«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



10.05.2013 Үәт, ҡыҙыҡ!

Балалар ваннаһындағы һыуҙың эҫелеге сабыйҙың телен ярты йылға иртәрәк асты.

* * *
Өфөнөң бер ишек алды:
– Иҙел, ашарға ин!
– Мин Ғәлиҙәрҙә ашаным инде.
– Бына бит, был ул түгел, ә алтын, – тигән әсә.

* * *
Подъезд ишегендәге иғлан:
«Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! Үтенеп һорайбыҙ, һөйәрҙәрҙе үҙебеҙҙекеләр араһынан һайлағыҙ. Юғиһә ситтәргә машиналарын ҡуйырға урын юҡ!»

* * *
«Гаишник» машинаны туҡтата:
– «40» тигән билдәне күрҙегеҙме?
– Күрҙем.
– Шулай булғас, ниңә 100 бакс­ҡа тиҙерәк елдерҙегеҙ һуң?

* * *
Бер ҡарсыҡ баҙарҙа һыйырын һата:
– Хөрмәтле кешеләр, алығыҙ, бындай һөтлө һыйырҙы башҡа бер ерҙә лә таба алмаясаҡһығыҙ, – ти. – Һатмаҫ инем дә бит, кәзәләремде һөҙә.
– Ниңә һуң һыйырыңды ҡалдырып, кәзәләреңде генә һатмай­һың? – ти берәү.
– Мин бит әлегә иҫәр түгел. Кәзәләремде һатҡас, ейән-ейәнсәрҙәремә һөттө ҡайҙан алырға тейешмен? – тип ысҡындыра яңылыштан ҡарсыҡ.

* * *
– Беҙҙең етәксе кеүек яҡшы кешеләр бик аҙ ул, йөҙгә бер генә тыуа.
– Бәй, ишетмәнеңме ни әле, уны бит эшенән бушаттылар.
– Шулаймы ни, ҡасан?
– Кисә бойороҡ килде, бөгөн бушаттылар.
– Бик тә дөрөҫ эшләгәндәр, тип уйлайым. Сөнки һуңғы ваҡытта әллә кем булып киткәйне. Танауын сөйөп, бик юғарынан ҡарай башлағайны. Шулай кәрәк уға, шәп булған.
– Министрҙың беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләгәндәр, ти, үҙен.
– Бына бит, мин әйтәм, дөрөҫлөк бар, ундай кешеләр бик һирәк тыуа ул. Мин нимә һөйләгәнемде беләм, бик яҡшы беләм...







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға