«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Ауылым "әтәстәре"



02.04.2013 Ауылым "әтәстәре"

Бөтә частың ҡотон алып торған кеше штаб начальнигы, майор Чернов булды. ҡыҙыу ҡанлы, һәр һүҙе "мат" менән семәрләнгән һәм Чапайға оҡшап тора. Мин уны ни өсөндөр сыуаштыр тип уйланым. Уға оҡшаған бер сыуашты белә инем элек. Этлек ҡылыр өсөн аҡыл кәрәкмәй икән ул һәм сараһы ла тап килеп тора. Тоҙло балыҡ, ҡыҙ­ҙырыл­ған картуф – начштабтың яратҡан аҙығы. Яттан беләбеҙ хәҙер. Өлтөрәй Сәпәш тағы ла йүгереп йөрөй. Балыҡ ҡырҡа, картуф ҡыҙҙыра. Самай уңайлы мәл. Сәпәш салат, салфеткалар илткән арала картуф араһына бер нисә үле тараҡанды ырғыттым да, һауыт-һаба таратырға тип, залға һыпырттым. Күп тә үтмәне, Черновтың имәнес тауышы яңғыраны. Тәҙрәләр зыңғырлап китте хатта. Үрә торған сәстәрҙән пилоткалар ҡалҡынды.
Бөтә наряд дер ҡалтырана башланы. Киске аштан һуң мәж килде часть. Бөтә наряд, штрафниктар, кесе команда составы ашханала ҡайнашты. Сүп-сар таҙартылды, стеналар ағартылды, иҙән, һауыт-һаба йыуылды. Танырлыҡ түгел келәтте. Унлаған һалдат, сержанты-ние менән бергә, йәшниктәр араһында макарондарҙы өрөп таҙарта, унлағаны тоҡтар араһында, ярмаларҙы ҡул менән "иләй"... Иртәнге ашҡа ҡәҙәр бығаса блокада ғазаптарын кисергән ашханабыҙ ресторанға әйләнде. Ялт итеп торҙо. Өҫтәлдәрҙә аҡ япма, ашнаҡсыларҙа кершәндәй аҡ халаттар. Дер һелкетеп тотто төндө Чернов. Ул ғына ла түгел, ашханалағы наряд көн һайын ике тапҡыр, ҡан таратыр өсөн, кәмендә берәр сәғәт плацты тапаны. Бөттө "лафа" Сәпәшкә. Беҙҙең кеүек ҡарауылға бара, көн дә йыр йырлап стройҙа йөрөй. Ғөмүмән, "һалдат һурпаһы"н эсте. Оҙаҡламай уны бөтөнләй икенсе часҡа күсерҙеләр. Беҙҙең юлдар мәңгелеккә өҙөлдө. Мин армиянан ҡайтыуға ул вафат ине. Күрше ауылға ҡыҙы янына барғанда, бер аҙ эсеп алған Сәпәш матайы менән берәүҙең ҡапҡа алдында ултырған бесән тейәгестең тештәренә барып ҡаҙалған. ҡыҙғаныс хәл.
Ә Әпүш менән һуғыш яланыбыҙ киң булды. Бер синыфта уҡыныҡ. Урта мәктәпкә күскәс, көн дә ете саҡрым араны, тегеләй-былай, сәкәшеп, һуғышып уҙғарҙыҡ. Көн дә ауылдан йөрөп уҡыусы тиҫтерҙәр беҙ – ике алйотто төрлөсә сәмләндерҙе, һөскөрттө. Көн дә беҙҙең "алыш" тураһында төрлөсә фәлсәфәүи фекер алышты. Улар ҙа, шулай йөрөй торғас, көйәрмән булараҡ, ике төркөмгә бүленде һәм һәр кем үҙ "батыр"ын яҡларға тырышты. Нисек кенә булмаһын, улар өсөн көндәлек ошо маршрут бер мәрәкә генә булды. Алты йылдан ашыуға һуҙылды шундай "дуҫлыҡ". Әпүш яман аҫтыртын, тырауыз, хаслыҡлы малай ине. Үҫә төшөп, ҡыҙҙарға ғашиҡ булып, уйындарға йөрөй башлағас та ҡотолоп булманы үҙенән. Мин ярат­ҡан ҡыҙҙы яратты, нисек кейенһәм, ул да шулай кейенде. Ул минең шәүләм, ҡойроҡ булды. Беҙҙең бала саҡ һәм үҫмер йылдар шулай үтте.
Байтаҡ йылдар уҙғас, Яңы йыл алдынан ине, Нижневартовск ҡалаһына барырға тура килде. Эш араһында ҡапҡылап ҡына алырға тип сәйханаға индем. Ваҡыт самалы ине. Күҙгә күренәме тип торам – Әпүш! Ялан-баш, яланғас тәнендә тишек йоҡа трико һәм иҫке тун, аяҡтарында иҫке галуш. Ә урамда илле градус һалҡын! һаҡал-мыйығы, сәстәре еткән. Иҫерек булһа ла, шундуҡ таныны, шайтан! Шатлығынан сиреналай ҡысҡырып ебәрҙе, һуғыштан һуң, тиҫтә йылдар уҙғас осрашҡан фронтовиктар кеүек, ул мине ҡосаҡлап үбә башланы. Бөтә сәйхана алдында яр һалып маҡтанырға, мине маҡтарға кереште. "Земляк! Односельчанин! Одноклассник мой! Мой корефан!.." Саҡ тынысландырҙым, һыйларға тура килде "земляк"ты. Дөрөҫөн әйткәндә, үҙе һорап һыйланды. Эсеп, һый-хөрмәт ҡабул иткәндән һуң "корефан" әтәсләнә башланы. Туҡтатып алып булмай. Әзмәүерҙәй бер нисә ир сығарып бәрҙе үҙен урамға. Аптырап ҡатып ҡалдым.
– Как он надоел!
– И так каждый день!..
Аҡса эшләргә килгән Әпүш, шулай итеп, эскегә һалышып, ғаиләһен ташлап, асарбаҡҡа әйләнеп киткән икән. һуңғы осрашыуыбыҙ шулай булды. Күп тә үтмәй, Яңы йыл төнөндә урамда үлек кәүҙәһен табып алғандар. ҡыҙғаныс хәл.
Өсөнсөһө, бәләкәстәре, Сәрфүше, ағаларына ҡарағанда тынысыраҡ булды. Уның тыныслығы беҙҙе һәр ваҡыт тынысһыҙлыҡта ҡалдырҙы. Йәй етһә, бүре һымаҡ һунарға сыға, мал-тыуарҙы яфалай башлай. Быҙауҙы йә колхоз һарайына бикләй, йә баҫыуға ҡыуып ебәрә, йә булмаһа, күрше ауылға уҡ алып барып аҙаштыра. Эҙләп хәлдән таяһың. Кәзә-һарыҡты тотоп, ҡойроҡтарына йә консерва банкалары, йә ташландыҡ аяҡ кейемдәре бәйләп ебәрә. Саң туҙҙырып һөйрәп ҡайтып инәләр. Бер көн кәзә тәкәһен танымай торҙоҡ, бүрек кейҙереп, муйынына ҡыҙыл галстук тағып ебәргән, шайтан Сәрфүш! һарыҡ-кәзә тегенән ҡурҡып ҡаса, ә быныһы арттарынан ҡалмай. Көскә тотоп бикләнек ваҡ малды. Шулай үҫте уныһы ла. Айсибәрҙәре, мин сыбыҡлаған теге инә Әтәс, уҡып, уҡытыусы һөнәренә эйә булғас, район үҙәгендә төпләнде. Кейәүгә сыҡты. Балалар үҫтерә. Гөрләтеп йәшәп ята. Район кимәлендә уны белмәгән кеше юҡтыр, моғайын. Бигерәк тә һуңғы йылдарҙа. Хатта, хәҙер сер түгел инде, етенсе-һигеҙенсе кластарҙа бер аҙ ғашиҡ та булып йөрөгәйнем. Хат-маҙар һыҙғыланым. Хатта шиғырҙар ҙа яҙғылай торғайным. Перәме күҙ алдында үҫә, үҙгәрә, матурлана бара ине, шайтан ҡыҙыҡай. Үҙенә күҙ һалмаған бер генә лә малай-шалай булмағандыр ул заманда. Ә ул күҙ сите менән ҡырын ғына ҡарап, бит алмаларын алһыуландырып, серле генә итеп йылмайып ҡуя. Бер һүҙ ҙә өндәшмәй. Бер ваҡыт һарысайҙар табып алған минең "творчество"ны. Имтихандар барған осор. Һәм уның өсөн яңғыҙ ҡайын янында, урталыҡ юлда, айырым һуғыштыҡ. Ныҡ булды алыш. ҡулдарҙа ауыр ялан сумкаһы, көстәр тигеҙ түгел... Туҡманылар, әлбиттә. Эләкте. ҡиммәткә төштө шиғыр юлдары. Юҡ, минең һуғышҡым да килеп тормай ине. Туҡмалып та тороп булмай... Икенсе көндө бер ҡолаҡ шешкән, ҡыҙарып һәленгән, маңлайға оро сыҡҡан, күҙ төбө күгәргән, аяҡтар һылтыҡлай. Һүнде шунда уҡ ғишыҡ уты. Мәңгелеккә. Шунан бирле ауылда беҙҙе "Ташъелкән әтәстәре" тип кәзекләй башланылар.
Бына бөгөн һуңғы "әтәс"те һуңғы юлға оҙатабыҙ. Йәп-йәш кенә көйө яҡты донъянан туйған, мәрхүм. Чечнянан ҡайтҡас, оҙаҡ йөрөмәне, үҙ-үҙенә ҡул һалған. ҡыҙғаныс хәл, әлбиттә. Йәше-ҡарты килгән оҙатырға. Бындай сараға бөтәһе лә килә. Кем булыуына ҡарамаҫтан. Урам буйлап атлайбыҙ, һәр ҡапҡа алдында бала-саға теҙелешкән. Ауыр бара халыҡ, һүҙ тирбәткән кеше юҡ. һәр кем, башын эйеп, ауыр уйға сумған. Әйтерһең дә, улар Сәрфүште түгел, ә үҙҙәренең киләсәктәге иң изге, иң саф ғүмер минуттарын күмергә бара. Оло юғалтыуҙарҙы кисереү еңел түгел, әлбиттә. Оҙатыусылар араһында бөтә ғүмерен, тик "колхоз эше" тип, һалдаттарса йәшәгән коммунист Шәрифулла ағай ҙа, гел үҙ яйын шаҡарып, халыҡты "йомшаҡ мендәрҙәргә генә ултыртып", элекке байҙар көнләшерлек байлыҡ туплап йәшәгән главбух Ләпәк Ғәли ағай ҙа; ауылыбыҙҙан һәйбәт тәрбиәле һәм белемле шәхестәр сыҡһын тип хатта төн йоҡоларын йоҡламай, беҙҙең өсөн бөгөн дә янып-көйөп йәшәгән уҡытыусыбыҙ Фәғилә апай ҙа; кеше мөлкәтен урлап, һуғышып, үҙ йорто менән төрмәне бутап ғүмер кисереүсе Сәүхит тә; көмөшкә һатып, ауыл йәштәрен эскелеккә ауыштырып, татыу ғаиләләрҙе бутауҙан ләззәт табып көн күреүсе Алмабикә лә бар... Йылына бер йыуыла торған төймәһеҙ спецовкаһын кейә-кейә, ашығыуҙан эләгә-йығыла, ҡапҡаларынан Әхмәт-шаһ килеп сыҡты ла төркөмгә ҡушылды. Моңһоҙ, эт ялҡауы бәндә. ҡәбер ҡаҙышырға ла барманы. Уның бөтә уйы – хәйер аҡсаһы йыйыу, ерләгәндән һуң хәмерле аш-һыу. Уның өсөн бөгөн – байрам көн. Үҙенең ошо ҡыҫҡа ғына ғүмерен әҙәм балаһы нисек йәшәй һәм ниндәй тормош менән йәшәй, мин шул хаҡта уйланып барам. Әйтерһең дә, бер нисә ғүмер йәшәп, туҡта, быныһы былай булды, икенсеһен шулай йәшәрмен, тигән сикһеҙ теләктәбеҙ. Донъяға әҙәм балаһы нисек тыуа – шулай китә. Хоҙай шулай ҡушҡан! Бына беҙ, "Ташъелкән әтәстәре", ни өсөн бөтә ғүмеребеҙҙе һуғышып уҙғарҙыҡ? Сәбәбен онотоп та бөткәнбеҙ бит инде, бер уйлаһаң, диуана хәтирә генә, ә һуғыш туҡталманы. Бөгөн мин Сәрфүш менән бергә үҙемдең йүләрлегемде, гонаһтарымды, насар уйҙарымды һәм ҡылыҡтарымды һуңғы юлға оҙатып барам. Баш өҫтөндә ҡояш балҡып торғанда, матур сәскәләй, тормош биҙәге булып йәшәргә тейешбеҙҙер бит. Йәшәү бурысы юҡһа нимәлә?

Сәлмән ЯҡУПОВ.
(Аҙағы. Башы 24-се һанда).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға