«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » ТӨШӨП ҠАЛҒАН БӘХЕТ...



21.05.2013 ТӨШӨП ҠАЛҒАН БӘХЕТ...

Педучилищены тамамлауына, Зәбирәне әсәһе баш ҡалаға саҡырҙы.
– Етер, ауылда үҫтең, белем алдың, кеше булырға үҙ яныма алам.
Ҡаршылашыр өсөн сәбәпте ҡыҙый тәүҙә өләсәһенән айырылмауы менән аңлатып маташты. Ләкин әсәһе:
– Өләсәйеңдең бер үҙен ауылда ҡалдырыу юҡ, бергә күсереп алам. Минең йортом ҙур, урын бөтәбеҙгә лә етә, – тип ҡоласын йәйҙе. Әсәһенә бер ваҡытта ла асылып бармаған Зәбирә Дауыты хаҡында әйтә алманы. Нисек кенә ныҡ яратһа ла, әсәһенең теләген үтәргә тура килде. Сөнки өләсәһе был ваҡытта таяҡҡа таянып саҡ йөрөгән ҡарсыҡҡа әйләнгәйне. Хатта һөйгәне менән, йөрәгенең түҙмәйәсәгенән ҡурҡып, Зәбирә күҙмә-күҙ хушлашманы. Китер көндәрендә “Ғәфү ит мине” тигән генә яҙыу ҡалдырҙы.
Зәбирә университеттың икенсе курсын тамамлауға, өләсәһе түшәккә ятты. Бер көн кис ҡыҙы өйҙә юҡ саҡта ейәнсәрен янына саҡырып алды ла:
– Беренсе класҡа уҡырға барған көнөңдө хәтерләйһеңме? − тип һораны.
– Уф, өләс, хәтерләмәй буламы? Ул хатты бит мин һаман һаҡлайым. Кем булды икән ул кеше, белмәйһеңме? − тип Зәбирә һорауға һорау менән яуап бирҙе.
– Теге әкиәтте онотма, ҡыҙым. Тоҡ тотҡан ҡарт беҙҙең эргәнән дә үтеп киткәйне. Тоғо ярығынан нимәһелер төшөп ҡалғанын мин күрҙем, – тип көслөк менән генә йылмайҙы ҡарсыҡ.
– Ысынмы, өләс? Нишләп уны дауна әйтмәнең? Мин бында, ҡалала, шул тиклем бәхетһеҙмен. Уны күптән әйткән булһаң, ауылдан мәңге китмәҫ инек. Әсәй беҙһеҙ ғүмере буйы яңғыҙ йәшәгән, артабан да йәшәр ине. Ә һине мин үҙем ҡарар инем, эйе, ишетәһеңме? Эшкә төшөр инем, малыбыҙ ҙа күп булды бит, елгә осорҙоҡ. Мин яратҡан кешемә кейәүгә сығып…
– Эй-й-й, балаҡайым, мин бит, һин ҙур кеше булырға тейеш­һең, артабан уҡырһың, тип кенә китергә ризалаштым. Ауылда үҫкәс, шунда тартылырыңды кем уйлаған? Мин яҡты донъя менән хушлашҡас, яңғыҙарһың тинем дә…– Фәйрүзә әбей күҙ йәштәрен һөрттө. – Яңылыштыҡ, балаҡайым. Әле үҙеңә ҡарайым да, йөрәгем әрней.
– Янымда Дауыт булһа, барыһын да еңелерәк кисерер инем дә… Ә нишләп һин китергә тейеш әле? Туҡта, өләс, һин мине бында яңғыҙ итә күрмә. Мин кемгә барып һыҡтармын? Ҡайындар юҡ, әсәйем ғүмер баҡый эштә. Һыу буйында ултырып та тынсыр хәл түгел. Күктәге йондоҙҙар, ай менән дә серләшә беләм мин. Ә бында хатта йондоҙҙар ҙа юҡ. Әллә ниндәй уҫал ай алыҫтан ғына ҡараған була ла, өндәшмәй. Әллә минең телде аңламай…
Фәйрүзә әбей ейәнсәренең бөтөрөнөүен күҙ йәштәре аша күҙәтеп ятты ла, ауыр көрһөнөп, йылмайған төҫ сығарып, күҙҙәрен йомдо…
Алыҫ юл булһа ла, Зәбирә өләсәһен ауылға алып ҡайтып, ҡәҙерләп ерләне. Әсәһе эштән китә алманы. Машина, тағы бер нисә кеше генә ебәрҙе лә, шуның менән вәссәләм. Ә Зәбирә, бүтәнсә кире бармаҫмын ҡалаға, тип ҡайтҡайны ла…
Өйҙө аҡлап, ишек төбөнә обой йәбештереп сығыуға, күршелә йәшәгән синыфташы Гөлиә килеп инде.
– Эй, әхирәт, ярҙам кәрәкмәйме? Мин бында бүтән мәшәҡәттәр менән мәж килеп, инеп хәлеңде лә белешә алмай йөрөйөм.
– Рәхмәт, барыһына ла үҙем етешәм, борсолма. Ниндәй мәшәҡәт ул, сер булмаһа?
– Сер түгел. Икенсе аҙнала кейәүгә сығам. Туй мәшәҡәттәре. Беҙҙә, ауылда шул бит инде, ике сәғәтлек тантана өсөн ике йыл әҙерләнергә кәрәк. Мә, һиңә лә саҡырыу ҡағыҙы индерҙем. Көтәбеҙ. Ярай, мин китәйем әтеү, эш юл буйы ярылып ята. Иртәгә ҡалаға сығабыҙ таң менән. Туй күлдәге, балдаҡтар алыр­ға. Сәсемә бигуди ҡуяһым да бар.
Зәбирә саҡырыу ҡағыҙын асты. Уҡығас, таянырға таяу эҙләгәндәй, ҡулы менән улай-былай һәрмәнде лә, ишеккә терәлеп, һыҡтап ебәрҙе. “Бәлә яңғыҙы йөрөмәй, тигәндәре шулдыр, ахырыһы”, – тип өҙөлөп-өҙөлөп шыңшыны. “Бына нимәне ишетергә ҡайтҡанмын! Өлгөрмәнем!”
Шул мәлдә ишек шаҡынылар. Зәбирә тиҙ генә үҙен ҡулға алды ла, ишекте асты. Унда, гармунын күтәреп, Дауыт тора ине.
Сит кешеләр кеүек һалҡын ғына күрештеләр. Зәбирә сәй ҡуйҙы. Дауыт уның күҙҙәренә текләргә тырышып-тырышып ҡараһа ла, ҡыҙ сер бирмәне. Ҡапма-ҡаршы ултырып, бер һүҙһеҙ сәй эстеләр. Шунан Дауыт гармунын ҡулына алып, таныш көйҙө һуҙып ебәрҙе:
Онотолмай беренсе саф мөхәббәт,
Онотолмай Ағиҙел һылыуы…
… Юлдарҙа кәртәләр осратһағыҙ,
Йөрәктәр булһа ла яралы,
Һеҙ иҫкә алығыҙ йәшләй һөйгән,
Беренсе яратҡан йәрҙәрҙе…
Зәбирә егеткә яҡынлашып, уны ҡосаҡлауҙан үҙен саҡ тыйҙы. Ә Дауыты, шуны көткәндәй, гармун күректәрен һуҙа-һуҙа, күҙ йәштәре аша йырланы ла йырланы. Хатта онотолоп, һуңғы куплетты ике-өс мәртәбә ҡабатланы. Шунан ҡапыл туҡтап, Зәбирәнең алдына теҙләнде лә:
– Сыҡ миңә кейәүгә, Зәбирә. Һин бит минең Зәбирәм. Гөлиәне яратмайым бит, их! − тип уның ҡалтыранған тубыҡтарын ҡосаҡланы. Зәбирә ултырған килеш башын Дауыттың башына һалды. Берҙәй типкән ике йөрәк был мәлдә ярылғандай булды. Шул һында бер аҙ ултырғас, ҡыҙ телгә килде:
– Һуң шул, ҡәҙерлем. Мин дә кейәүгә сығам. Бына өләсемдең ҡырҡын уҡытҡас, әйттерергә киләләр. Минең яратҡан кешем бар. Һин дә Гөлиәне яратырға тейешһең. Шәп ҡыҙыҡай ҙа инде ул, эйе бит? Яҡшы уҡыны, эшкә лә әрһеҙ. Үҙеңде яратып ҡына тора. Һөнәре лә бына тигән, ауыл ерендә иң кәрәклеһе − һатыусы. Бар, ҡайт инде, бүтәнсә бында килеп йөрөмә. Минең иртәгәгә юлға әҙерләнәһем бар…
Зәбирә ҡыуып тигәндәй сығарып ебәрһә лә, Дауыт төнө буйы уларҙың тупһаһында гармунында уйнап, йырлап таң аттырҙы. Күршелә генә йәшәгән Гөлиәһе быны ишетһә лә, ишетмәмеш булып түҙҙе. Сөнки ярата ул Дауытты. Бала сағында уҡ уға күҙ һалғайны.
Иртәнсәк Зәбирә юлға сыҡты. Теләмәһә лә, кеше бәхетһеҙлегенә сәбәпсе булмайым, тип эшләне ул был аҙымын. Күрше-тирә менән хушлашып, күңел болоҡһоулығын йәшерергә тырышып, йылмайып, әсәһе бүләк иткән машинаның руле артына ҡыйыу ғына ултырҙы ла, саң борҡотоп, баш ҡалаға, әсәһе янына, елдерҙе. Ләкин машинаһы ауыл осона етәрәк, Дауыттың өйө тәңгәлендә ҡапыл һүнде лә ҡуйҙы. Ни эшләргә? Йәнһеҙ тимер ат та Зәбирәнең был ҡылығын хупламаймы? Улай тиһәң… Юҡ! Башындағы буталсыҡ уйҙарға батып барғанын аңлаған ҡыҙ ниндәйҙер мөғжизә менән машинаһын кире ҡабыҙҙы ла, артына ла ҡарамай алға елдерҙе…
* * *
Был ваҡиғалар уҙыуына егерме йыл үтте. Зәбирә хәҙер ике бала әсәһе. Педагогия университетын ҡыҙыл дипломға тамамлаған ҡыҙҙы министрлыҡҡа эшкә алғайнылар. Хәҙер ул республикала билдәле кеше.
Ире – эске органдар майоры. Бергә йәшәгән егерме йылдың бер көнөндә лә холҡон күрһәтмәгәне булмағандыр. Ҡатынын подъездағы йәш егеттәрҙән генә түгел, ҡарасҡы бесәйҙәрҙән дә көнләшеп ғүмере үтте. Зәбирә, бахырҡай, кеше араһында эшләгәс, уның йәберләүҙәрен эсенә йыйыу менән көн күрҙе. Эсе тулы һағыш-ҡайғы, ә үҙе һәр кемгә йылмайырға тырыша, йылы һүҙҙәре менән өндәшә. Шулай бер көн ире эштән ғәҙәттәгегә ҡарағанда иртәрәк ҡайтты. Ҡулында бер ҡосаҡ ап-аҡ раузалар.
– Ғүмерем буйы һинең ниндәй кеше икәнлегеңде белә алманым. Зәбирә, бәғерем, мөмкинлек тапһаң, мине ғәфү ит. Һине бәхетһеҙ итеп, үҙемде бәхеттән мәхрүм ҡалдырҙым. Эх, әгәр булдыра алһам, үткән ғүмеремде яңынан йәшәй алһам, һине яратып туймаҫ инем. Устарыма ултыртып, өфләп кенә йәшәтер инем. Ауыр һүҙҙәремә үпкәләмә, бөгөндән яңы тормош башлайыҡ, − тип теҙләнде. Зәбирә яуап итеп йылмайҙы ғына. Һөйөүгә, наҙға сарсаған ҡатын нимә тип әйтһен һуң бындай осраҡта? Уның ҡараштары, йәшәрбеҙ, күҙ күрер, тигәндәй, һынаулы, икеле булды. Шул кис ятҡанынан ире уянманы. Балаларын ҡосаҡлап, Зәбирә тағы яңғыҙы ҡалды. Ҡалыу ғына булһа ярай, аяҡтары атламаҫ булды ла ҡуйҙы. Ярай әле балаларының айырым бүлмәләре бар, юҡһа бөтә бәлә уларға төшөр ине. Ҡайһы әсә балаларын ундай бәләгә дусар итһен? Хәлен белешергә инһәләр, йоҡлаған кеше булып ятып ҡала. Бер көн ҡыҙы, Хәсәнәһе, әсәһенең хәленең ауырлығын тойоп, табип саҡыртырға иткәйне лә, Зәбирә ҡаршы төштө. Йәнәһе, йоҡо туйҙыра, уның менән барыһы ла яҡшы. Отпускыһында тәүләп ял итергә булған…
... Төндө ауыр үткәреүенә ҡарамаҫтан, барлыҡ хәлен, ҡыйыу­лығын йыйып, Зәбирә бөгөндән торорға ҡарар итте. Яй ғына аҙымдар менән кухняға сыҡты, сәй ҡуйып, иртәнге аш әҙерләне. Улын эшкә, ҡыҙын уҡыуына йылмайып оҙатты. Фатирҙы йыйыштырып, һәр нәмәһен барлап, тәңкләп үҙ урындарына урынлаштырҙы. Ванна инеп, үҙен дә рәткә килтерҙе. Төшкөлөккә, балалары ҡайтыуға аш-һыу әҙерләп йөрөгәнендә ишектә ҡыңғырау шылтыраны.
– Һаумы... һығыҙ, Зәбирә!
Таныш булмаған ир бер ҡулына сумаҙан тотҡан, икенсеһендәге сәскәләрҙе Зәбирәгә һондо.
– Һаубыҙ. Бер аҙ төҫмөрләгән кеүек тә. Һеҙ, моғайын, иремдең хеҙмәттәше, йә танышылыр? Әйҙә, уҙығыҙ.
Ир ҡыйыуһыҙ ғына аш бүлмәһенә үтте. Сумаҙанын иҙәнгә ҡуйып, башындағы фуражкаһын, күҙлеген систе лә:
– Хәҙер ҙә танымайһыңмы ни, Зәбирә? – тип һораны.
– Атаҡ! Әллә Дауыт? Эй, Аллаҡайым, ниндәй елдәр менән? Минең адресты ҡайҙан таптың?
– Елдәр менән шул, Зәбирә, елдәр арҡылы килеп сыҡтым был яҡтарға. Һинең эшеңә барғайным, отпускыла, тинеләр. Ауылдашымын, тигәс, адресыңды бирҙеләр, рәхмәт яуғырҙары!
Ике тиҫтәнән ашыу күрешмәгән ике йәр йылы итеп ҡосаҡлашты. Зәбирәнең күҙҙәренә йәш тулды. Дауыт та йәштәрен йәшермәне.
Ҡапма-ҡаршы ултырып сәй эстеләр. Нишләп килдең, ни йомош, тигәнерәк һорауҙар бирмәй, Зәбирә ҡыуана-ҡыуана Дауытты ҡунаҡ итте. Үҙенең тормошон һөйләне, уныҡын һорашты. Баҡһаң, Дауыт Гөлиәгә өйләнмәгән. Гөлиәһе ҡалаға күлдәк алырға киткән еренән ҡайтмаған да ҡуйған. Уның ҡарауы, бай ғына бер иргә тормошҡа сығып, биш бала табып, һөт өҫтөндәге ҡаймаҡтай бәхетле йәшәй, ти.
Йылды-йылға, көндө-көнгә бәйләп, ғүмере буйы үҙенең берҙән-берен көтөп йәшәгән Дауыт. Ата-әсәһе донъя ҡуйғас та, тормошоноң йәмен ебәрмәй, насар ғәҙәттәргә лә бирелмәгән. Берҙән-бер көндө, йәшен һуҡҡандай, бар донъяһын, малын һатып, унан сыҡҡан килемен балалар йортона күсергән дә, гармунын ғына ҡосаҡлап Зәбирәһе янына сығып киткән.
– Һиңә ныҡ кәрәклегемде һиҙеп ҡалдым. Төн һайын төштәремә инеп, мине саҡырҙың. Әллә сирләнеңме, Зәбирә? – тип һорай ҡуйҙы ир.
– Эй, Дауыт. Мин бит иҫәр. Өләсәйемдең һөйләгән теге алдында ятҡан бәхетте күтәреп ала алмаған иҫәрмен. Артыҡ ҡаршылыҡтар булмаған көйө, үҙ яҙмышыма үҙем аяҡ салған кешемен. Һине уйламаған минутым, секундым булмағандыр. Һинһеҙ көйө һинең менән ғүмер кисерҙем мин, йәнем…
– Беләһеңме, мин бит үҙемде белә-белгәндән һиңә ғашиҡ инем.
– Нисек?
– Бынан бик күп йылдар элек, һин беренсе класҡа ғына барғанда, мин һиңә хат яҙҙым. Хәтереңдәмелер, юҡмы, ул һинең ҡулыңа эләккәнме, әллә эләкмәгәнме, белмәйем, Зәбирә.
− Һин булдыңмы ни ул батыр егет? Йә, Хоҙайым!
Күҙ йәштәренә төрөнөп, бер-береһенең устарын усҡа йомоп, оҙаҡ ултырҙы Зәбирә менән Дауыт. Әйтерһең, тәү күрешкәндәге мөхәббәт һуҡмағы буйлап баралар. Был һуҡмаҡтың осо-ҡырыйы күренмәй. Ҡайындар, уларға һоҡланып, уларҙан көнләшеп, ҡосаҡлашҡандай, бер-береһенә япраҡтары менән ҡағылып-ҡағылып ала. Алда, ағастар ышығында, шишмә сылтырай. Ике йәр, уның алдында баш эйеп, һалҡын һыуҙан ауыҙ итә. Һыу үҙ шифаһын йәлләмәй, ғашиҡтарҙың күҙҙәренә нур бөркә, йәшәү дәрте бирә…
Дауыт түҙмәне, иҙәндә ултырған сумаҙанын асып, унан гармунын сығарҙы ла, йырлап ебәрҙе:
Хәтерҙә ул матур айлы кистәр,
Хәтерҙә бормалы һыу юлы.
Онотолмай беренсе саф мөхәббәт,
Онотолмай Ағиҙел һылыуы…
Йыр бөткәндә, ишек төбөндә, телһеҙ ҡалып, Зәбирәнең улы менән ҡыҙы тора ине. Хәсәнәнең күҙҙәре еүешләнгән. Ринат иһә әсәһенә һоҡланыу ҡатыш ҡыуаныс менән ҡараған. Балаларының Зәбирәнең бындайын да теремек сағын күргәне юҡ ине. Хужабикә, шатланып, уларҙы өҫтәл артына саҡырып, тәмле ашын ҡуйҙы. Шул ыңғайы Дауыт менән икеһенең оло мөхәббәт тарихын әкиәт итеп һөйләне.
Төштән һуң, үҙҙәре генә ҡалғас, Зәбирәнең йөрәге сәнсеп-сәнсеп алды. Уның ҡулын күкрәгенә ҡуйып ултырғанын күргән Дауыт “Ашығыс ярҙам” саҡыртты. Табиптар, эште оҙаҡҡа һуҙмай, ҡатынды дауаханаға һалырға кәрәклекте әйтеп, уны үҙҙәре менән алып китергә булды. Дауыт та уларҙан ҡалманы. Балалар борсолмаһын тип, яҙыу ҡалдырҙы.
Теүәл өс көндән ауыл зыяратында Фәйрүзә ҡарсыҡтың янына тағы ике ҡәбер ҡаҙынылар. Дауыт менән Зәбирәне йәнәшә һалып, ауылдаштары, балалары, туғандары уларҙы ҡәҙерләп мәңгелек юлға оҙатты. Матур ҡояшлы көн булыуға ҡарамаҫтан, “Мөхәббәт һуҡмағы”нда тап ошо мәлдә йылы ямғыр яуып үтте. Был күренешкә шаһит булған кешеләр: “Тәбиғәт илай”, − тиеште.


Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА.
(Аҙағы. Башы 38-се һанда).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға