29.03.2013 Үәт, ҡыҙыҡ!
Өләсәһе ейәненең маңлайына ҡағыла ла:
– Йә, Хоҙай, балаҡайым, башың шундай эҫе, температураң бар, ахыры, – ти.
– Юҡсы, өләсәй, – ти ейәне. – Һин үҙең һыуынып бараһың.
* * *
Сталиндың музейҙағы балауыҙ һынына текләп, пенсионер ҡарсыҡ өс сәғәт буйы тормоштоң ауырлығына зарланды.
* * *
– Кейәүҙә түгелһегеҙме?
– Эйе. Ике тапҡыр.
* * *
ҡашһыҙ кешене ғәжәпләндереүе бик ауыр.
* * *
– Һаумыһығыҙ! Фатирығыҙҙы минең исемгә яҙҙырығыҙ әле!
– Нимә?!
– Ой, ғәфү итегеҙ, дөрөҫ башламаным, һеҙ Аллаға ышанаһығыҙмы?
* * *
Ике таныш осраша.
– Сәләм! Ниндәй яңылыҡтарың бар?
– Француз телен өйрәнә башланым. Парижда үҙ кеше булғым килә!
– Парижда үҙ кеше булыр өсөн ғәрәп телен өйрәнергә кәрәк.
* * *
– Һөнәр һайлағанда, минеңсә, бер кемдең һүҙенә лә ҡолаҡ һалмаҫҡа кәрәк. Мин медицина университетына тик кешеләргә ярҙам итер өсөн индем.
– Ә ниндәй һөнәргә уҡыйһың?
– Патологоанатом.
* * *
Кисә тәҙрәләрҙе йыуғас, бөгөн көн ярты сәғәткә иртәрәк яҡтырҙы.
* * *
– Мин американдарҙы тик кинола ғына һалдаттарына шул тиклем итеп ҡысҡыраларҙыр тип уйлағайным. Улай түгел икән, улар шул тиклем эмоциональ кешеләр, иҫең китерлек.
Беҙҙең армияла бөтөнләй икенсе: сержант, табуретканы алып, ҡысҡырмайынса, шым ғына һалдаттың башына тондора ла ҡуя.