«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Ә һин “Минең Рәми” марафонына әҙерһеңме?



14.05.2013 Ә һин “Минең Рәми” марафонына әҙерһеңме?

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың шиғырҙарын һөйләү буйынса марафонда ҡатнашырға теләк белдереүселәр һаны көн һайын арта.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Башҡорт дәүләт университетының Сибай, Учалы, Стәрлетамаҡ филиалдары, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Бөрө дәүләт педагогия академияһы студенттары, Мәскәү, Санкт-Петербург, Силәбе ҡалалары башҡорттары тәүгеләрҙән булып ҡушылғайны. Бөгөн республиканың ауыл-ҡалаларынан хәбәрҙәр килеп тора. Мәҫәлән, Сибайҙа был көн, йәғни 17 май, марафон бөтә ҡала байрамы булараҡ билдәләнәсәк – сараны ҡала хакимиәте ҡуш ҡуллап күтәреп алған. “Минең Рәми” үҙәк майҙанда үтәсәк.
“Бәйләнештә” селтәрендәге махсус төркөмгә – vk.com/minen_rami_marafon битенә Бөрйән районының Әбделмәмбәт урта мәктәбе уҡыусылары, Стәрлебаш районының Иҫке Ҡалҡаш, Ҡабыҡҡыуыш, Йәлембәт, Аллағыуат ауылдарының шиғыр һөйөүселәре, Бөрйән районының Байназар урта дөйөм белем биреү мәктәбенең Мәһәҙей филиалынан, Өфө районының Алексеевка урта дөйөм белем биреү мәктәбенән ҡатнашыусылар яҙылып ҡуйған. Әле теркәлергә онотоңҡорап йөрөүселәр ҙә барҙыр әле. Һуҙмағыҙ, йәмәғәт. Йыйылайыҡ, Рәми дуҫтары!

… Ул туйға мин, бәлки, барып етмәм,
Ярһыу атым ярһып йығылыр.
Тик минһеҙ ҙә булыр ул туй,
Мин белмәгән дуҫтар йыйылыр…

Онотмағыҙ – 17 майҙа киске сәғәт 6-ла, Салауат майҙанында. Һәм көндөң иң сағыу бер мәле – 20 сәғәт 45 минутта республиканың, илдең төрлө төбәктәрендә флеш-моб: ”Мин халҡымдың сәскә күңеленән бал ҡортондай ынйы йыямын…”







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға