15.03.2013 Зәйнәб Биишева әҫәрҙәрен ниндәй ручка менән яҙған?
М. Ғафури музейында "Билдәле башҡорт әҙибәләре" тип исемләнгән күргәҙмә асылды.
Унда башҡорт шиғриәтенә, прозаһына үҙ өлөшөн индергән гүзәл заттарҙың фотолары, портреттары, йыйынтыҡтары, ижадтарына арналған стендтар урынлаштырылған. Бында килеүселәр төрлө йәштә. Әммә мәктәп уҡыусыларының да, оло быуын вәкилдәренең дә ҡыҙыҡһыныуы көслө, улар һорауҙар бирә, фекер алыша. "Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәб Биишева кеүек классиктарҙың шәхси әйберҙәрен бигерәк оҡшаттылар. Килеүселәр улар тотонған һәр нәмәне иғтибар менән ҡарай", − ти музей етәксеһе Светлана Низаметдинова.
Күргәҙмәлә әҙибәләрҙең ҡулъяҙма дәфтәрҙәре, матбуғатта баҫылған әҫәрҙәре, улар хаҡындағы мәҡәләләр менән танышырға була, шулай уҡ ижадсыларҙың ручка-ҡәләмдәре, сәғәттәре, башҡа көнкүреш әйберҙәре лә урын алған. Бында шулай уҡ Факиһа Туғыҙбаева, Таңсулпан Ғарипова, Гөлфиә Юнысова кеүек яҙыусыларҙың ижады менән танышыу, яңы китаптарын күреү мөмкинлеге лә бар. Милли әҙәбиәт музейы фондынан алынған материалдар ҙа ҡыҙыҡлы. Ысынлап та, күргәҙмәнең һәр өлөшө ниндәйҙер яңылыҡ аса, ҡыҙыҡһындыра. Уға башҡорт әҙәбиәтенә битараф булмағандар килә. Күргәҙмә улар өсөн ысын мәғәнәһендә күркәм яҙ бүләге. "Әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһыныусыларҙы көтөп ҡалабыҙ", − ти ойоштороусылар. Әйткәндәй, талантлы башҡорт әҙибәләренә арналған күргәҙмә М. Ғафури музейында 30 мартҡа тиклем эшләйәсәк.
С. ӘХМӘТОВА.