26.07.2013 Талха Ғиниәтуллин йәшәү өсөн көрәшә
Учалы яҡтарынан милләтебеҙҙең абруйын күтәргән билдәле, атаҡлы, данлы шәхестәр күп сыҡҡан. Уларҙы барлағанда мотлаҡ Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Талха Ғиниәтуллинды ла һанап китәләр. Иҫкә алырлыҡ та – яҡташыбыҙҙың ижады Рәсәй сиктәрен аша атлап сит илдәргә сыҡты. Күптәрҙе һоҡландырҙы, тетрәндерҙе, уйландырҙы. Ғүмер буйы йәшәгән Мәскәү һынлы Мәскәүҙе ҡалдырып, һалҡын ташлы тауҙарға һыйынып ултырған Ураҙға ынтылған яҙыусы бөгөн ни хәлдә йәшәп ята? Ижад итәме, тормошонан ҡәнәғәтме?
Беренсе тапҡыр 2010 йылдың көҙөндә Ураҙҙа яҙыусының өйөндә сәй эсергә насип булғайны. Үткән аҙнала тағы ла юл төштө. Һуңлатып ҡына барып, яҙыусының туҙған ҡапҡаһын шаҡыным. Һәм унда күргәндәрҙән, ғәҙелһеҙлектән, битарафлыҡтан, яуапһыҙлыҡтан кисергән тойғоларҙан әле булһа арына алмайым.
Серек ҡапҡа
артында ниҙәр бар?
Буяуҙары уңып, саҡ-саҡ эленеп торған ярым емерек ҡапҡа донъяға билдәле яҙыусының әсе һәм ғибрәтле бөгөнгө булмышын күрер күҙҙәрҙән йәшерә, тигән тойғо ҡалды миндә. Был ҡапҡаға рәхмәт әйтке килә. Ул әллә яугир яҙыусыға хөрмәт һәм ихтирам йөҙөнән, әллә урындағы түрәләрҙе уңайһыҙ хәлгә ҡуймаҫ өсөн, үҙенең яуаплы вазифаһын үтәй. Иҫке ҡапҡа серегән таҡталары, тутыҡҡан күгәндәре менән көс-хәлгә терәлеп тора. Киҫәтеп ҡуям, әгәр юл төшһә, машинағыҙҙы ихатаға индерер өсөн ҡапҡаны берүк асмағыҙ, ҡолап, һеҙҙе мәшәҡәтле итәсәк.
Хәҙер йортҡа күсәйек. Ул ике бүлмәле. Түбәһе ҡалай менән ҡырҡ йылдар самаһы элек ябылған булған. Бәлки, заманында был йорт ауылда иң матурҙарҙың береһе иҫәпләнгәндер, тип уйларға нигеҙ бар. Ҡалай түбә тутығып, иләкләнеп бөткән.
– Ярай әле, ямғыр яумай, – тип ҡыуана яҙыусының тормош иптәше Әсмә Харис ҡыҙы. – Ҡоя башлаһа, күнәк еткерә алмайбыҙ.
Сәйер, әлбиттә, ләкин бөгөн ҡоролоҡҡа ҡыуанған кеше лә бар икән.
Ямғыр эҙҙәре күренмәһен өсөн түшәмгә өҫтө-өҫтөнә обой йәбештерелгән. Иҙән серегән, урыны менән емерелгән. Ҡат-ҡат балаҫ түшәгәндәр. Стеналарҙың серек, тишек булыуы эстән таҡта менән көпләгәнгә генә күренмәй. Ел сыҡҡанда был өйҙә ултырырлыҡ түгел, үтәнән-үтә өрә һәм өшөтә.
– Бәләкәй саҡта, фронтта, аҙаҡ Мәскәүҙә күп өшөнөм, – ти Талха Йомабай улы, – һаман йылыға туя алмайым. 1989 йылда ғүмерлек хыялымды тормошҡа ашырҙым: заманында олатайымдың атаһының нигеҙе булған ошо йортто 2 мең һумға һатып алдым. Яллап мунса төҙөттөм, ҡоймаһын яңырттым. Һуңғы 24 йылда ижад ителгән әҫәрҙәремдең күбеһе ошонда яҙылды.
Төнө буйы үҙ мәшәҡәттәре менән ҡыштырлаған сысҡандар һәм өйҙөң йәй уртаһында ла һыуыҡ булыуы бында күргән ауырлыҡтарҙың иң бәләкәйе.
Әйткәндәй, ураҙҙар бай һәм мул йәшәй. Йорттар береһенән-береһе матурыраҡ, ҡоймалар сағыуыраҡ. Һәр хәлдә, яҙыусыныҡы һымаҡ ҡотһоҙ, ауылдың абруйын төшөрөрлөк башҡа йортто мин Ураҙҙа күрмәнем. Ана бит, яҙыусының аласыҡтай өйөнә терәтеп тигәндәй ниндәй бейек йорт төҙөп ҡуйғандар. Хатта урамға һыймай ултыра. Күрше хужа түҙемһеҙләнә, борсола, ихатаһын киңәйтергә теләүен йәшермәй. Бер нисә тапҡыр яҙыусынан: “Һин ҡасан Мәскәүеңә ҡайтып китәһең?” – тип һорағанмы, әллә талап иткәнме?
Ҡағыҙҙа төҙөлгән йорт
Ирекһеҙҙән бынан өс йыл элек көҙ тәүге тапҡыр ҡылған сәфәрҙе иҫкә төшөрәм. Килдек. Яҙыусының донъяһын күрҙек. Уйландырҙы.
Иң тәүҙә район хакимиәтенә һуғылдыҡ. Башлыҡ яңы эш башлап йөрөй, ихлас, дәртле егет. Ошо яҡтарҙан икән. Талха Ғиниәтуллиндың ижадын, әһәмиәтен белә. Иң мөһиме – ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер.
– Ана, янғында ҡаза күргәндәргә һалынған туғыҙ йорт береһенән-береһе ҙурыраҡ, өс-дүрт айҙа күтәреп ҡуйҙыҡ, – тине ул. – Талха ағай үҙебеҙҙеке инде, ярҙам итербеҙ. Йорт матур булырға тейеш. Беҙҙән һигеҙгә ун метрлы ҡарағай бура һис тә йәл түгел.
Һирәк-мирәк яҙыусыға тәғәйенләнгән өйҙөң яҙмышы менән ҡыҙыҡһынып торҙоҡ. Борсолоп мәшәҡәтләнмәгеҙ, тип тынысландырҙы район хакимиәтенең вазифалы чиновниктары. 2010 йылдың декабрендә әҙәбиәт һөйөүселәрҙе ҡыуандырып, хәҡиҡәт тантана итте. Талха Ғиниәтуллинға Президент Рөстәм Хәмитовтың Указы менән “Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы” исеме бирелде. Яҙыусыға төҙөләсәк өйҙө ҙурайтыу, һуңынан унда әҙәбиәт музейы асыу һымаҡ йылы һүҙҙәр ишетелеп ҡалды.
Шул ваҡыттан һуң, ҡабатлап әйтәм, өс йылға яҡын ваҡыт үтте, түшәмдән байтаҡ һыу аҡты, ҡар яуҙы. Башлыҡтар алмашынды. Хәҙер комбинатта ла етештереү менән өсөнсө директор шөғөлләнә.
Өйөлмәгән өйҙөң яҙмышын юллап, өмөт һәм ышаныс менән Ураҙ ауыл биләмәһе хакимиәтенә атлайым.
Ауыл уртаһындағы текә һәм заманса бина әллә ҡайҙан уҡ үҙенә саҡырып, һауалы тора. Эргәһендә байтаҡтан буяу төҫө күрмәгән мәҙәниәт йорто, элекке хужалыҡ идараһы, почта оялып ҡына ултыра. Тирә-яғына күҙ һирпкәс, ҡоймаларын рәтләп, кесерткәндәрен сабып, сәскәләр ултыртҡанда шәп булыр ине, тип уйлап ҡуяһың. Клуб эргәһен кешеләргә ҡарағанда төндәрен мал-тыуар күберәк тапамаймы икән? Быныһы, өҫтәп әйтәм, Ураҙҙа күргәндәр араһында ваҡ-төйәк кенә.
Хакимиәт башлығы Самат Сиражетдин улы бик йылғыр, өлгөр етәксегә оҡшаған. Ҡағыҙҙар араһында байтаҡ эҙләнгәс, Талха ағайҙың буласаҡ йортоноң проектын да килтереп сығарҙы. Йорт ни өсөндөр бер аҙ бәләкәйләнгән, ләкин быныһы ғына түҙерлек. Проект былтыр төҙөлгән. Етегә туғыҙ метрлыҡ бураны өйөп, күтәртеп ултыртыу 909 мең һумға төшәсәк. Ләкин былар барыһы ла, кем әйтмешләй, әлегә изге ниәттәр генә. Хакимиәт башлығы яугирҙың ни хәлдә йәшәп ятыуын белә. Уға бик уңайһыҙ, хатта оят. Үҙен һәм властарҙы аҡларлыҡ һүҙ таба алмауын йәшермәй. Ауылда, Талха бабайҙан тыш, бер генә һуғыш ветераны йәшәй. Етмәһә, штатта ике социаль хеҙмәткәр иҫәпләнә. Улар өлкән йәштәге һигеҙ кешене ҡарай һәм тәрбиәләй. Ләкин ярҙамға мохтаждар исемлегендә донъяға билдәле яҙыусы юҡ.
Ғәйепкә сығармай шуны билдәләйек, башлыҡ үҙе заманса өйҙә йәшәп ята, йылытыла, һыу индерелгән, ваннаһы, бәҙрәфе – бөтәһе лә ҡаласа. Хатта ҡалаң да кәрәкмәй. Яҙыусының таяғына таянып, көс-хәлгә, һыңар күнәкләп көн һайын алыҫтағы ҡоҙоҡтан һыу ташыуы, яллап утын килтертеүе һәм ярҙырыуы, хатта йәй көндәрендә мейес яғыуы, мунсаға яртышар күнәкләп һыуҙы үҙе ташыуын һәр көн күреп йөрөй. Әммә Ураҙ һымаҡ ҙур һәм ҡатмарлы ауылды ҡулында дер һелкетеп тотҡан Самат Шәмсетдинов үҙендә атаһы һымаҡ һуғыш ветеранына ярҙам итерлек ихтыяр, көс-ҡөҙрәт таба алмай.
Сараһыҙҙан уйлап ҡуям, еңеүсе илдә көс юҡлыҡтан яртышар күнәкләп һыу ташыған, үҙе мунса яҡҡан, утын менән өй йылытҡан халыҡ яҙыусыһы түгел, ябай һуғыш ветераны бармы икән?!
– Байрамдар менән ҡотлайҙармы һуң? – тип һораным яҙыусынан уңайһыҙланып ҡына.
– Ни эшләп ҡотламаһындар, ҡотлайҙар, – тине әҙип, күҙҙәрен йәшереп. – Былтыр Медведев ҡотланы, быйыл Путиндан, Хәмитовтан ҡотлау алдым. Рәхмәт. Улар онотмаған әле.
Бына шулай, Талха бабай, ҡартайған көнөңдә ауылда көн итеү һиңә фашистарҙы ҡыйратып, дошмандарҙы еңеп ҡайтыу, һоҡланғыс әҫәрҙәр ижад итеү түгел. Тик бына түрәләрҙең битарафлығын, уларҙың кешеләргә ҡарата вайымһыҙлығын нисек еңергә икән?
Ярай, ғәрәптәр
килмәгән
Йортҡа яңынан әйләнеп ҡайтайыҡ. Ихатаны баҫҡан ҡарағура, ишелергә торған һарай тураһында һүҙҙе артыҡ сурытып тормайыҡ. Дөрөҫтөр, Талха бабай үҙе: “Миңә шулай оҡшай. Үләнгә баҫып йөрөгөм килә”, – ти бит. Ана, балтырған менән кесерткән ярышып үҫә, меңъяпраҡ гөрләп сәскә ата.
Яҙыусы, хәтирәләргә бирелеп, сит ил хәбәрселәре тураһында һөйләй башланы:
– Мәскәүгә, мине эҙләп, Франциянан бер хәбәрсе килгән, күрергә, осрашырға, һөйләшергә теләй. Үҙе картаны күҙ алдына ла килтерә алмай. Килеп етә алмаҫһың, тип, баш тарттым. Телефондан үҙе шылтыратты. Сәғәт ярым өгөтләргә тура килде. Байтаҡ аҡсаһы елгә осҡандыр инде. Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән телевидение хәбәрселәре лә минең менән осрашырға теләне. Уларға һуғышта еңеп ҡайтҡан башҡорт һалдаты кәрәк булған икән. Нимә, уларҙы ҡабул итеп, үҙемдең ниндәй меҫкен хәлдә йәшәүемде күрһәтәйемме? Улар бит был хаҡта бөтә донъяға күтәреп сығасаҡ.
– Беҙ Мәскәүгә ҡайтҡас, тыуған яҡта һеҙҙе ҡулда ғына йөрөтәләрҙер инде, тип әйтәләр, – әңгәмәгә Әсмә Харис ҡыҙы ҡушылды. – Былай һыр бирмәйбеҙ. Әллә ни зарланған юҡ инде. Кеше күргәнде күреп йәшәйбеҙ.
Форсаттан файҙаланып, Әсмә Харис ҡыҙына ысын күңелдән барлыҡ ҡәләмдәштәр һәм яҡташтар исеменән ихлас рәхмәт һүҙҙәре еткерге килә. Яҙыусы ҡатыны булыу ифрат ауыр, яуаплы, нескә вазифа. Күңел йомартлығы, айырыуса түҙемлек талап ителә. Ни хәл итәһең, донъя ауырлыҡтарын, һуғышты кисергән кеше көйһөҙләнеп мыжып та ебәрәлер, күңел төшөнкөлөгөнә бирелгән саҡтары ла барҙыр. Әсмә апай ҙур түҙемлек менән Талха Йомабай улына ижадында ярҙам итә. Ул – кәңәшсеһе лә, ярҙамсыһы ла. Ҙур рәхмәт һеҙгә, хөрмәтле Әсмә Харис ҡыҙы!
Хәҡиҡәт өсөн әйтергә кәрәк: Учалыла Талха Ғиниәтуллин тураһында хәстәрлек күрәләр. Ҡыш көндәрендә килеп торорға тәүҙә ваҡытлыса бер бүлмәле фатир биргәндәр. Беренсе ҡаттан. Шау-шыулы. Етмәһә, һыуыҡ. Бабай баш тартҡан. Ике йыл элек, ваҡытлыса тип, ике бүлмәлене биргәндәр. Дүртенсе ҡаттан.
– Йылы, – ти яҙыусы, – ләкин минең аяҡтарым хәҙер дүртенсе ҡатҡа менеп йөрөрлөк түгел. Миңә көн һайын саф һауала булырға кәрәк. Учалы урамдары ҡыш таҙартылмай, йөрөрлөк түгел. Һыуыҡ. Тейешле шарттар булһа, ҡышын да ошонда ғына йәшәр инем.
Ураҙ менән Мәскәү араһы
Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы менән һөйләшкәндә йәнә шул асыҡланды: урындағыларға Талха Ғиниәтуллиндың Мәскәүҙә пропискала тороуы оҡшамай икән. Ни хәл итәһең, әлеге сәбәп атаҡлы яҙыусының тормошонан да, ижадынан да көнләшеүселәр өсөн ғүмерлек һылтау булып хеҙмәт итә. Юҡ-юҡ тигәндә лә бабай бынан илле йылдар самаһы элек инде баҫмаға әҙерләнеп бөткән китабының Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы шикәйәтенән һуң тыйылыуын онота алмай. Әле булһа ҡайһы бер журналдарҙа әҫәрҙәрен баҫтырыуҙан баш тартыусылар табылып тора икән. Т. Ғиниәтуллин үҙе иҫән саҡта әҫәрҙәренең биш томлығының рус телендә донъя күреүен теләй. Әҙерләп, нәшриәткә тапшырған. Хәҙер алтынсы томын әҙерләй. Ярҙам һорап, хат яҙған. Көтә, ләкин күңеле ышанып бөтмәй. Бабай бөгөн аралашыуға, ярҙамға, теләктәшлеккә мохтаж.
Беҙҙең йөрөмтәл яҙыусы халҡы Учалы яҡтарында булғанда, юл төшһә лә, төшмәһә лә, Талха ағайҙа ҡунаҡ булып ҡайтырға ярата. Бабай йомарт. Әбейе уңған. Мунса яғылған. Аш-һыу мул.
– Талха Ғиниәтуллин янында булып ҡайттым әле. Ул иҫән-һау. Яңы әҫәр яҙыу менән әүҙем шөғөлләнә. “Бригада өйрәһе” исемле яңы повесть яҙа, – ти улар.
Ышанмағыҙ, алдайҙар! Бабайҙың хәле ауыр һәм ҡатмарлы. Ҡолағы насар ишетә, бер күҙе бөтөнләй күрмәй, икенсеһе томалана башлаған. Әбейе лә көс-хәл менән атлап йөрөй. Өҫтәүенә, боронғо яҙыу машинкаһы ватылған. Тәүге бите сыҡмай, күсермә аша икенсе битен генә уҡырға тура килә. “Бригада өйрәһе”нең яҙмышы бөгөн ҡыл өҫтөндә.
Асыҡлыҡ өсөн Мәскәү пропискаһы хаҡында аңлатма биреүҙе тейешле һанайбыҙ. Яҙыусының ҡалала ике бүлмәле, 46 квадрат метр майҙанлы фатиры бар. Унда улының ғаиләһе йәшәй. Иң ҡыҙығы шунда: яугирға тейешле льготалар бөтәһе лә Мәскәүҙә файҙаланыла.
Әйткәнебеҙсә, бабай етди сирләй, ләкин Мәскәүҙә теркәлгән, тимәк, шунда дауаланырға тейеш. 28 июлгә Мәскәүгә билет алынған, Мейәс ҡалаһында ултырырға кәрәк. Т. Ғиниәтуллин аптырана: Мейәскә нисек барып етергә? Үтеп барыусы поезд ике минутҡа ғына туҡтай. Етмәһә, ҡайһы юлға туҡтауын килеп еткәс кенә иғлан итәләр. 88 йәшлек халыҡ яҙыусыһы менән Ленинград блокадаһын кисергән 80 йәшлек әбейгә тоннель аша тәғәйен юлын табырға, ауыр сумаҙандарын күтәреп ер өҫтөнә сығырға, һанаулы ғына секундҡа туҡтаған поездың бейек ишектәрен яуларға кәрәк.
Хушлашыр алдынан хакимиәт башлығынан:
– Һеҙ Талха бабайҙы Мейәскә поезға оҙатып ҡуя алмаҫһығыҙмы икән? – тип һораным.
– Быныһын ғына эшләрбеҙ, – тине ул.
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ.