«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Конкурстар » “Минең Рәми”



07.05.2013 “Минең Рәми”

“Минең Рәми” Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың шиғырҙарын һөйләү буйынса “Минең Рәми” марафоны һеҙҙе көтә
Халыҡ шағирына – халыҡ иғтибары һәм ихтирамы. Йылдар аша әйтеп еткерелгән рәхмәт.
Тарихта беренсе мәртәбә майҙан тултырып арҙаҡлы шәхесебеҙҙең шиғырҙарын яңғыратасаҡбыҙ. Бындай ваҡиға бер ҡасан да, бер ҡайҙа ла, бер телдә лә булғаны юҡ ине әле. Беренсе мәртәбә яңы форматта туған тел байрамы, рух тантанаһы – Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың шиғырҙарын һөйләү буйынса “Минең Рәми” марафоны.

Белеүегеҙсә, былтыр “Шоңҡар” журналы интернет киңлегендә Рәми Ғариповтың шиғырҙарын ятҡа һөйләү буйынса ”Минең Рәми” видеоконкурсын иғлан иткәйне. Бына шул саҡта инандыҡ – халҡыбыҙҙа рухиәт йәшәй, шиғриәткә битарафтар юҡ! Кемдәр генә ҡатнашманы унда – ике йәшлек бәләкәстән алып 81 йәшлек уҙаманға тиклем, хатта сит ил вәкиле – барыһы ла шундай һөйөү, тәрән ихтирам менән һөйләне халыҡ шағирының әҫәрҙәрен. Быйыл “Минең Рәми – 2” ойошторолоп, был юлы ла ҡатнашыусылар һаны Рәми шиғриәтенең көсөн иҫбат итте. Шулай булғас, марафон иғлан итеү ғәжәпме ни?!

17 май, Салауат майҙаны. 18.00 сәғәттә. Рәми шиғырҙарын һөйләү буйынса марафон. Рәхим итегеҙ!

Һеҙҙә осмот ҡына булһа ла шиғриәткә һөйөү йәшәй икән, был сағыу саранан ситтә ҡала алмаҫһығыҙ. Күңелендә Рәмиҙең ижади аманатын, ҡәлбендә туған теленә һөйөү, рухында милли тойғо йөрөткән һәр кем ҡатнаша ала. Бер генә шарт – бөйөк әҙиптең кәм тигәндә бер шиғырын ятҡа белеү. Артығы – сикләнмәгән. Ниндәй генә һөнәр эйәһе булһаң да, Рәми шиғырын һөйөүсенең юлы Салауат майҙанына илтә. Уҡыусылар, уҡытыусылар, шағирҙар, актерҙар, студенттар, һатыусылар, эшҡыуарҙар, журналистар… Беҙ һөнәребеҙ, тыуған төйәгебеҙ, социаль статусыбыҙ, енесебеҙ йәһәтенән төрлө, әммә барыбыҙҙы бер уртаҡлыҡ бер бөтөн итә – һәр кемебеҙҙең бөйөк милләт улын, олуғ халыҡ шағирын үҙ итеп, яҡын күреп, яратып, “Минең Рәми” тип йөрөтөргә хаҡыбыҙ бар.
Марафондың бер үҙенсәлеге – 20.45 сәғәттә поэтик флеш-моб буласаҡ. Халыҡ шағирының ниндәй шиғырын ятҡа һөйләрбеҙ, тип аптырау ҙа урынһыҙ – әлбиттә, “Туған тел”де!
“Минең Рәми”гә ошо уҡ көндә, шул уҡ ваҡытта Башҡорт дәүләт университетының Сибай, Учалы, Стәрлетамаҡ филиалдары, Бөрө дәүләт педагогия академияһы студенттары, Мәскәү, Санкт-Петербург, Силәбе ҡалаларында йәшәүсе милләттәштәребеҙ ҡушыласаҡ. Күҙ алдына килтерегеҙ әле – күпме төбәктә бер юлы:
Мин халҡымдың сәскә
күңеленән
Бал ҡортондай ынйы йыямын…

Әйткәндәй, ҡайһылыр ҡала, район, мәктәп, китапхана “Минең Рәми” шиғри марафонында ҡатнашырға теләйһегеҙ икән, рәхим итегеҙ, ошо адресҡа теркәлегеҙ – vk.com/ramigaripov (“Бәйләнештә” селтәрендәге ”Рәми Ғарипов” төркөмө). Тик бер үтенес: үҙегеҙҙә үткәргән марафондың фото һәм видеоматериалдарын, нисә кеше ҡатнашыуын һәм байрамдың күпме ваҡыт дауам итеүен ошо уҡ адрес­ҡа ебәрегеҙ. Быныһы – мотлаҡ.

Ойоштороусылар – ”Ватандаш” һәм ”Шоңҡар” журналдары, “Йәшлек” гәзите, ”Юлдаш” радиоканалы, Өфөнөң Киров районы хакимиәте, “Каруанһарай” студияһы.

Туған тел
И туған тел, и матур тел,
атам-әсәмдең теле!..
Туҡай.

Мин халҡымдың сәскә
күңеленән
Бал ҡортондай ынйы йыямын,
Йыямын да − йәнле
ынйыларҙан
Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.

Шуға ла мин беләм тел
ҡәҙерен:
Бер телдән дә телем кәм
түгел −
Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,
Кәм күрер тик уны кәм күңел!..

Халҡым теле миңә − хаҡлыҡ
теле, −
Унан башҡа минең илем юҡ;
Илен һөймәҫ кенә телен
һөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ!

Әсәм теле миңә − сәсән
теле, −
Унан башҡа минең халҡым юҡ,
Йөрәгендә халҡы булмағандың
Кеше булырға ла хаҡы юҡ!
* * *
Надяға

Ауыр булыр һиңә минең менән
Уртаҡ яҙмыш бүлеп йәшәүе, −
Юлымда бар тау-таш,
боролмалар,
Күк күкрәүе, йәшен йәшнәүе...

Ауыр булыр һиңә минең менән,
Зарланырһың бөтмәҫ
эшемдән.
Яратмай тип, бәлки,
шикләнерһең
Ғүмергә дуҫ, яҡын кешеңдән.

Ауыр булыр һиңә минең
менән…
Тик булмаҫ һис һиңә күңелһеҙ:
Һинең менән мин сабый ҙа
булам
Һәм таба ла беләм көлкө
һүҙ…

КЕШЕ

Кеше
Кешеләргә кәрәк булһын,
Бер ҡайҙа ла артыҡ булмаһын.
Эшләгәндә,
Янып эшләһен дә,
Ял иткәндә,
Көлһөн,
Йырлаһын!
Һыҡранмаһын
Тормошонан кеше,
Үҙе биҙәп ҡорһон ул уны.
Ҡыуанһын ул
Яҡты эҙен күреп
Аҡыллы һәм оҫта ҡулының.
Хыялланһын,
Янһын,
Ҡанатланһын,
Тынғы белмәй алға ынтылһын,
Һөйһөн,
Көйһөн,
Күркәм булһын кеше,
Халыҡ ғәме менән ул тулһын!
Үҙ ҡайғыһын
Кескәй ҡайғы итеп,
Иң ҙур байрам көтөп йәшәһен.
Шундай бай, бәхетле итеп
күрәм
Киләсәктең
Матур кешеһен!

* * *
Күпме генә йәшәй ерҙә кеше?
Күҙ аса ла бары күҙ йома!
Шул күҙ асып йомған арала ла
Күпме кәртә ятҡан юлына:

Әле аслыҡ, әле һуғыштары,
Әле бола, әле ялғаны,
Ғәҙелһеҙлек, донъя
ваҡлыҡтары −
Сылбыр төҫлө киткән
ялғанып!..

Ә ҡасан һуң кеше үҙ ғүмерен
Үҙ тигәнсә үтеп, тамамлар?..
Кешеләргә ауыр һүҙ әйтмәгеҙ,
Ҡәҙергә лә хаҡлы бит улар!..

* * *
Иң бөйөк һүҙ әйтелмәгән,
Иң бөйөк көн әле ул алда.
Килер ул көн, килер ул ҙур
байрам,
Туй яһарбыҙ шаулап урамда.

Ул туйға мин, бәлки, барып
етмәм,
Ярһыу атым янып йығылыр.
Тик минһеҙ ҙә тулы булыр ул
туй,
Мин белмәгән дуҫтар
йыйылыр.

Һөйләшһәләр әгәр туған телдә,
Телгә алыр улар мине лә.
Сөнки мин киләсәк менән
бергә
Һаҡлап саптым, телем, һине лә.

* * *
... Но для женщины прошлого нет...
Бунин.

Ҡыҙ хәтере ҡыҫҡа, онотмай тик
Тәүге мөхәббәтен үҙенең, −
Йә нәфрәте итеп һаҡлай уны,
Йә ғүмергә һөйә өҙөлөп.

Ә ҡалғаны − зәңгәр тулҡын
һаны −
Йылдар упҡынында йотола.
Тәүге хистәр, тәүге кистәр генә
Ай серендә һаҡлап тотола.

Үткәне юҡ ҡатын-ҡыҙҙың бөгөн,
Үпкәне юҡ, кисә үпһә лә...
Тик йырҙарға күскән
тойғоларға
Упҡындар юҡ, йылдар үтһә лә!

* * *
Мин кешене һөйҙөм кескәй
саҡтан,
Мин кешегә сикһеҙ ышандым.
Шуға ла мин йәнем-тәнем
менән
Күрә алмайым төрлө мещанды.

Ул ағыулай һулар һауамды ла,
Ул йәберләй минең телемде,
Ул хәшәрәт бысраҡ ҡулы менән
Сәскәләрен өҙә илемдең.

Ҡулдарымдан килһә, мин
уларҙы
Аҫып ҡуйыр инем сәсенән.
Тик ҡулымдан килмәй!
Улар күптәр, −
Шуға әрнеп, шуға әсенәм...

Шуға ла мин васыят итеп әйтәм
Кешеләргә, эшсән халҡыма:
Таҙартһындар ерҙе шул
дошмандан
Матурлыҡ һәм хаҡлыҡ хаҡына!


КӘКҮК
(Й ы р)

Кәкүк, кәкүк!
Әйтсе миңә,
Күпме минең ғүмерем?
Күпме минең был донъяла
Шатлыҡтарым, күререм?
Кәкүк, кәкүк!
Ниңә улай
Һүҙең һаран: бер, ике, өс?
Оҙағыраҡ ҡысҡырырға
Тапмайһыңмы берәй көс?
Кәкүк, кәкүк!
Үпкәләмәм,
Аҙ бирһәң дә ғүмерҙе:
Бар ҡайғыһын, бар шатлығын
Татып китәм был ерҙең!..

* * *
Инәкәйем, мин алдараҡ
китһәм,
Ҡайғырма һис минең киткәнгә.
Ҡайғырһаң, тик ҡайғыр минең
бары
Аҡ ҡайынды әсәм иткәнгә.

Баш осомда минең
ултырһындар
Ҡайғыһы аҡ булған аҡ ҡайын.
Күҙ йәшеңде ҡоймай, минең
менән
Бер көн килеп һөйләш,
яҙ һайын.

Мин әйтермен, сабый япраҡ
булып,
Бер генә һүҙ: «Инәй! − күҙ
нурым».
Аҡ ҡайынды һыйпап тыңла бер
йыр,
Аҡ ҡайында − минең үҙ йырым.


ҠУРАЙ
Һыҙҙырт, ҡурай, үткән ҡайғыларҙы,
Өҙҙөрт, ҡурай, йөрәккәй ҡылдарын,
Һиҙҙерт, ҡурай, ҡайнар тойғоларҙы,
Һөйҙөрт, һөйләп башҡорт моңдарын.
Шәйехзада Бабич.

Китте ҡурайсы дуҫ.
Ҡыуышымда
Ул ҡалдырып китте ҡурайын.
Сыҡмаҫмы, тип, берәй көйө
шунда,
Ҡыу ҡурайға өрөп ҡарайым.
Юҡ, моңланмай ҡурай, ят
ҡулдарҙа,
Ят ҡулдарҙа моңһоу ҡурай ҙа.
Ҡыуанмай ҙа ҡурай,
ҡайғырмай ҙа,
Юҡ, белмәй ул һөйләй-
юрай ҙа.
Әле генә ниндәй моңло ине,
Бер бөйөк йән ине баяғы!
Хәҙер үлде, өнһөҙ-һүҙһеҙ
ҡалды
Йәнле тарих, тылсым таяғы...
Сыңрау торна ҡаҡмай сер
ҡанатын,
Убылғандай булды Уралым,
Ҡайтмаҫ ерҙә ҡалды
Салауатым,
Ҡаһым түрә һалды ҡоралын.
Күҙҙән яҙҙы Париж, киң
урмандар,
Сапмағандай унда
башҡорттар,
Һалмағандай яугир уҙамандар
Каруанһарай ише таш йорттар.
Тыумағандай Бейеш,
Азаматтар,
Яҙмағандай хаттар Буранбай,
Аҡмағандай Һаҡмар,
Ашҡаҙарҙар,
Ятмағандай йәйрәп Таштуғай,
Һөймәгәндәй сая Сәлимәкәй,
Көймәгәндәй яңғыҙ Зөлхизә.
Ҡуңыр буға юлы ҡайҙа икән?
Илсе Ғайса ҡайҙа ил гиҙә?
Ҡытҡылдамай ниңә
Ҡара тауыҡ?
Ниңә бешмәй Ҡарға бутҡаһы?
Ҡайҙа Байыҡ,
Бейегәндә айыҡ,
Баҫҡан ерҙә, әйҙә, ут ҡалһын!..
Юҡ, өндәшмәй ҡурай
ҡурайсыһыҙ,
Ҡурайсыһыҙ өнһөҙ был ҡурай.
(Төтөн өрөп, серәкәйҙе генә
Ҡыуып сығарырға ул ярай!..)
Туҡта! Китһәң дә һин
ҡыуышымдан,
Тормошомдан китмә,
ҡурайсым.
Күңелем бит мең-мең
моңдарыңа
Мәңгелек бер ғүмер юрайсы...


ҺИНЕҢ ХАТЫҢ

Һинең хатың...
Башта көлдөм.
Көлдөм
Үҙ-үҙемдән,
Көлдөм һинән дә.
Шундай ҡырыҫ,
Шундай дөрөҫ һүҙҙән
Һығылып төшөр хатта имән дә.

Һинең хатың...
Аҙаҡ, үкһеп-үкһеп,
Ир башыма килде илайһым,
Һин тип мин үлергә әҙер,
Ә һин?
Юҡ, үлемдән һаҡла, илаһым!
Һинең хатың...
Тағы − уйға ҡалдым.
Хәрефтәрҙең шундай танышы!
Алыҫ нурым,
Алыҫ йырым минең,
Шулай ҙа был −
Һинең,
һинең,
һинең тауышың!..


УЙҘАРЫМ

(Ҡобайыр)
Ярты төндә уянып,
Йоҡлай алмай уйланып,
Уйлап ятҡан уйҙарҙы −
Таралышҡан ҡуйҙарҙы −
Ҡалай итеп йыяйым,
Ҡалай итеп тыяйым?

Далалағы ҡамғаҡтай,
Әкиәттәге йомғаҡтай,
Тотоп тыйып булмаҫтай,
Ташлап ҡуйып булмаҫтай,
Ағым мәллә уйҙарым,
Һағым мәллә уйҙарым?

Заманаһы − заманға,
Яҡшылығы − яманға,
Дөрөҫлөгө − ялғанға −
Барыһы бергә ялғанған!..
Ҡалай итеп һүтәйем
Был сыуалған йомғаҡты?
Ҡалай ҡыуып етәйем
Дауыл ҡыуған ҡамғаҡты?

Йөрәгемдең ҡағышы,
Йөрәгемдең һағышы −
Етмеш ете яу күргән,
Етмеш ете дау күргән
Халҡым ғына шул минең,
Ялҡынғынам шул минең!

Аҡҡан ғына ҡандары −
Иҙел түгел, даръя шул,
Сыҡҡан ғына дандары −
Иле түгел, донъя шул;
Ир күңелендә ил булһа,
Уйҙы тартҡан улъя шул!..

Бөгөнгөһөн уйлайым,
Иртәгәһен буйлайым,
Иртәгәһе − ишәккә, тип,
Ҡулым һелтәп ҡуймайым,
Ҡулын һелтәп ҡуйыр ирҙе
Ишәктер тип уйлайым.

Ай, Уралым, Уралым −
Ил һаҡлаған ҡоралым!
Ятып ҡалған төнөң бар,
Балҡып янған көнөң бар,
Мең йыл йәйгән түлең бар,
Түл йәйҙергән телең бар,
Телде һаҡлар халҡың бар,
Илде туплар хаҡың бар!..
Һалып илдең оранын,
Ырғыҙ, Сәҙе Сораным,
Ҡаҫмарт, Миәс, Һаҡмарым,
Курган, Кама яҡтарым,
Хәлегеҙҙе һораным...
Тик яҡшыға юраным.

Ил яҙмышы ирҙә икән,
Ил иртәһен уйлаһын,
Ил иртәһе − ишәккә, тип,
Ҡулын һелтәп ҡуймаһын;
Ҡарҙың башын ҡар ашап,
Туҙҙырмаһын улъяһын!
Туйған ерҙә йөрөгән дә
Тыуған ерҙән туймаһын!

Айҡап сығам, байҡап сығам
Иҙел, Урал буйҙарын,
Иҙел, Урал буйҙарын,
Ярты төндә уянһам да,
Ниҙе генә уйлаһам да, −
Илем, һиндә уйҙарым,
Иртәгәңдә уйҙарым!..

* * *
Мин дә булмам бер көн,
дуҫҡайҙарым,
Йәнем китер осоп күктәргә.
Һеҙгә бары йырым ғына ҡалыр,
Серем ҡалыр, бәлки, күптәргә.

Мин ер инем, ергә баҫҡан
саҡта,
Мин күк инем, күккә баҡҡанда,
Мин ут инем, дөрләп ут
янғанда,
Мин һыу инем, йор һыу
аҡҡанда.

Мин үткән дә, киләсәк тә
булдым,
Бөгөнгө лә − булдым бөтәһе!
Тик бөтәһен нисек ҡалдырырға,
Бөтәһенән нисек китәһе?..


ҒҮМЕР

Ер еләккәйҙәре беште инде,
Өҙөлөп тә төшмәҫ, тимәгеҙ, −
Ир-егеткәйҙәрҙе, йәше үтһә,
Бөгөлөп тә төшмәҫ, тимәгеҙ.

Япраҡтарҙы һары алды инде,
Ел шаулатып түкмәҫ,
тимәгеҙ, −
Ут-йәшендәй йәшлек
ғүмерҙәрҙе
Йәшнәп-күкрәп үтмәҫ,
тимәгеҙ.

Бурай-бурай ҡарҙар яуҙы инде,
Аҡ япмалай ятмаҫ, тимәгеҙ, −
Ғәзиз йәне сыҡҡан
тәнең-һының
Таяҡ булып ҡатмаҫ, тимәгеҙ.

Ҡар һыуҙары шаулап аҡты
инде,
Гөл сәскәләр атмаҫ, тимәгеҙ, −
Бишектәге бала, биш
төрләнеп,
Ат атланып сапмаҫ, тимәгеҙ!

***
Инде быйыл да мин яҙҙы
күрһәм,
Тәгәрәһәм ҡыҙыл үләнгә,
Тын да алмай ятһам, күккә
ҡарап,
Иҫәпләмә мине үлгәнгә...

Субыр-субыр күҙҙән йәшем
аҡһа,
Аҫылынып ҡалһа ҡыяҡҡа,
Уйлама һин, ҡайғы күтәрмәй,
тип,
Күтәрәм мин − сабыр ул яҡҡа.

Тик белмәйем: тағын да
бер яҙым
Насипмылыр миңә,
юҡмылыр?..
Насип булһа, ысын бер
һүҙеңдән
Бар шиктәрем һиңә юҡ булыр.

* * *
Ниндәй ай был, ниндәй яҡты
ай был!..
Дәфтәреңде ал да ҡуйындан,
Тот та шиғыр яҙ һин ат өҫтөндә
Һәм йәшлегең үтһен уйыңдан.

Йәшлек, йәшлек! Тороп ҡалдың
мәллә
Баҫыу ҡапҡалары төбөндә?
Юҡһа, ниңә, түгелерҙәй булып,
Ташып киләһең һин күңелдә?

Бына йыйылыштан сыҡҡас,
бер аҙ
Ҡарап ултырҙым да йәштәрҙе,
Әллә нишләп китте тиле күңел,
Әллә инде тағы йәшәрҙе?

Юҡ, ахыры, тальян
ғәйеплелер...
Түҙмәйенсә мендем атыма.
Йән ҡалғансы саптым, шундай
саптым,
Ҡарамайса алдым-
артыма!..

БАТЫРША
(Шлиссельбург тотҡоно)
Уралҡайым, һинән ҡырҡып алһам
Ат ҡыуырҙай яңғыҙ талдарың,
Тамып та ғына ҡала ҡырҡҡан саҡта
Яуҙа үлгән батыр ҡандары...
Батҡан айҙай булып, ай, төн ярып,
Батыршаның һүнгән төнө ине...
Ыласындай йылғыр ил батыры
Салауаттың тыуған көнө ине...
(Башҡорт халыҡ йырҙарынан).

Мин − тотҡон Батырша,
Башҡорттоң батыры,
Ултырам зинданда,
Башымды ҡатырып...

Ҡулымда − бығауҙар,
Аяҡта − бығауҙар,
Үрмәксе һырыған
Ау һымаҡ был ауҙар.

Нәҡ себен ише мин
Сырмалдым ауында,
Ә бөркөт инем бит
Илемдең яуында!..

Яҙғандыр, күрәһең,
Зинданда ҡатырға, −
Юҡ өмөт, юҡ сара,
Юл ябыҡ ҡайтырға.

Ҡәберем − утрау,
Кәфенем − таш зиндан,
Йыназа уҡый тик
Ыҙғыр ел − шималдан1.

Нишләмәк, ни ҡылмаҡ
Был аҡтыҡ юлымда?!
Хәл бөтә көндән-көн,
Көс китә ҡулымдан.

Ни ҡалыр, мин үлгәс,
Был меҫкен тәнемдән −
Илемде, ғилемде
Айырғас йәнемдән?
Йондоҙло булғандар
Олуғбәк ғалимдар −
Уратып уҙғандар
Уларҙы залимдар...

Сеү, ни был − тәндәктә?
Әллә был − буш хыял!..
Хәс мәсет башында
Көмөштәй йәш һилал2!

Эй һилал, һин күктә
Битараф торғансы,
Алышып үлергә
Айбалта булһаңсы!

Эй һилал, һин бушҡа
Эленеп торғансы,
Ҡулымда ҡон алыр
Бер ҡылыс булһаңсы!

Аһ, болот ҡанаты,
Киҫмәсе һин айҙы,
Ҡалдырсы пак көйө
Бүләген хоҙайҙың!

Аһ, киҫте, киҫте бит −
Эш китер кирегә:
Инанған айым да
Әйләнде тәрегә!..

Эй хоҙай, юҡтыр һин,
Юҡтыр ҙа донъяла.
Булһаң, ник белмәйһең
Был хәлдән ояла?..

Юҡ ҡулда айбалтам,
Һынды ай-ҡылысым.
Ни ҡылһын, талпынып,
Ситлектә ыласын?..

Ә ҡаурый ҡәләмем −
Туҡтасы, туҡтағыҙ! −
Булмаҫмы бер ҡылыс,
Булғанда аҡ ҡағыҙ?..

Бар аһын, бар зарын
Таланған илеңдең
Батшаға яҙырға
Етмәҫме ғилемең?

Бит ҡәләм ҡеүәһе
Ҡеүәтле, Батырша −
һүҙеңә илтифат
Итмәҫме аҡ батша?

Был донъя йөҙөндә
Киң хоҙай ҡөҙрәте:
Ярлыҡар, бәлки, тим,
Аҡ батша хәҙрәте.

Үҙемде булмаһа,
Һүҙемде ярлыҡар.
Аҡ ҡағыҙ битенә
Түгелһен барлыҡ зар!..

Ғәҙеллек хаҡында
Уйлаған уйҙарым
Бер ҡайтып күрмәҫме
Уралым буйҙарын?

Бер заман, бәлки, бер
Уҡырҙар хатымды.
Нәжескә ташлауҙан
Тут алмаҫ алтынды.

Мәңгелек бер ни юҡ,
Бөтәһе тик фани.
Бер хаким мәңге бит
Тотмаған донъяны.

Донъяға Искәндәр,
Батый ҙа Тимерҙәр
Килгәндәр − киткәндәр,
Килерҙәр, китерҙәр...

Тонйорап ай батһа,
Ергә көн тыумаҫмы?
Ҡара төн зәхмәтен
Таң нуры ҡыумаҫмы?

Ни булһа, шул булыр,
Яҙмыштан уҙмыш юҡ.
Тик ятып ҡалғансы,
Атып ҡал, юнып уҡ.

Ир китһә, ил ҡалыр,
һынмаһа (ы)рухы...
Ҡайтыр бер илемә
Иреге, ырыҫы!..

Эй, кем бар, кем унда?
Хат көтһөн батшабыҙ.
Бирегеҙ хаҡ ҡәләм,
Бирегеҙ аҡ ҡағыҙ!..
1 Шимал – төньяҡ.
2 һилал – яңы тыуған ай.

* * *
Тел тыуҙырған халҡым −
бөйөк бер тел!
Теле үлмәҫ, үҙе үлмәһә.
Үҙе үлмәҫ, күрер киләсәкте,
Үҙен үҙе ергә күммәһә!..
Тик ниңә һуң
Бик күп үҙ улдарың
Ғәмһеҙ ҡарай үткән юлыңа?
Шул ғәмһеҙлек
Күҙгә күренмәгән
Көрәк тотмағанмы ҡулына?

Ниндәй хаҡыбыҙ бар оноторға
Ҡанлы-данлы урау юлдарҙы?
Ниңә ултырабыҙ
Кәмәбеҙҙе
Ағышына ҡуйып йылдарҙың?

Күпме ҡорбан биреп,
Ҡанды түгеп,
Яулап алдыҡ ошо телде беҙ?
Шул тел менән
«Ирек» һүҙен әйттек,
Гөлдәй иттек үлгән илде беҙ...
Әйтерһең дә, шулай донъя
шаулай,
Шаулай йылдар, шаулай
быуаттар.
Тау йылғаһы ташып килһә
шулай,
Быуа йырылыр бит, быуа тар...

Яҙғы шарлауыҡтай, ниҙер
даулай −
Йоҡоһоҙ был көҙҙөң төнөндә.
Юҡ, йоҡоһоҙ шулай күңел
дулай,
Һине уйлап, үкһеҙ өңөндә.


ТУБЫРСЫҠ

Улым Азаматҡа

Уйнайһың һин уйынсығың
менән,
Уйынсығың, улым, тубырсыҡ.
Уйнатҡаның ни ул —
белмәйһең дә,
Булһын ғына һиңә уйынсыҡ!..

Йоҡлайһың да, тағы уйнайһың
һин,
Бар тормошоң әле уйында.
Ғүмер бирҙек һиңә, кем
булырһың?
Ошо һорау сыҡмай уйымдан.

Күпме көстө һалыр кәрәк әле
Һиңә кеше булыр өсөн дә.
Киләсәктә шаулар ҡарағай бит
Ята шул тубырсыҡ эсендә!..

* * *
Бәлки, керләнеп тә бөтөрмөн
мин,
Янған өсөн яла яғылыр.
Ялған һыйыныр ер булмаһа ла,
Яласылар әле табылыр.

Тик намыҫты данға
алмаштырмам,
Юҡ, алданмам арзан даныма.
Мин янырмын ғәҙеллекте
яҡлап,
Ҡәләмемде манып ҡаныма.

Һәр нәмәне халҡым зиһене
менән,
Халҡым күҙе менән күрермен.
Әгәр кәрәк булһа, илем, телем
өсөн
Ғәзиз ғүмеремде бирермен.

Юҡ, теҙләнмәм ялған алдында
мин!
Маҡсатымдың иң-иң алыҫын
Яҡын күрер күҙем. Һәм күҙемдә
Балҡып яныр ғорур намыҫым!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға