡ сикәһендәге энә күҙәүендәй генә миңе, бәрхәттәй йомшаҡ бөҙрә сәстәре лә уныҡы. Ҡыҙына ҡулын һонһа, ҡатыны тырҫ та бырҫ килеп үпкәләп боролоп уҡ китә: «Кит эргәбеҙҙән, һинән солярка, мазут еҫе килә!» Рәзилә ауылға ҡайтып урарға ит­кәй­не, унда бер аҙнаға ла сыҙамай кире боролдо, иртәгәһен аңлатты иртә ҡайтыу сәбәбен: «Тегендә йоҡо бирмәй көнө-төнө иланы, бында һинең янда тынысланды бит ана…»
Ярты йылдан Рәзилә эшкә сығырға теләүен белдерҙе:
– Етте өйҙә бала ҡосаҡлап ултырыу, минең дә кеше араһында йөрөгөм, в центре внимания булғым килә, и так долго терпела. Хватит!
– Айгөл бит әлегә бәләкәй, ҡатын-ҡыҙҙарға йәш ярымға тиклем ултырырға мөмкин, пособиеһын да түләйҙәр.
– Кәрәкмәй миңә жалкие гроши, хәйерсе тиндәре помада, крем алыуға ла етмәй. Мин бит әле тотошлайы менән эшкә сығам тимәйем бит, килешеү нигеҙендә кис кенә эшләйем, концерттарҙа сығыш яһайым, был ваҡытта һин Айгөл менән ултырып торорһоң. – Һаман ғына һөйләшеүҙе талаш-тартыш­ҡа бора алмағанға ризалашты, шулай ҙа хәстәрлекле һораны:
– Концерттан һуңға ҡалып ҡайтырға тура килер. Мин бит бала менән ҡаршы сыға алмайым.
– Провожающих, ухажеров найду!
Хәҙер ул кистәрен өйҙә үткәрә, Айгөл менән мәж килә, уны ашата-эсерә, аҫтын еүешләһә, йүргәктәрҙе йыуып ташлай, йоҡларға ваҡыты етһә, әкиәт уҡый, моңо булмаһа ла, мөңгөрәп йырлап та алғылай. Айгөлө сәңгелдәктән аңлағандай итеп күҙҙәрен тултырып ҡарап ята.
Рәзилә аҙнаһына бер-ике тапҡыр ғына эшенә барып әйләнә ине, һуңғы осорҙа кис һайын юғалыуҙары йышайҙы. Ҡайтып инә лә, хәлдәрен һорап та тормаҫтан, йоҡларға ята. Һуңғы тапҡыр ярты төн ауғас ҡайтты, нишләптер был юлы шат һәм мөләйем, кәйефе үтә лә шәп ине. Түшәккә ятыу менән яланғас тәне менән килеп һыйынды, тик унан ят еҫ килә ине. Арҡаһы менән боролоп ятты, Рәзилә лә ғәйепле кешеләй шым­тайҙы.
Ир менән ҡатындың араһына һалҡынлыҡ йүгерҙе, һуңғы айҙарҙа кәңәштәре лә, һүҙҙәре лә берекмәй. Тик уларҙы бер генә еп бәйләп тота һымаҡ, ул – Айгөлдәре. Сос, теремек ҡыҙҙары туғыҙ айы тулмаҫ элек үк атлап китте, бытылдап хәбәрен һөйләп йөрөп ятҡан көнө, балалар баҡсаһында инде һаҡауыраҡ теле апаруҡ асылды.
Йәйге гастролдән Рәзилә бөтөнләй үҙгәреп ҡайтты: ҡарашы һалҡын, хәрәкәттәре һүлпән, тирә-йүнгә ҡарашы битараф, Айгөлдө лә, уны ла бөтөнләй күрмәй төҫлө. Ҡайтҡан көнө, башы ауыртыуға һылтанып, урынды карауатҡа һәм иҙәнгә йәйҙе. Оҙаҡ йоҡлап китә алманы, түшәмгә төбәлеп уйланып ятты. Юғары ҡатта йәшәһәләр ҙә, иҙәндән һалҡын килгәндәй, юрғанды башынан аша тартып япты. Айгөл уянып мыжығайны, тороп, бәләкәй карауатты һелкетеп, кескәй ар­ҡанан һөйөп ҡаҡҡайны, ҡыҙы ҡабаттан йоҡлап та китте. Рәзиләнең дә карауаты шығырлап ҡуйҙы, ул да уяу ине.
Иртәгәһен Айгөлдө балалар баҡсаһынан алып ҡайтыуға бүлмә буш ине. Торлаҡтары етемһерәп ҡалғандай, шуны күңеле менән һиҙҙе. Айгөлөн сисендермәйенсә генә диванға ултыртты ла кейем шкафын асты, унда Рәзиләнең күлдәктәре урынында буш элгестәр генә теҙелгән, бүлмә эсендәге башҡа кейем-һалым да юҡҡа сыҡҡан. Өҫтәлдә – ҡағыҙ бите, эргәһендә ҡәләм ята. Быуынһыҙланып ултырғысҡа ултырҙы ла ҡағыҙҙы ҡулына алды: «Хәлил, мине берүк дөрөҫ аңла, по крайней мере, постарайся понять. Китәм. Навсегда. Һин ғаиләне хәстәрләү өсөн генә яралған кешеһең, һәйбәтһең, быны мин ихластан әйтәм. Ҡасан дә булһа аҡыллы ҡатын тап килһә, һис шикһеҙ, бәхетле йәшәйәсәкһең. Ә мин һине, яҡшы кешене, не сумела, не смогла полюбить… Прости… Ярата белеү, наверное, удел немногих, избранных людей. Юҡҡамы ни кешеләрҙе мөхәббәтле һәм мөхәббәтһеҙҙәргә бүләләр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мин ошо төркөмдөң һуңғыһында. Үҙ оямды ҡорорға теләп китәм, әгәр ҡора алһам… Серый быт, постоянная нехватка денег, тесная комнатка йәнемә тейгәндер, үҙәгемә үткәндер, бәлки, әҙәм балаһына ғүмер тик бер тапҡыр ғына бирелә, шуны әҙәмсә йәшәп үткәрге килә. Буласаҡ ирем бик бай кеше, его стремление, образ жизни – аҡса табыу һәм уны өҙлөкһөҙ арттырыу. Ул айырым, аҙ һанлы төркөм генә аңлаған аҡса телендә һөйләшә шикелле. Шул күҙҙәрен томалаған аҡса аша мине күрерме икән, бына эш нимәлә… Бергә йәшәгәндә мин һине күрмәнем бит әле, шуның ише. Һин шул яһалма мөнәсәбәткә, алдаҡ тормошҡа, һалҡын бүлмәгә сыҙаның, ә беҙ, миражға алданып, моң артынан эйәреп булмаҫтайға ымһынған хыялый халыҡ, иғтибарҙан ситтә йәшәй алмайбыҙ һәм белмәйбеҙ… Һинең менән осрашмаҫҡа тырышырмын. Если когда-нибудь да встретимся, мне будет очень стыдно! Сөнки мин хыянат иттем. Икегеҙгә лә… Хыянат – ғәфү ителмәй торған гонаһтарҙың береһе… Айгөл ҡалһын. Ул төҫө менән, хатта характеры менән дә һиңә ныҡ оҡшаған, әгәр алып китһәм, бергә йәшәгәнебеҙҙе, бергә үткәнебеҙҙе хәтерләтер, ә уға, күҙгә төшкән сүпкә, сыҙап йәшәү еңел булмаясаҡ. Юҡ, юҡ, Айгөлдө сүп менән сағыштырмайым. Мин ул сүп, ошо һатлыҡ йәнлегем – сүп. Тағы – һин бит уның өсөн йәнеңде бирергә әҙерһең. Әгәр икебеҙ ҙә китһәк, ни эшләрһең, яңғыҙлыҡҡа нисек сыҙарһың, шул хаҡта уйланым. Ҡыҙыбыҙҙы матур итеп үҫтеререңә ышанам, ә минең яңы яртым уның өсөн ят һәм үгәй. Ә айырылышыуға килгәндә, беҙ былай ҙа ЗАГС-та түгелбеҙ, так что официальный развод не нужен. Прощай. Спасибо за все…» Ҡулында де­релдәгән дәфтәр бите ысҡынып китеп, кәйелеп осоп иҙән уртаһына барып ятты. Шомлоҡто һиҙенгән Айгөл дә шарылдап илап ебәрҙе.
Тәмәке тоҡандырҙы, бер килке быҫҡытҡас, аяҡтарын һәлмәк ҡыбырлатып залға кире инде. Һыҡмалы дарыу табып алды, киң балаҡтарын өҫкә күтәреп, тыш та быш килеп тубыҡтарын ыуа башланы: «Йә инде, элекке спортсы, спорт мастеры тип кем әйтһен…» Әүәле быуындарының ҡайҙалығын да белмәй ине, хәҙер, ана, көн һайын ыуыуҙы, йылытыуҙы, наҙлауҙы талап итә. Үткәндә цехта бергә эшләгән иптәше шаярыу ҡатыш: «Ҡырҡ йәштән һуң бер ерең дә ауыртмай, һыҙланмайһың икән, тимәк, һин – мәйет!» – тигәйне бит, уға икенсе йыл ҡырҡ биш йәш тула. Мәшәҡәтен осланы ла, башын артҡа ташлап, тын ултырҙы, ҡаршыһындағы телевизор ҡуйыл­ған шкафтың аҫҡы өлөшөнән ҡалын альбомды тартып сы­ғ­­­арҙы, ундағы фотоларҙы, открыткаларҙы, башҡа иҫтә ҡалырлыҡ ҡағыҙ киҫәктәрен ҡараштырырға кереште. Уларҙың күптәре һарғайып, күрмәлекһеҙләнеп бөткән, шулай ҙа һәр береһе күңеленә яҡын хәтирәләрҙе һаҡлай, һәр береһе ҡәҙерле. Беренсе биткә икеһенең фотоһы йәбештерелгән. Өйләнешмәҫ элек айырым төшкән нәмәләр йәнәш бик сәйер күренә: ул, Рәзиләне һынап ҡарағандай, уның яғына аушая биргән, ә тегеһе, ҡасырға теләгәндәй, ситкә тартылған. Бына быныһы – бергә йәшәй башлаған саҡтары, Айгөлдө уртаға алғандар. Альбомда Рәзиләне хәтерләткән фотолар ошолар ғына, ҡалғандарын үҙе менән алып киткән. Бәләкәйерәк саҡта Айгөл йыш ҡына: «Әсәйем ҡайҙа булды ул?» – тип төпсөнә ине. «Һин сәңгелдәктә саҡта уҡ сирләп үлеп китте», – тип яуап­лай торғайны. Һуңғы осорҙа ҡыҙы ун­дай һорауҙы бирмәҫ булды. Ҡайтып инһә, көнө компьютер артында үтә, һирәкләп телевизор тоҡандыра, онотҡанда бер ошо альбом биттәрен ҡараштыра. Әсәһен күрһә, уның яғына сәйер һирпелеп ҡуйыу менән генә сикләнә. Һиҙенә, һүҙгә әүәҫ Хәлиҙә һеңлеһе серҙе һаҡлай алманы шикелле. Айгөл әсәһе хаҡында бер ни ҙә белмәй шул. Нимә тип кенә һөйләһен инде, маҡтаһынмы, яманлаһынмы? Юҡ. Әйҙә, нисек бар, шулай ҡалһын, сөнки һәр кем үҙенсә хаҡлы. Бәлки, уның да хатаһы булғандыр, яҡшы ирҙе ҡатыны ташлап китмәй. Үткәндә һүҙ араһында: «Әсәйең һәйбәт кеше ине, эшлекле, хәстәрлекле булды, һине яратты», – тип әйтеп ысҡындырҙы. Ҡыҙының йөҙө бер мәлгә генә ҡайһылай балҡып киткәйне! Ҡыҙ балаға һәр ваҡыт әсә йылыһы, әсә тәрбиәһе етмәй, хатта алтын атай ҙа әсәйҙе алмаштыра алмай, уға торошло түгел… Икенсе биттә – Айгөлдөң беренсе класҡа барғандағы фотоһы. Аҡ алъяпҡыслы мәктәп формаһы кейгән, башында – ҙур бант. Ҡураныс кәүҙәгә тап килеп үк бөтмәгән кейемдәрҙе ҡатын-ҡыҙ ҡулы хәстәрләмәгәнлеге һиҙелә. Йылмайыуҙан тешһеҙ ауыҙын йырған Айгөлөнөң ҡулында Хәлиҙә һеңлеһенең баҡсаһынан йыйылған гөлләмә. «Уға бит ул саҡта утыҙ йәш тә тулмаған булған, бына бит уҙған ғүмер… » Бынау ус аяһылай түңәрәк ҡағыҙға ҡыҙыл менән ҙур итеп бишле һаны яҙылған. Ҡыҙының мәктәптән алып ҡайтҡан тәүге билдәһе. Ҡулына тотоп ҡыуанып ҡайтып килгәнендә ҡағыҙ киҫәге елгә осоп китә. Шуны ҡыуып арып-тала, саҡ машина аҫтына барып эләкмәй, өҫтөн бысрата, илап бөтә, алып ҡайта барыбер. Ошо ваҡиғаны Айгөл үҫә төшкәс һағыныулы хәтирә итеп һөйләгәйне… Быныһы – бейеү түңәрәгендә төшкән фотоһы. Хас та күбәләккә оҡшаған, бына-бына елпенер ҙә сәскәгә барып ҡуныр төҫлө. Быныһын Талҡаҫта төшкәйнеләр. Айгөлдөң башына эҫе ҡапҡайны ул көндә. Еләккә барып, кәйефһеҙләнеп ҡайтты. Фото йәмһеҙерәк сыҡҡан. Башына эҫе ҡапҡанға ғына шулай көйһөҙләндеме икән ул саҡта? Ай-һай…

Хәйҙәр ТАПАҠОВ.
(Дауамы. Башы 4-се һанда).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға