«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



21.05.2013 Үәт, ҡыҙыҡ!

– Мин үлгәс, – ти ире ҡатынына, – һин илаясаҡһыңмы?
– Минең хәҙер үк илағым килә башланы, – тигән ҡатыны.

* * *
– Гөлиә! Һин бөгөн ҡалай матурһың.
– Ирек, ә һин бөтә матур ҡыҙҙарға шундай һүҙҙәр әйтәһеңме?
– Юҡ. Матурҙарға бөтөнләй икенсе һүҙҙәр әйтәм.

* * *
Юғары уҡыу йортонда бер егет имтихандарҙы шул тиклем яҡшы тапшыра. Бөтә ҡатмарлы һорауҙарға ла дөрөҫ итеп яуап бирә. Егеттән бик ҡәнәғәт профессор:
– Ни өсөн беҙҙең уҡыу йортон һайлар­ға булдығыҙ? – ти.
Егет албырғап ҡала һәм:
– Был һорауға репетиция яһаманыҡ, – тип яуаплай.

* * *
«Париж – Дакар» араһы ул бөтөнләй сафсата. Ә бына аванс менән эш хаҡы алыу көнө араһы – ул инде бик ҙур һынау.

* * *
– Балалар, – тип уҡытыусы, – әйтегеҙ әле, «Һыуһылыу»ҙы кем яҙған?
– Андерсен, – ти бер малай.
– Ә исеме?
– Памелла.

* * *
Ҡотҡарыусылар хеҙмәтендә телефон бик хәүефле шылтыраны. Хеҙмәткәрҙәр ныҡ борсолдо, әммә трубканы күтәрмәне.

* * *
Әгәр ҙә ғаиләлә ҡатын «ҡара билбаулы» икән, был, яҡшы ғаилә, тәрбиәле балалар, иҫ киткес һөйкөмлө һәм ярҙамсыл ҡәйнә, өҙөлөп яратыусы һәм тоғро ир, тигәнде аңлата.

* * *
Боҙ туңған баҫҡыс аша үткәндә, тәрбиәле кешеләрҙең һаны бик күпкә аҙая.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға