«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Ҡыҙ һәм егет хаҡында



02.08.2013 Ҡыҙ һәм егет хаҡында

Бер көндө ҡыҙ йөрөгән егетенән:
– Мин һиңә кәрәкменме? – тип һораны.
– Юҡ.
Ҡыҙҙың күҙҙәренә йәш бөртөктәре эркелде. Шунан ул:
– Мин һөйкөмлөмө? – тине.
– Юҡ.
Ҡысҡырып илап ебәрҙе һәм көс-хәл менән:
– Һин мине яратаһыңмы? – тип һораны.
Был һорауына ла үҙе теләгән яуапты алмағас, китергә йыйына башланы. Шул саҡ егет уны ҡосаҡлап алды һәм:
– Миңә былай ғына кәрәк түгелһең, ә һулар һауам һымаҡ кәрәкһең. Һөйкөмлө түгел, ә фәрештәһең. Һәм мин һине яратмайым, ә һинең был донъяла барлығың менән йәшәйем, – тине. Ҡыҙҙың күҙҙәренән йәш ағыуы дауам итте. Егете уны тағы ла нығыраҡ күкрәгенә ҡыҫты һәм күтәреп үк алып, йәшле күҙҙәренән үпте һәм был икәү үҙ юлдары менән китте.
Мөхәббәтегеҙҙе һаҡлағыҙ, уның өсөн көрәшегеҙ! Берүк уны юғалта күрмәгеҙ! Сөнки ул беҙҙең менән идара итә, йәшәргә көс һәм илһам бирә!

Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға