«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



17.05.2013 Үәт, ҡыҙыҡ!

Вәлиҙең күршеһендә бик уҫал бер ҡатын йәшәй. Ир көн һайын тиерлек этен эйәртеп йә магазинға, йә дарыу­ханаға бара. Бер көндө эте урамда нишләптер теге уҫал ҡатынға өрә башлай. Ул, йәне көйөп, Вәлигә:
– Ахмаҡ, ниңә этеңде тыймайһың?! – тип ҡысҡыра.
– Эт менән эт булма, тип әйтеп торам да бит, тик онота шул мәхлүк, – тигән ир.

* * *
Өс дуҫ – пеләш, һуҡыр һәм һаңғырау һөйләшә.
– Кисә, – ти һуҡыры, – мин телевизорҙан иҫ киткес яҡшы тапшырыуҙар ҡараным.
– Ә мин шул тиклем матур йырҙар тыңланым, – ти һаңғырауы.
– Һеҙҙең һөйләгәндәрегеҙҙән минең сәстәрем үрә тора, – тигән пеләше.

* * *
Аҡсаны боҙоҡлоҡ тиҙәр. Әммә беҙҙең тормошта был боҙоҡлоҡто бөтөрөп тороусы ҡатын-ҡыҙ булғанда, ир-атҡа уның бер ниндәй ҙә зыяны юҡ.

* * *
– Хөрмәтле Ғәли Ғәлиевич, һеҙҙең ҡыҙығыҙға өйләнергә теләйем.
– Ә һин эсәһеңме?
– Рәхмәт, иң элек эште тамамлайыҡ.

* * *
– Сәсеңде бик ныҡ ҡыҫҡа йөрөтөүең миңә бер ҙә оҡшамай, – ти ире ҡатынына.
– Ә, улаймы, һин үҙең пеләш баш менән йөрөргә минән рөхсәт алдыңмы һуң? – тип ҡысҡыра ҡатын.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға