«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



07.05.2013 Үәт, ҡыҙыҡ!

Оло йәштәге һунарсы һунарҙан ҡайтышлай кафеға инә. Һәм унда таныш табибын осрата ла, ишек төбөнән үк:
– Табип әфәнде, беләһегеҙме, миңә бөгөн кемгә атыу бәхете тейҙе? – тип ҡысҡыра.
– Беләм, беләм, – ти табип тыныс ҡына, – ул инде бөгөн миндә булып китте…

* * *
Прейскуранттарына ҡарағанда, теш табиптары ул тиклем ҡурҡыныс түгел ул.

* * *
Меҫкен уҡыусылар хәҙер тәнәфестә нисек электрон китаптар менән һуғышыр икән?

* * *
Троллейбус водителе «сникерс» ашағандан һуң дүрт туҡталышты туҡтамай үтеп киткән.

* * *
– Ҡәҙерлем, – ти ҡатыны иркәләнеп кенә, – нишләптер бөгөн үҙ-үҙемә урын таба алмайым.
– Аш-һыу бүлмәһенең ҡайҙа икәнен оноттоңмо ни?

* * *
Аҡсаһыҙ ир – ул тик әхирәт кенә.

* * *
– Эй, йәш кеше,– ти бер ханым йәш егеткә, – ниңә мин һине бер 50 килограмм элек осратманым икән?

* * *
13 март Иҫке Яңы Ҡатын-ҡыҙҙар көнө тип иғлан ителде.

* * *
Хәйерселек дауаланмай. Буш медицина тарафынан иҫбатланған.

* * *
– Әйтегеҙ әле, һеҙҙе аҡса борсоймо?
– Һеҙ нимә, ул мине, киреһенсә, ныҡ тынысландыра.

* * *
– Нисек ябығырға белмәйһегеҙме? Ашарға өс көн ҡалғас, бер стакан һыу эсегеҙ!

* * *
Ҡатын-ҡыҙҙы тәбиғәт физик көстән азат иткән, уның ҡарауы, улар психологик сәнғәт юлы менән ир-атты еңә.

* * *
Таң менән телефон шылтырай:
– Хәйерле иртә, һеҙгә иҫ киткес шатлыҡлы хәбәр еткерәбеҙ. Кисә Америкала бер миллиардер үлгән. Осраҡлы рәүештә һеҙ – берҙән-бер вариҫ. Ҡотлайбыҙ. Хәҙер һеҙ 400 миллиард доллар аҡсаға, 100 килограмм алтынға эйәһегеҙ. Тик бының өсөн һеҙ беҙҙән үтек менән фен һатып алырға тейешһегеҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға