«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » ТУҒАНЛЫҠ ҺӘМ ПОЭЗИЯ БАЙРАМЫ



26.03.2013 ТУҒАНЛЫҠ ҺӘМ ПОЭЗИЯ БАЙРАМЫ

22 мартта Бәләбәйҙә “Илһам шишмәләре – 2013” шиғриәт фестиваленең һуңғы этабы үтте. Ун дүртенсе тапҡыр үткән поэзия байрамында 14 еңеүсе тәбрикләнде. Улар быйыл ошондай номинацияларҙа билдәләнде: “Шағир һәм заман” (башҡорт, рус, татар һәм сыуаш телдәрендә яҙыусы авторҙар), “Иртәгәһе көнөбөҙҙө һаҡлайыҡ!” (Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына арнала), “Фестиваль асышы”, “Йәштәр поэзияһы”, “Мөхәббәттән донъя нурлана”, “Беҙ бала саҡ иленән”.
Бәләбәйҙең абруйлы премияһы – яугир шағир Фәтих Кәрим исемендәге премия быйыл Барый Ноғомановҡа, Алла Докучаеваға, Рауил Шаммасовҡа (Рауил Шам­мас), туғандаш Сыуаш Респуб­ликаһынан Рәйсә Сәрбигә, С. Амутбаев исемендәге Минзәлә дәүләт драма театрына тапшырылды.
Туғанлыҡ һәм шиғыр байрамына килеүселәр ойоштороу кимәленең юғарылығына хайран ҡалып, оло кинәнес алып таралышты.

Рәзилә ЫРЫҪҡУЖИНА,
“Илһам шишмәләре – 2013” фестивале лауреаты.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға