«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



28.05.2013 Үәт, ҡыҙыҡ!

Ултырышта күңелһеҙ булмаһын өсөн Николай Валуев Дәүләт Думаһының китапханаһынан «Солох һәм тыныслыҡ» китабының ҡаты тышлыһын алып, уны ҡулына йомарлап залға үтә.

* * *
Хәҙер балаларҙы тәрбиәләү – ул процесс. Шуның өсөн дә уның менән күберәк компьютер шөғөлләнә.

* * *
– Әсәй, газ өҫтө ниңә шул тиклем бысраҡ?
– Атайың йомортҡа ҡурған.
– Нимә, табаһыҙ ғынамы ни?

* * *
Бюрократтар ғаиләһендә атай кеше улын мөйөшкә баҫтырыу өсөн кәрәкле документтар пакетын йыя алманы.

* * *
Оҙон муйынлы малайҙар бер ваҡытта ла контроль эшкә әҙерләнеп бармай.

* * *
Үҙегеҙҙең атай-әсәйҙәрегеҙҙе хөрмәт итегеҙ. Улар мәктәпте Гугл һәм Википедиянан башҡа тамамлаған.

* * *
Иғлан: «Яңы тиерлек «Ока» машинаһы һатыла. Бәләкәй генә юл ҡазаһынан һуң ҡаҡҡылап-һуҡҡыланды, ултыр­ғыстары киптерелде, кабиналағы еҫ елгә осоп бөттө».

* * *
– Һәм айырылышыуығыҙҙың инициаторы кем булды инде?
– Эйе, һәр ваҡыттағыса, әхирәттәр.

* * *
– Комплимент нимә ул?
– Нимә әйтергә белмәгәндә әйтелә торған һүҙ.

* * *
– Мин һине яратам!
– Мин нимә әйтергә белмәйем…
– Нисек бар, шулай әйт.
– Ауыҙың менән аша!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға