«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Бөгөн – “Минең Рәми” марафоны



17.05.2013 Бөгөн – “Минең Рәми” марафоны

Иң бөйөк һүҙ әйтелмәгән,
Иң бөйөк көн әле ул алда.
Килер ул көн, килер ул ҙур байрам,
Туй яһарбыҙ шаулап урамда.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов шиғырынан был юлдар бөгөнгә, бәлки, тап киләлер ҙә. Юҡ, туй түгел. Туйҙан да былайыраҡтыр был сара. Эйе, булғаны бар майҙандарҙа байрам, ә быныһы бөтөнләй башҡаса. Халҡыбыҙҙың үҙ шәхесенә күрһәткән тәрән ихтирамын күрмәй ҡалһаң, яҙыҡ булыр кеүек.
Эйе, кил, милләттәш. Һин дә ҡалма, замандаш һәм рухташ. Бөгөн киске сәғәт 6-ла бөтә юлдар баш ҡалабыҙҙың Салауат майҙанына илтә. Ә Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, республикабыҙ төбәктәрендә лә тәғәйен урындар бар.
Заманса сара – флеш-мобтың да төрлөһөн күргән-ишеткән булды. Ә бөгөнгөһө – үҙебеҙҙеке! “Минең Рәми” шиғри марафонының иң шәп мәле – шағирҙың “Туған тел” шиғырын майҙан менән ятҡа һөйләү. Теп-теүәл 20.45-тә! Күңел әле үк тап ошоға ынтыла!

Әйткәндәй
Башҡорт баҫмаларына яҙылыу ҙа ойошторола.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға