«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡызыҡ!



02.04.2013 Үәт, ҡызыҡ!

–«Лада-Приора»ның 2014 йылғыларының дүрт педалле буласағы хаҡында беләһеңме?
– Дүртенсеһе нимәгә икән?
– Хәүефһеҙлек мендәрҙәрен тултырыу өсөн.

* * *
Ире эштән һуңлап ҡайта. ҡатыны, асыуланып, ишекте асырға теләмәй. Ире:
– Тиҙ генә ас, өйҙә кем хужа? – тип ҡысҡыра.
– Кем өйҙә, шул хужа инде, – ти ҡатыны.

* * *
Телефон шылтырай. Ир телефонды ала, тыңлап тора, бер һүҙ ҙә әйтмәй кире һала.
– Кем унда? – тип һорай ҡатыны.
– Гидрометүҙәктән яңылыш эләктеләр, буғай. Бер ир: «ҡояшҡайым, офоҡ таҙамы?» – тип һорайсы.

* * *
Биш йәшлек малай­ҙан йомаҡ сисеүен һорай­ҙар. «Йә һимерә, йә ябыға, бөтә өйҙө яңғырата», – нимә ул? Яуабы – гармун. Малай, күп уйлап тормай:
– Әсәйем! – тип ҡысҡыра.

* * *
Улдары беренсе синыф­ҡа мәктәпкә бара. Дәрестән һуң әсәһе менән атаһы унан:
– Шунан, улым, уҡытыу­сың оҡшанымы, һеҙҙе нимәләргә өйрәтә? – тип һорай.
– Эй, ул бөтөнләй бер нәмә лә белмәй, бөтә нәмәне беҙҙән һорап тик ултыра, – тигән малай.

* * *

– Өйләндем, – ти берәү икенсеһенә. – Юғиһә ке­йем-һалымды йыуырға тап­шырып, ашханала ашап, тишек ойоҡбаш, төймәһеҙ күлдәк кейеп йәшәү ялҡытты.
– ҡыҙыҡ, – ти икенсеһе, – мин тап ошо сәбәптәр арҡаһында айырылыштым.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға