«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Халҡыбыҙҙың донъяға ҡарашын сағылдыра



19.03.2013 Халҡыбыҙҙың донъяға ҡарашын сағылдыра

Ошо көндәрҙә “Башҡорттарҙың дини һәм мистик легенда, риүәйәттәре” тигән китап сыҡты. Уны Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фольклор бүлеге хеҙмәткәре, РФ һәм БР Журналистар союзы ағзаһы Фәнирә Фәсхетдин ҡыҙы Ғайсина төҙөгән. Китапта 1998 − 2012 йылдарҙа ғилми экспедициялар ваҡытында ауылдарҙа автор тарафынан яҙып алынған фольклор материалдары бирелгән. Йыйынтыҡ донъя­ның барлыҡҡа килеүе, фә­рештәләр, бәйғәмбәр­ҙәр, Хызыр-Ильяс, заман ахыры, мәрткә китеү, изге төштәр, зыярат һәм мәсеттәр хаҡында легенда-риүәйәттәрҙән тора. Шулай уҡ башҡорт әүлиәләре тураһында бихисап риүәйәт ингән. Автор ҡушымтала Баш­ҡортостан һәм күрше өлкәләрҙәге әүлиә ҡәбер­ҙәре, изге шишмәләр һәм тауҙар исемлеген дә килтергән.

Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға