«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Балалар йортонда – китап туйы



21.05.2013 Балалар йортонда – китап туйы

Балалар йортонда – китап туйы
Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се республика балалар йортонда әҙәби осрашыу үтте
Ул яҙыусылар, «Башҡортостан» гәзите хеҙмәткәрҙәре Венер Исхаҡовтың «Шоколад ниңә асыу­ланды?» һәм Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй» тигән яңы китаптары донъя күреүе уңайынан З. Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте башлан­ғысы менән ойошторолдо. Тәрбиәләнеүселәр менән китап хаҡында әңгәмәләшеп алыу ниәтендә балалар йортона авторҙар, шулай уҡ «Китап» нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов килде.
Бындағы ҡыҙҙар-малайҙар әҙәби әҫәрҙәр уҡырға ярата, башҡортса китаптарҙы ла үҙ итеүҙәре күренеп тора. Венер Исхаҡовтың балалар өсөн ижад ителгән өр-яңы хикәйәләрен дә ҡыҙыҡһынып уҡып сыҡҡандар. «Алма», «Апайҙар» кеүек кескәй әҫәрҙәрҙе оҡшатып, авторға бик күп һорау ҙа яуҙырҙылар. Венер Исхаҡов әйтеүенсә, хикәйәләрҙе бала саҡ хәтирәләренә, ике ҡыҙының кескәй ваҡыттарындағы ҡыҙыҡлы мәлдәргә таянып яҙған. Тормоштан алынғанға мауыҡтырғыс та инде әҫәрҙәр.
«Ҡалдырма, әсәй» повесы – йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың тәүге китабы. Күптән түгел генә «Китап» нәшриәтендә «Йәштәр тауышы» серияһында донъя күрҙе. Балалар йортонда тәрбиәләнеүсе Ильяс исемле малай яҙмышын һүрәтләгән повесть – автобиографик әҫәр. Ата-әсәһенең ғүмере өҙөлгәс, Айгизгә туғандары менән Белорет районындағы Сермән балалар йортонда тәрбиәләнергә тура килә.
Балалар йортонда – китап туйы – Үҙем күреп-белгәндәрҙе, кисергәндәремде яҙҙым. Балалар йортонда нисек кенә яҡшы булмаһын, һәр бала үҙ ғаиләһе хаҡында хыяллана. Тәрбиәселәрҙең, хөкүмәттең ҡарауы әсә йылыһына тиң түгел. Шуға күрә китапта етемлектең аяныслы яҡтарын күрһәтеп, ата-әсәләр балаларын ситкә типмәһен, балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр иһә ауырлыҡтарға бирешмәһен, үҙ көсөнә ышанып йәшәһен, тип әйтергә теләйем, – ти автор.
Ысынлап та, үҙе кисергән кеше генә үҙәккә үтерлек әҫәр яҙа алалыр. Етемлек донъяһы ҡыйыу, үткер ҡәләм менән фашлана. Күптәре­беҙ­гә билдәле булмаған балалар йорто тормошо, тәрбиәләнеүсе­ләр­ҙең фажиғәле яҙмышы сағыла китапта. Тормошсан итеп яҙылған­ға әҫәр уҡыусылар араһында ҡыҙыҡ­һыныу тыуҙыра. Повестың төп геройына төрлө ауырлыҡтар аша үтергә тура килә, әммә ул һынмай, холҡо боҙолмай, күңелен саф килеш һаҡлап ҡала ала. Әҫәрҙәге Ильяс та, автор үҙе лә балаларға үрнәк, өлгө булып тора.
Тәрбиәләнеүселәр, педагогтар «Ҡалдырма, әсәй» повесын бик оҡшатып уҡыған. Балалар йортонан яҙыусы үҫеп сығыуына ғорурлана уҡытыусылар. Айгиз Баймөхәмә­товты үҙ итәләр. Айгиз Сермәндә тәрбиәләнгәндә үк 1-се республика балалар йортонда була, бындағы педагогтар, тәрбиәләнеүселәр менән таныша. Хәҙер был бәйләнеш туғанлыҡ ептәреләй нығынған.
– Етемдәр донъяһы – әҙәбиәт, башҡа сәнғәт өлкәһе өсөн дә бөтмәҫ-төкәнмәҫ тема. Был турала йышыраҡ яҙырға кәрәк. Тамашасы театрға бара ла сәхнәләге матур күренеште генә күреп ҡайта, ә сәхнә артындағы ауырлыҡтарҙы күҙәтә алмай. Бала күңеле менән яҙылған әҫәрҙә лә башҡалар күрә алмаған күренештәр асып бирелә. Айгиз хис-тойғоларын ҡағыҙға төшөрә алған, ҙур социаль проблеманы нәфис әҫәр кимәленә еткереп күтәргән. Беҙ, балалар йорто тәрбиәселәре, ошоға һөйөнәбеҙ. Киләсәктә, бәлки, был повестың дауамы ла булыр, – тине балалар йорто директоры Фәнисә Бәҙрет­динова. – Балалар менән уларҙың киләсәге хаҡында асыҡтан-асыҡ һөйләшәбеҙ. Иң ҡәҙерлеһе ғаилә икәнен төшөндөрәбеҙ.
«Китап» нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов, авторҙарҙың йыйынтыҡтары тураһында үҙ фекере менән уртаҡлашып:
– Айгиздең китабын мин бер ты­нала уҡып сыҡтым. Мауыҡтырғыс сюжетҡа нигеҙләнеп яҙылған. Китап уҡыусылар араһында бәхәс тыуҙыра алған икән, тимәк, автор үҙ маҡсатына ирешкән. Ике осло фекер уртаһында дөрөҫлөк табыла ла инде. Венер Исхаҡовтың яңы китабы донъя күреүе – матур ваҡиға. Балалар өсөн яҙыусылар күп түгел. Нәшриәтебеҙҙә йылына 200-ләп китап баҫылһа, 30-ы ғына балалар өсөн. Был бик әҙ, әлбиттә, – тине.
Ошо көндәрҙә «Балаларға – китаптар» акцияһы уҙғарыла. Нәшриәт тә балалар йорто китапханаһын йыйынтыҡтар менән байытты.
Әҙәби осрашыуҙа һалынған башҡорт теленә ҡарата һөйөү, тәрбиә орлоҡтары балалар күңелендә үҙ емешен бирер.

Мөнир ИҠСАНОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға