«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



12.03.2013 Үәт, ҡыҙыҡ!

Бик һылыу йәш ҡыҙ туҡыма магазинына килә. Һатыусы ирҙән үҙенә оҡшаған әйберҙең хаҡын һорай.
– Был туҡымағыҙ нисә һум тора?
– Бик арзан, – ти ир, йылмайып, – бер метры – бер үбеү.
– Миңә һигеҙ метр кәрәк. Бына адресым. Туҡыманы өйгә илтегеҙ, өләсәйем хаҡын түләр, – тигән ҡыҙ.

* * *
«Саҡырыу буйынса атай» – бик талапсан, иғтибарлы ир, мәктәп директорына барып, клиентҡа ҡарата бөтә ялыуҙарҙы ла тыңлаясаҡ».

* * *
– ҡатынымдан китәм. Ул үҙенең күп ваҡытын минең көндәшем менән үткәрә. Уға уның менән күңеллерәк, ул матур йырлай, ҡыҙыҡлы нәмәләр хаҡында һөйләй…
– Һин уның менән ирҙәрсә һөйләшеп ҡараманыңмы һуң?
– Нисек инде?
– Нисек, тип ни, яңағына берәйҙе һалыр инең, тим…
– Телевизорғамы?

* * *
Малай тарих дәресенән өйгә бирелгән эште эшләй. Эргәһендә гәзит уҡып ултыр­ған атаһына:
– Атай, гладиатор нимә тигәнде аңлата икән?
– Гладиа-а-тор тигән һүҙ, үтекләй тор, тигән мәғәнәгә эйә, тип уйлайым, – ти атаһы.
– Нисек инде, аңламайым, китаптарҙа бит уларҙы, иң көслө һуғышсылар, тип яҙғандар, – тип аптырай улы.
– Һуң, бәлки, үтек менән һуғышҡандарҙыр. Ана, әсәйеңдән һора. Үтек, уҡлау, себен үлтергестең ниндәй ҡорал икәнлеген ул бик яҡшы белә.

* * *
– Өләсәй, – ти ейәнсәре, – мин берәй ваҡыт үҙемдең принцымды осратырмынмы икән?
– Әлбиттә, һөйөклөм, – тип арҡаһынан һөйә өләсәһе, – бына мин дә бик оҙаҡ көттөм һәм осраттым.
– Ә ни өсөн һин уға кейәүгә сыҡманың, ә олатай­ҙы һайланың?..

* * *
– Улым, – ти өләсәһе ейәненә, – тыуған көнөңә нимә бүләк итәйем?
– Компакт-дискылар, – ти ейәне.
– Һуң, мин бит ниндәйен алырға белмәйем.
– Һин тыңлатып ҡарауҙарын һора һәм үҙеңә ниндәй­ҙәре оҡшамай, тап шуларын ал.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға