«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



26.04.2013 Үәт, ҡыҙыҡ!

Ҡатыны − иренә:
− Был шыршыны 23 февралдә сығарып ташлайбыҙмы, әллә 8 Марттамы?
− Һин нимә, Президент беҙгә май айында ике көн ялды нимә өсөн өҫтәне тип уйлайһың?

* * *

− Ҡатыныма бриллиант ҡашлы йөҙөк һатып алдым. Ул инде ике аҙна буйы минең менән һөйләшмәй.
− Нишләп?
− Сөнки шундай шарт ҡуйылғайны.

* * *

− Ҡәһәр һуҡҡыр ҡыш! Был һыуыҡтар бик ялҡытты. Машиналарҙың ишектәре туңа, аса алмайым, − тип зарлана берәү.
− Ә һин ҡайнаған һыу ҡуллан, − ти икенсеһе.
− Һин нимә, иҫәрһеңме әллә? Бына күҙ алдыңа килтер әле − мин Өфө буйлап сәйнүк күтәреп, машина урларға китеп барам, ти,− тигән теге, онотолоп китеп.

* * *

Тайга. Вертолет йәш белгестәрҙе беренсе эш урынына алып бара. Осоусы ҡысҡыра:
− Булды! Килеп еттек! Һикерегеҙ!
− Нисек инде?! Беҙҙең үлгебеҙ килмәй!
− Ярай, тағы бер аҙ төшәм... Бейеклек 25 метр, һикерегеҙ!
− Артыҡ бейек бит!
− Бүтән булмай. Тағы ла аҫҡараҡ төшһәм, уҙған йыл килтергән белгестәр һикереп кире менә башлаясаҡ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға