23.10.2010 Үәт, ҡыҙыҡ!
Табип күптәнге пациентын осрата.
– Һаумыһығыҙ, һеҙ бик яҡшы күренәһегеҙ. Сей ярағыҙ (язва) ни хәлдә?
– Йәйгелеккә әсәһенә китте.
* * *
Никах – ул насар тәртибең өсөн азатлыҡҡа сығарып ебәрә торған төрмәнең берҙән-бер төрө.
* * *
– Бындай һауаны һеҙ нисек һулайһығыҙ?
– Ә беҙ уны эскә һурмайбыҙ бит!..
* * *
Сираттағы ғауғанан һуң, ир:
– Өйҙә кем хужа: һинме, минме? – ти.
– Мин, – тип ҡысҡыра ҡатыны.
– Ярай, ярай, тыныслан, – ти ир әкрен генә. – Мин бит юрый ғына һораным.
* * *
ҡатын һәр көн иҫерек ирен һүгә:
– Зыяратҡа барып ҡара, күпме кеше эсеп үлгәнен күрерһең, исмаһам.
Икенсе көндө ире тағы эсеп ҡайта һәм:
– Зыяратҡа барҙым, ҡараным, күрҙем, бөтәһенә лә «ҡатынынан», «Балаларынан», «Коллегаларынан», «Ата-әсәһенән» тип яҙылған. Береһенә лә, араҡынан үлгән, тип яҙылмаған, – ти.
* * *
Иғлан.
«Аҡса. Күп һәм тиҙ. Залогһыҙ һәм яуаплылыҡты өҫтөнә алыусыһыҙ. Алам».
* * *
ҡатын диванда телевизор ҡарап ята. Ир аш бүлмәһендә нимәлер эшләй. Бер аҙҙан ул:
– ҡәҙерлем, аш бешеп сыҡты, итте ҡасан һалырға? – тип ҡысҡыра.
* * *
– Атай-әсәйем, олатайымдың атаһына оло хөрмәт күрһәтеп, уның исемен миңә ҡушҡан. Ә хәҙер бөтәһе лә минән көлә.
– Исемең нисек һуң?
– Прадедушка.
* * *
– Алло! Был психиатрия дауаханаһымы? Бында бер кешегә көтмәгәндә шул тиклем яҡшы булып китте.
* * *
– Илгиз улым, яңы уҡытыусығыҙ нисек, һәйбәтме?
– Бик һәйбәт, өләсәй, бик һәйбәт. Бер ай эсендә инде дүртенсе тапҡыр ауырый.