«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



19.03.2013 Үәт, ҡыҙыҡ!

Эш хаҡының карточкаға күсеүе шул тиклем шәп – бер кемгә лә бурысҡа биреп торорға түгел. Шулай уҡ хәйер һорап тороусылар эргәһенән дә таҙа намыҫ менән үтеп китәһең.

* * *
Һорау алыу бара:
– Юғары белем тураһында дипломды ҡайҙан һатып алдығыҙ?
– Һатып алманым, юлда таптым.
– Алдашмағыҙ инде, юлда һеҙҙең исемгә тәғәйенләнгән диплом ята ине тип ышандырмаҡсыһығыҙмы?
– Нәҡ шулай!
– Был хәлде нисек аңлата алаһығыҙ һуң?
– Бында бер ниндәй сер ҙә юҡ – яңы исемгә паспортты һуңыраҡ һатып алдым. Шул ғына.

* * *
– Һеҙ нисек ЦРУ бинаһына килеп индегеҙ?
– Мин – агент!
– КГБ агентымы ни?
– Юҡсы. Косметика фирмаһы агенты.

* * *
Берәй ҡыҙ менән яҡыныраҡ дуҫлашып китергә теләһәгеҙ, уға вирусҡа ҡаршы программа ҡуйылмаған компьютер бүләк итегеҙ. Ул һеҙҙең ярҙамдан башҡа бер нәмә лә эшләй алмаясаҡ.

* * *
Төркиәнең бөтә халҡы ла Рәсәйҙе күрергә теләй. Сөнки уларҙың шул тиклем итеп ял итерлек хәлгә еткән халыҡтың шул тиклем итеп ҡайҙа аҡса эшләгәнлеген күргеһе килә.

* * *
«Хөрмәтле рәсәйҙәр!
Тәбиғәтте һаҡлағыҙ, Төр­киәлә ял итегеҙ!»







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға