16.04.2013 Үәт, ҡыҙыҡ!
Халыҡҡа кредит биреү менән шөғөлләнгән бер банкыға бур килеп инә һәм банкирға:
– Коллега, тиҙ генә бөтә аҡсаңды минең тоҡҡа тултыр, – ти.
* * *
– Үлем язаһына хөкөм ителеүсе, – тип мөрәжәғәт итә прокурор, – һеҙҙең һуңғы теләгегеҙ бармы?
– Әлбиттә, бар, – ти ир, – рекламалары менән бергә «Санта-Барбара» сериалын ҡарап бөткөм килә…
* * *
«Тиҙ ярҙам»да телефон шылтырай.
– Кисә кис минең ҡатынымды ҡайҙа алып киттегеҙ? – тип ҡысҡыра бер ир телефондың теге осонан.
– 11-се бала табыу йортона.
– Уның менән нимә булған һуң?
* * *
– Тиҙ генә психиатрҙар бригадаһын ебәрегеҙсе, сирленең ауырыуы көсәйә.
– Әллә ҡоторамы?
– Эйе.
– Нимә эшләй?
– Стеналарҙы йыуа.
* * *
Ауырыу «Тиҙ ярҙам» диспетчерына шылтырата.
– Һеҙҙең менән нимә булды? – тип һорайҙар.
– Үҙем дә белмәйем, – ти ир. – Иртән карауаттан ҡолап төшкәйнем, һаман шыуышып йөрөйөм…
* * *
– Балағыҙға нисә йәш һуң?
– Бәләкәй әле, 30 ғына.
– Һеҙ нимә, ул ир бит инде.
– Юҡсы, ул әле малай ғына.
* * *
– Официант, иҫәпләшәйек.
– Йөҙ егерме биш һум да туҡһан тин.
– Ә кем файҙаһына?
* * *
Тормош бик хәйләкәр. Әгәр ҙә һинең ҡулыңда бөтә кәрттәр ҙә булһа, ул тиҙ генә шахмат уйнарға булып китә…
* * *
Һауыт-һаба йыуыр өсөн бик күп төрлө таҙартҡысты файҙаланып ҡарап, тик береһен генә һайланым – кәләш алдым.