«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



26.02.2013 Үәт, ҡыҙыҡ!

Иғлан: «Ғүмерең буйы хыял иткән ир-егетте нисек табырға һәм аҙаҡ ул әҙәм аҡтығы менән нимә эшләргә кәрәклеген аңлата алам».

* * *
– Ғәфү итегеҙ, һеҙ минең урыныма ултырғанһығыҙ!
– Һеҙҙең урын? Һәм быны иҫбатлай алаһығыҙмы?
– Алам. Сөнки унда туңдырмамды ҡалдырғайным…

* * *
2050 йыл. Армияла иҫ киткес тәртип, бөтә ерҙә – иң яңы хәрби техника, йылы кейем, яҡшы итектәр. Ашханала сит илдәрҙәге һымаҡ туҡлыҡлы аҙыҡ, «бабайлыҡ»тың әҫәре лә юҡ. Шул уҡ ваҡытта университеттың беренсе курсында ике генә студент. Береһе – икенсеһенә:
– Эй, һалдат, һине лә армиянан ҡыуҙылармы ни?

* * *
Петросян – интернеты булмағандар өсөн көләмәстәр һөйләүсе.

* * *
Бер ир – ҡунаҡхана хужаһына:
– Мин инде бында алты ай йәшәйем, ә һеҙ әле генә ҡунаҡханағыҙҙа ванна юҡлығы хаҡында әйтәһегеҙ.

* * *
– Ни өсөн умартасы бал алғанда битлек кейә икән?
– Һуңынан ҡорттар уны танып кәрәген бирмәһен өсөн.

* * *
Бер ир иртән күҙҙәрен саҡ аса һәм көс-хәл менән йыуыныу бүлмәһенә бара. Көҙгөгә ҡарай: бите емерек, күҙ төптәре ҡара янған, сәстәре үрә торған, өҫ кейеме ҡот осҡос. Ул шаңҡып тора ла:
– Йә инде, мине тағы ла сит планета кешеләре урлаған икән, – ти.

* * *
Ир төнө буйы йоҡлай алмай, тегеләй ҙә былай әйләнә, ҡатынына ла йоҡларға ирек бирмәй.
– Ниңә һуң тик кенә ятмай­һың, борғоланаһың да борғоланаһың, – тип асыулана ҡатыны.
– Тормош шулай, – тип көрһөнөп ҡуя ир, – борғоланмайынса донъя бармай...







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға