«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



05.03.2013 Үәт, ҡыҙыҡ!

– ҡәҙерлем, – ти ир, – бер аҙҙан үҙем шылтыратырмын. Әле һүгенә алмайым, кәңәшмә бара.

* * *
– Профессор әфәнде, миңә “автомат” буламы?
– Мотлаҡ, тағы ла кирза итектәр.

* * *
– Һуң, мин бит, әсәйең насар бешерә, тимәйем, – тип аҡлана йәш ир. – Әммә ашар алдынан һеҙҙең ни өсөн уҡыныуығыҙға төшөнә башланым, буғай, тип әйтергә генә теләгәйнем.

* * *
Йәш уҡытыусы ҡыҙ әхирәтенә зарлана:
– Класымда бер уҡыусы малай үҙен шул тиклем насар тота, тауышлана, дәрес алып барырға ирек бирмәй.
– Ул малайҙың бер яҡшы яғы ла юҡмы ни? – тип аптырай әхирәте.
– Үкенескә күрә, бар, бер генә көн дә дәрес ҡалдыр­ғаны юҡ.

* * *
– Армияла хеҙмәт иткәнгә тиклем бик яҡшы йоҡлай торғайным. Сөнки һаҡлағандарын белә инем.
Армияла хеҙмәт иткәндә йоҡламаным, ни өсөн тигәндә, һаҡланым.
Хәҙер армиянан һуң бөтөнләй йоҡламайым. Ни өсөнмө? Кемдәр һаҡлағанын беләм...

* * *
Автосервиста машинаһының тәгәрмәстәрен яңыға алмаштырып сығып, үҙ юлы менән китеп барған ирҙең телефонына:
«Әгәр ҙә һеҙ иҫән булһағыҙ, машинағыҙҙы әкрен генә туҡтатығыҙ ҙа, тәгәрмәстәрегеҙҙәге болттарҙы яҡшы итеп бороғоҙ, юғиһә беҙ уларҙы нығытыр­ға онотҡанбыҙ», – тигән смс килә.

* * *
– Профессияғыҙ кем?
– Табип.
– Ә ниңә эшләмәйһегеҙ?
– Һаулыҡ йәл.
– Кемдеке?







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға