«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Көлкөха-ха-хана



26.04.2013 Көлкөха-ха-хана

Беҙҙең ауылда ғәжәп ҡыҙыҡ, мәрәкәсел халыҡ йәшәй. Һүҙ араһында ҡапыл ысҡындырып ебәргән һүҙең, лаҡап булып, тарих­ҡа инеп ҡала. Бер нисәһен яҙып үтмәксемен.
Урыҫса һөйләшәләр, йәнәһе…
Элек-электән хужалығыңда үҙеңдән артҡанын һатып, юҡ-бар алыу ғәҙәте бар. Ауылдың ике инәйе баҙарға килә. Һатырға май, йомортҡа, йөн алалар, тауар һатылып, арыу аҡса булғас, магазинға инеп, үҙ йомоштарын йомошлай­ҙар. Береһе һатыусынан:
− Грязное мыло есть? − тип һорай. Йәнәһе, кер һабыны бармы?
Икенсеһе лә төшөп ҡалғандарҙан түгел. Һатыусынан:
− Хлеб какуй размер? – тип ебәрә. Йәғни, икмәк нисә һум тора?
Был инәйҙәр күптән мәрхүмә инде, ә һүҙҙәрен әле һаман халыҡ онотмай.

«Два дай»
Атайым менән әсәйем, йорт төҙөп бөткәс, өйгә мейес сы­ғарта башлай. Кир­бес, ҡом килтерәләр. Пли­таны атайымдың туғаны бирә, ә йүшкә юҡ. Әсәйем өләсәйем ме­нән баҙарға китә. Ниәт­тәре − йүшкә алып ҡайтыу. Баҙар буйлап йүшкә эҙләй­ҙәр – юҡ, хужалыҡ та­уарҙары һатылған ма­газинға инәләр. Һа­тыусы­лар – мәрйәләр.
Өләсәйем магазинға инеү менән:
− Йушка есть? – тип һорап та ебәрә.
− Есть, есть, сколько надо? – ти тегенеһе.
− Два дай, два – ҡыҙыу әңгәмә башлана. Һатыусы өҫтәлгә ике алюмин ҡалаҡ сы­ғарып һала. Быны кү­реп торған әсәйем пыр­хылдап көлөп ебә­рә. Ә өләсәйем, ҡалаҡты ситкә этеп, һаман үҙенекен таптыра.
− Это не йушка, мне печка йушка надо, – тип аңлата башлай. Әсәйем эш-хәлдең ниҙәлеген мәрйәләргә аңлатып бирә. Баҡ­тиһәң, һатыусы был баш­ҡорттоң йүшкә тигәнен ложка тип аңлай икән.
Йүшкә алып, көлөшөп ҡайтып китәләр. Шунан алып өләсәйем йүшкәнең русса вьюшка икәнен белеп ҡала.

«Мулла әле отпускыла»
Элегерәк көҙ картуф ҡаҙа башлау менән Урта Азия халҡы ауылдар буйлап үҙ тауарҙарын картуфҡа алмаштыра башлай ине.
Улар шулай бер ауылға килеп инә. Үҙҙәре ауыл кешеһенә иҫтәре китеп һөйләнә икән. «Һеҙҙә ҡатын-ҡыҙ хәтәр ул. Ҡайһы ғына өйгә инмә, арҡаларына бер тоҡ картуф йөкмәп, машинаға ташый. Унан он, шәкәр йөкмәп өйҙәренә инеп китә. Ә ирҙәре әллә юҡ, әллә эсеп йөрөй. Нимә, әллә ауылығыҙҙа эскене тыйырҙай мулла юҡмы ни?» – тип һорап ҡуялар. Мулла ни, бар, ана ла үҙе тора, тип бармаҡ төртөп күрһәтәләр. Ә эргәләге баҡса рәшәткәһенә һөйәлеп мулла тора, ти. Быларҙың һөйләшкәнен ишетеп ҡала ла былай ти икән:
– Мулла әле отпускыла…

«Һалғанды ла көтмәгәндәр»
Әлеге герой хаҡында яҙыуымды дауам итәйем әле. Әбейе менән һәүетемсә генә йәшәп ятҡанда, өйҙәренә ҡомаҡтар эйәләшә. Ҡапҡан да ҡуялар, ағыу ҙа һалалар – файҙаһыҙ. Бер көн ҡыҙынан ҡаланан «эффективныйырағын» һорағас, уныһы алып ҡайтып, ишек төбөнә мөйөшкә һалып тора ла онота.
Бер аҙ ваҡыт үткәс, бабай ҡыҙынан ағыуҙы һораһа, уныһы ишек төбөнә һалғанын әйтә. Ҡараһа, теге дарыуҙың бер мөйөшөн ҡомаҡтар сәйнәй ҙә башлаған. Бабай, асыуланып:
− Үәт, ҡоромағырҙар, исмаһам, һалғанды ла көтмәгәндәр, − тип үҙенсә ас ҡомаҡтарҙы һүгә икән.

«Исемеме? трын-трава»
Бер мәл берәүҙең ҡыҙына исем ҡушып, мулла бабайыбыҙ өйөнә ҡайтып килә икән. Ҡыҙы уны ишек алдында ҡаршы ала, хәлен һораша, йәнәһе, кем тип исем ҡысҡырҙың.
− Әллә кем, − ти мулла. − Нисектер үлән менән бәйле – трын-трава.
Һуңынан сабыйҙың исеме Гөлсирен булыуы асыҡлана. Сирень булғас, оло кешегә үлән кеүек тойол­ғандыр инде.

«Юлбарыҫ тип ҡушабыҙ…»
Донъябыҙға нур өҫтәп, икенсегә әсәй булдым. Үҙем сабыйым менән дауаханала ятам. Ҡыҙым атаһы менән минең ҡайтҡанды көтә. Ул саҡта ҡыҙыма ете йәш ине. Атаһы менән урамда йөрөгәндә ауылдаш апай, ҡыҙыҡһынып, бәпәйегеҙгә исемде кем тип ҡушаһығыҙ, тип һораша.
− Әллә, атайым, юлбарыҫ итәм, ти, − тигән ҡыҙым.
Баҡһаң, атаһы улыбыҙға юлбарыҫ түгел, ә Арыҫлан тип исем ҡушмаҡсы булған икән. Ҡайтҡас, атаһының тәҡдиме миңә оҡшап ҡалды – ике йәшкә етеп килгән улым үҫә.

Рүзидә ҒӘЙФУЛЛИНА.
Белорет районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға