«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Осрашыу



26.04.2013 Осрашыу

Сөм-ҡара төҫтәге “джип” береһенән-береһе зиннәтлерәк коттедждар теҙелгән урамдан елдерә. Костюм кейгән, галстук таҡҡан водитель саңлы урамды һепереп йөрөгән, спецовка кейгән ир янында машинаның тиҙлеген кәметте:
– Нимә, ниндәй машина килгәнен күрмәйһеңме ни, саң туҙҙыраһың? – тип екеренде ул, тәҙрәһен бер аҙ төшөрөп. – Дворниктар йоҡлап ятмай ул, таң һарыһынан тороп эш эшләй.
Урам һепереүсе уға табан боролдо. Бер аҙ ҡарап торғас, ауыҙы йырылды:
– Бәй, Зиннәт, һин түгелме ни? – Ул күрешергә ҡулын һуҙҙы.
– Сәлимйәнме әллә? – Водитель дә уны танығандай итте, әммә ҡымшанманы ла. Һуҙылған ҡул һауала аҫылынып ҡалды.
– Тап үҙе, бәй, ун йыл буйы минең арттағы партала ултырып, ун йыл буйы минән күсергән “икеле” тоҡсайы бит һин, нисек танымайһың?
– “Бишле”гә генә уҡыған ботаник Сәлимйән, тимәк? – водитель һонолған ҡулға иренеп кенә бармаҡтарын тейҙерҙе лә, ап-аҡ салфетка алып, ҡулдарын һөрттө. – Тормош нисек бара һуң, урам һепереп буламы?
– Була, ана бит, донъяһы таҙарып ҡалды...
– Дә-ә, донъя – ҡуласа, әйләндереп килеп бер баҫа шул, – водитель ҡәнәғәт йылмайып ҡуйҙы, – мин, “икеле” тоҡсайы, бер миллион һумлыҡ машинала елдерәм, һин, отличник, урам һеперәһең, ғәжәп был тормош тигәндәре. Иҫ китә лә ҡуя.
– Шулай инде, – урам һепереүсе сәғәтенә ҡараны ла өс ҡатлы коттедждың ҡапҡаһын асты. – Ярай, офиста мине көтәләр, өйгә инеп, өҫ-башты алмаштырып, душта йыуынайым да ҡуҙғалайым, ә һин, Зиннәт, хәҙер өйҙө беләһең, килеп йөрө.
– Бәй, был һинең йортмо ни?– водитель машинанан һикереп төштө.
– Минеке, баҡса-урам тирәһен ҡараусы егет бер аҙна ял һорағайны, донъяны сүп баҫты ла ҡуйҙы, спецовкаһын кейҙем дә йыйыштырҙым, бер ауырлығы ла юҡ, ауыл малайы ла инде беҙ.
Шул саҡ водителдең кеҫә телефоны шылтыраны, ул ҡабаланып трубканы алды:
– Алло, Айрат Тимербаевич, мин ҡыҙығыҙҙы мәктәпкә алып барҙым, магазинға инеп, ҡатынығыҙ ҡушҡан бөтә әйберҙе лә алдым, биш минуттан янығыҙҙа булам! Аңлашылды, Айрат Тимербаевич, эшләйбеҙ уны, Айрат Тимербаевич!
Водитель трубканы һалды ла еңенең һырты менән ҡапыл бәреп сыҡҡан маңлай тирен һөртөп алды.
– Байҙарға эшләп надайыл булдым, – тип уфтанып ҡуйҙы ул. – Эт урынына көнө буйы сап та сап, барыбер ярап булмай, донъяла бер ғәҙеллек юҡ, шулай бит, Сәлимйән дуҫ!
Тик уға яуап биреүсе булманы. Сәлимйән йортона инеп юғалғайны инде.

Марат ӘМИНЕВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға