28.06.2013 Мәҙәктәр
Зоомагазинда бер ханым тутыйғош һатып алырға теләй.
– Шунан, аңра баш, ̶ ти ул бер тутыйғошҡа, ̶̶ һөйләшә беләһеңме?
– Әлбиттә, ҡарт алаша, ̶̶ ти тутыйғош, ̶ ә бына һин оса беләһеңме?
* * *
– Ҡатын, ҡатын, ̶̶ тип ҡысҡыра ир, ̶ мин үләм.
– Шунан? Хәҙер нимә, миңә иларғамы ни?
– Иларға кәрәкмәй. Һинең мин яратҡан “Бәләкәскәйем, мине үҙең менән ал!” тигән йырҙы йырлауыңды теләйем.
* * *
Бүләккә 120 минут бушҡа һөйләшеү эләккән ханым ̶ операторға:
̶ Был минуттарҙы ай буйына файҙалана аламмы?
̶ Әлбиттә!
̶ Ә бер аҙнала?
̶ Рәхим итегеҙ!
̶ Бер көндә?
̶ Эйе, һеҙҙең эшегеҙ.
̶ Ә бер сәғәттә?
̶ Юҡ, юҡ, бер сәғәттә булмай.
̶ Ниңә, быныһы тағы ни тигәнде аңлата? ̶ тип екергән ханым.
* * *
Иғлан: „Хөрмәтле фатир хужалары! Һеҙҙең йортта бер айға йылы һыу туҡтатыла. Айырым хаҡҡа, һеҙгә ул тиклем ҡыйын булмаһын өсөн, күрше йорттарҙыҡын да туҡтатабыҙ.
* * *
Намыҫ ̶ ул алйырҙан һымаҡ, йә йоҡлай, йә кимерә.
* * *
“Мадоннаға ̶ 55, ә уның дуҫына 22 генә, Тина Тернерға ̶ 75, дуҫына ̶ 40. Һин бөгөн яңғыҙмы ни? Эй, ҡайғырма, һинең егетең әлегә тыумаған”.
* * *
̶ Һылыуҡай, һеҙгә нисә йәш?
̶ Ун туғыҙ йәш тә 72 ай.
* * *
Йәшел сәй эсеп ябығырға теләгәндәргә берҙән-бер ысул ̶ тау