«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » “Уҙған ғына ғүмер, ҡалған хәтер”



02.04.2013 “Уҙған ғына ғүмер, ҡалған хәтер”

“Уҙған ғына ғүмер, ҡалған хәтер”
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бик­баевтың “Көндә­лек­­­тәр” китабы донъя күрҙе. Йы­йын­тыҡ ике ҡалын томдан тора. Тәү­геһендә 1968 − 1999 йылдарҙа алып барыл­ған көн­дәлектәр тупланған. Икен­се томға 2000 − 2009 йыл­дар­ҙағы яҙмалар ингән. “Көндә­лек­тәр” Өфө полиграфия комбинатында әҙиптең үҙ иҫәбенә нәшер ителгән.
“Мин күптән инде көндәлектәр яҙам. ҡырҡ йылдан ашыу ваҡыт эсендә күргәндәрем-кисергәндәрем теркәлеп барған дәфтәрҙәрем хәҙер бер нисә китап булырлыҡ. Тормош сәхифәләре тәүге осорҙа онотҡанда бер тигәндәй ҡағыҙ битенә төшһә, ғүмер үткән һайын, уларға йышыраҡ иғтибар иттем. Көндәлектәр асылда ижадымдың үҙенсә бер мөһим өлөшөнә әйләнде. Шиғри ижадымда, мә­ҡә­ләләремдә, ғилми хеҙмәттәремдә, сығыштарымда әйтеп йәки яҙып өлгөрмәгән һүҙҙәремде мин бына ошо дәфтәрҙәремә яҙып барҙым. Уларҙа төрлө ваҡиғалар уртаһында яҙмышыма уйылған уйланыу­ҙарым, мине һоҡландыр­ған матурлыҡтар, инан­дырған изгелектәр, табындырған тоғролоҡтар, һыҙландырған ғәҙелһеҙлектәр, яралаған хыянаттар үҙҙәренең эҙен ҡалдырған. Был көн­дә­лек­тәрҙә − минең яҙмышым, ми­нең ва­ҡы­тым, минең донъям. Ләкин улар замандаштарымдың күргәндәренән айырылғыһыҙ”, − тип яҙа йы­йынтыҡтың баш һүҙендә Рауил Бикбаев.
Китап әҙиптең ижадын һөйөүселәр, киң ҡатлам уҡыусылар өсөн дә мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы булыр, “Көндәлектәр”­ҙе ҡулына алыусылар Рауил Бик­баевтың ижады, эшмәкәрлеге менән тәрәнерәк танышыр, уны яңыса асыр һәм ауаздаш, уртаҡ тойғоларға, уйланыуҙарға тап булыр.

Мөнир ИҡСАНОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға