«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Рыбаковтың китабы 115 йылдан һуң яңынан cыҡты



09.04.2013 Рыбаковтың китабы 115 йылдан һуң яңынан cыҡты

Рыбаковтың китабы 115 йылдан һуң яңынан cыҡты«Китап» нәшриәтендә Сергей Гаврилович Рыбаковтың 1897 йылда сыҡҡан «Музыка и песни уральских мусульман с очерком их быта» тигән китабы 115 йылдан һуң яңынан донъя күрҙе. Йыйынтыҡ 1892 − 1894 һәм 1896 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр академияһы Ырымбур губернаһына (хәҙерге Башҡортостан территорияһына) ойош­тор­ған экспедициялар ваҡытында С. Рыбаков тарафынан тупланған этнографик очерктарҙан һәм башҡорт, татар, типтәр, ноғайбәктәрҙең музыкаль фольклорынан, йыр-көй өлгөләренән, ноталарҙан тора. Айырым бүлек халыҡ араһында булған йырсылар һәм музыканттарға арналған.
Китапты Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фольклористика бүлеге ғилми хеҙмәткәре, музыка белгесе Лилиә Сәлмәнова төҙөп, баш һүҙ, аңлатмалар яҙып, баҫмаға әҙерләгән. Ул шулай уҡ С. Рыбаков­тың тормошо, хеҙмәте һәм ижады хаҡында мәҡәлә лә яҙған. Йы­йынтыҡ башҡорт йыр-моңон яратыусылар, фоль­клор, сәнғәт, музыка белгестәре өсөн ҡиммәтле ҡулланма буласаҡ.

Фәнирә ҒАЙСИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға