«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



14.05.2013 Үәт, ҡыҙыҡ!

Бер маҡтансыҡ егет дуҫтарына:
– Бынауы тауҙы урынынан ҡуҙғатып күтәрәйемме? – ти икән.
– Кит юҡты, булдыра алмаясаҡһың һәм был булдырырлыҡ та түгел, – тигән егеттәр.
– Йәгеҙ әле, күмәкләшеп, тауҙы күтәреп, минең яурынға һалығыҙ, – тигән мут егет.

* * *
Бер ҡатын тоҡҡа бойҙай тултырып, ирен тирмәнгә ебәрә. Урамға сығыу менән тоҡтоң ауыҙы бушап, сиселеп китә һәм ергә бер аҙ бойҙай ҡойола.
– Их, был йүләр бисәне, тоҡ ауыҙын да йүнләп бәйләй белмәгән бит, – тип ҡатынын әрләй-әрләй, бәйләй ҙә ары китә. Ауылдан сығып та өлгөрмәй, тоҡ ауыҙы тағы бушап, бойҙай ҡойола. Шулай тирмәнгә барып еткәнсе тоҡ ауыҙы дүрт-биш тапҡыр сиселә. Тирмәндә эшен бөтөрөп, кире өйөнә ҡайтып етер-етмәҫтән, ишек алдынан уҡ:
– Эй, эшкинмәгән бисә, тоҡ ауыҙын да бәйләй белмәгәнһең. Шул арҡала күпме бойҙай ҡойолоп, әрәм булды, – тип екергән ир.

* * *
– Күргәҙмәлә булдым, – ти рәссам дуҫына берәү. – Унда һинең һүрәттәреңде генә иркенләп ҡарарға була.
– Рәхмәт инде йылы һүҙеңә, – ти дуҫы, шатланып.
– Ә башҡаларҙың картиналары эргәһенә яҡын барырлыҡ түгел, халыҡ бик күп...

* * *
Хужа атына атланып баҙарға китеп бара. Танышы осрап:
– Ҡайҙа киттең? – ти.
Тегеһе бышылдап ҡына, баҙарға һоло һатырға, ти.
– Ниңә шым ғына һөйләшәһең ул? – тип аптырай танышы.
– Атым нимә һатырға барғанымды ишетә күрмәһен, – тигән Хужа.

* * *
Бер ир ауырып китә. Күрше-тирә, яҡындары, туғандары уның хәлен белергә йыйыла. Әммә уларҙың береһе лә ҡайтырға уйламай, хәбәр һатып тик ултыра, ти. Ауырыу ир быларҙан бик ныҡ ялҡҡан һәм ятҡан урынынан тора башлаған. Быны күреп, тегеләр:
– Ҡуҙғалма, ҡуҙғалма, һин бит ауырыйһың, – ти.
– Килгәнегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә, һауыҡтым инде. Хәҙер өйҙәрегеҙгә ҡайтһағыҙ ҙа була. Әгәр ҙә Аллаһы Тәғәлә миңә икенсе тапҡыр ауырыу ебәрһә, шул ваҡыт килерһегеҙ һәм һөйләшеүегеҙҙе дауам итерһегеҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға