«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



15.03.2013 Үәт, ҡыҙыҡ!

Бер ҡарсыҡ та­бип­ҡа килә:
– Аңлатығыҙ әле, ни өсөн мин йәшенде тәүҙә күрәм, ә күк күкрәүен аҙаҡ?
– Бында бөтәһе лә аңлашыла, әбекәй. Һеҙҙең күҙҙәрегеҙ – алда, ә ҡолаҡтарығыҙ артта, – тигән табип.

* * *
Торлаҡ-коммуналь хужалығы ойошмаһында ултырыш бара. Етәксе:
– Һыуға хаҡты бик ныҡ арттырып ебәргәнһегеҙ, буғай.
– Ниңә улай тиһегеҙ?
– Ана бит халыҡ ҡала урамдарында ҡоҙоҡтар ҡаҙа башлаған…

* * *
Бер ир икенсеһенә:
– Кешеләр сит ил машиналарында елдергән була, ә бына мин кисә үҙебеҙҙекен алдым.
– Бик шәп! Ә гарантияһы нисә йыл?
– Ике!
– Тимәк, ғүмерлек инде…

* * *
Бер чиновниктан:
– Һеҙҙең бала саҡта иң яратҡан фильмығыҙ ниндәй ине?
– «Нисек итеп мил­­лион урларға?»

* * *
Бер ҡатын элекке синыфташын осрата.
– Йәш саҡта һинең менән Ирек араһында оло мөхәббәт ине, – ти.
– Эй, әхирәткәйем, – ти тегеһе, – бөтәһе лә бөттө.
– Нисек инде?
– Сөнки беҙ бит уның менән өйләнештек.

* * *
− Атай, үҫкәс теләгән нәмәмде эшләй алырмынмы икән?
− Юҡ, улым, үҫкәс һин өйләнәсәкһең.

* * *
Мәскәү. 2050 йыл.
− Атай, бында элек бик бәләкәй танаулы кешеләр йәшәгән тиҙәр. Был дөрөҫмө?
− Юҡ, Ашот, был – фантастика!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға