04.06.2013 Үәт, ҡыҙыҡ!
– Атай, бөгөн төшөмдә, һин миңә ун мең һум аҡса биргәнһең икән, тип күрҙемсе, – ти 17 йәшлек егет.
– Шулаймы, улым, ярай, аҡсаны үҙеңдә ҡалдыр...
* * *
– Табип әфәнде! мине аяҡҡа баҫтырғанығыҙ өсөн рәхмәттәремде нисек кенә әйтеп бөтөрөргә икән?
Кешелек аҡсаны уйлап тапҡандан бирле был бер ниндәй ҙә проблема тыуҙырмай.
* * *
Математика уҡытыусыларының съезы һуғыш менән тамамланды. Нимәнелер бүлә алмағандар.
* * *
Командировкаға китер алдынан ире ҡатынына шаярып ҡына, йоҡо бүлмәһендә “видеорегистратор” тора, ти. Ә командировканан ҡайтыуына өйҙәге иң бейек һәм ҡиммәтле өҫтәлдең аяғы һынғанын күрә.
* * *
Ысын ир-егет бер ҡасан да үҙе артынан бысраҡ һауыт-һаба ҡалдырмаясаҡ: кәтлитте һәм картуфты ул – табаһынан, ә ашты кәстрүлдән ашаясаҡ.
* * *
Ике ҡараҡ берәүҙең кәзәhен урларға уйлай. Был эш бик ябай күренhә лә, кәзә – бик тиҫкәре мал, уны нисек урларға hуң? Шунан береhе:
– Таптым, – ти, шатланып.
– Нисек?
– Кәзәне кейендереп, артҡы аяҡтарына баҫтырып, алғыhынан ҡултыҡлап алып ҡасырға кәрәк.
Кәзәне ир-ат кейеменә кейендереп, ҡултыҡлап алып китергә уйлағанда, тегеhе тиҫкәреләнеп, баҡыра башлаған. Шунан бурҙарҙың береhе, кәзәнең ауыҙын ҡаплап:
– Эсеп туйманыңмы ни, алкаш, ана бит шул эсеүең арҡаhында хәҙер кәзә булып ҡысҡыра башланың, – тигән.
* * *
Әгәр ҙә бик оҙаҡ һәм намыҫлы итеп 8 сәғәт эшләһәгеҙ, бәлки, уңырһығыҙ ҙа – етәксе булып китерһегеҙ һәм 12-шәр сәғәт эшләй башларһығыҙ.
* * *
Командировканан ҡайтыуығыҙға фатирығыҙ таҙа итеп йыйыштырылған, аш бүлмәһенән тәмле еҫ килһә, балаларығыҙ тыныс ҡына дәрес әҙерләһә, ҡатынығыҙ шат йылмайып һеҙҙе ҡаршылаһа, ҡәйнәгеҙ һеҙгә иғтибар ҙа итмәй бәйләм бәйләһә, этегеҙ шым ғына үҙ урынында ятһа – тимәк, уларҙың кемеһелер һеҙҙең компьютерығыҙҙы боҙған.
* * *
– Улым, һин эшләгән һәр насарлыҡ минең бер бөртөк сәсемде ағарта. Ҡара, күпме сал сәс бар миндә хәҙер!
– Өләсәйҙең ап-аҡ сәстәренә ҡарағанда, һин дә ул тиклем тәртипле булмағанһың, әсәй.
* * *
– Ҡояшым!
– Нимә, матурым?
– Аҡыллым, миңә сәй яһа әле!
– Әлбиттә, ҡуяным!
– Рәхмәт, гүзәлем!
– Теләһәң, тағы ла яһармын, арыҫланым!
– Яратам һине, бәпкәм!
– Мин дә һине яратам, иркәм!
– Туҡта әле, туҡта, һин дә минең исемемде иҫләмәйһеңме әллә?