«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



09.04.2013 Үәт, ҡыҙыҡ!

– Һин нисек уйлайһың, ни өсөн ир-ат беҙҙе һәр ваҡыт үҙҙәренең вәғәҙәләре менән алдай?
– Косметикабыҙ менән уларҙы алдаған өсөн беҙҙән үс алалар.

* * *
Ғаиләлә татыулыҡ булһын өсөн мөхәббәт, бер-береңә ышаныу, аңлашыу, хөрмәт, түҙемлек һәм, иң мөһиме, икегеҙгә лә берәр телевизор булырға тейеш.

* * *
Олатаһы – ейәненә:
– Улым, әгәр 1000 һум аҡса бирһәм, нимә эшләтәсәк­һең?
– Иң тәүҙә һанаясаҡмын.

* * *
– Ҡотлайбыҙ! Һеҙ яңы ғына беҙҙең лотереяла бер миллион доллар аҡса оттоғоҙ! Хәҙер һеҙҙең ғаиләгеҙ миллион йыл буйына йыл һайын бер доллар аҡса алып торасаҡ…

* * *
Сик буйындағы бағаналағы иғлан:
«Ил сиген боҙоусы граждандар! Патрондар етмәү сәбәпле, киҫәтеү өсөн һауаға атыу бөтөрөлдө».

* * *
Ике һары сәсле ҡыҙ урманда Яңы йыл шыршыһы эҙләй. Бер сәғәт баралар, ике, өс...
– Мин арыным, ялҡтым! Артабан барырға тамсы ла хәлем ҡалманы! Етте, уйынсыҡтарһыҙ булһа ла, тәү күргән шыршыны ҡырҡайыҡ та алып ҡайтайыҡ!

* * *
Һары сәсле ҡыҙ пиццерияға инә һәм заказ бирә.
Официант:
– Пиццағыҙҙы дүрт өлөшкә телергәме, әллә һигеҙгәме?
– Мин һигеҙен дә ашап бөтә алмаҫмын, дүрткә бүлегеҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға