«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Ырыҫлытау ыласыны



20.02.2013 Ырыҫлытау ыласыны

– Залдағы уҡыусыларға ҡарап, үҙемдең алыҫта ҡалған бала сағымды иҫкә төшөрҙөм, – тип башланы һүҙен ҡунаҡ. – Мин дә һигеҙ йыл үҙебеҙҙең мәктәптә уҡыным. Хәҙер улым ошонда белем ала. Ә бит бала саҡта төрлөһө лә була. Хәтирәләрҙең яҡшыһы ла, яманы ла беҙҙе ғүмер буйы оҙата бара. Әлбиттә, ул мәлдәге ҡайһы бер күңелһеҙлектәр хәҙер яман төш кеүек тойолоп китә. – Ул артҡы рәттәрҙә ултыр­ған, шаярырға яратҡан шуҡ малайҙар яғына ҡарап алды. – Гел “бишле”гә уҡыным, тип маҡтана, бала сағым ал да гөл үтте, тип әйтә алмайым. Шөкөр, ул ауырлыҡтар артта ҡалды. Әҙәпһеҙлек әҙәпкә өйрәтте, тигән бит бер аҡыл эйәһе. Минең менән дә шулайыраҡ булды.
Иҙел ағай кемделер эҙләгәндәй ҡарашы менән уҡытыусылар ултырған рәтте байҡаны ла, һағышлы ҡарашын ситкә алып, һүҙен дауам итте:
– Йәл, бөгөн беҙҙең арала Зинира апай юҡ. Йәндәре йәннәт түрендә булһын. Уның дәрестәрен ярата инем. Мәктәбебеҙҙең данлыҡлы алма баҡсаһына заманында беҙ нигеҙ һалдыҡ. Уҡытыусыбыҙ Зинира апай ерҙе яратырға өйрәтте. Уның тупраҡ тураһында мауыҡтырғыс итеп, ерҙең мөғжизәһенә тиңләп һөйләүе бөгөн дә иҫтә. “Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ, ҡап-ҡара тупраҡта ниҙәр генә үҫмәй. Баллыһы ла, әсеһе лә, сөсөһө лә – ерҙән, шул ҡара тупраҡтан. Ә сәскәләрҙең төҫтәренә ҡарағыҙ, ниндәйе генә юҡ. Мең төрлө. Ғөмүмән, барлыҡ ниғмәт, барлыҡ гүзәллек, ризығыбыҙ ерҙән, ҡара тупраҡтан”, – тип әйтер ине мәрхүмә. Ошоларҙы тыңлап, мин бала саҡтан ерҙән айырылмаҫҡа, хәләл көс менән матур итеп йәшәргә ҡарар иттем.
Иҙел ағайҙың күҙҙәрендә тәрән моңһоулыҡ күреп, Рамаҙан камераһын ситкә алырға ашыҡты. Иҙел ағай ҙа бала саҡта Рамаҙан һымағыраҡ үҫкән. Был хаҡта өләсәһенән ишеткәне бар.
– Атаһы Ғимай заманында айнығыу белмәй торған иҫерек булды. Үҙе харап холоҡһоҙ ине, ғаиләһенә көн күрһәтмәне. Хатта иҫереп ҡайтып, Иҙеленең аяғын һындыра типкән. Ярай, уңалды баланың аяғы. Йәнәһе, әсәһен яҡлаш­ҡанға йәне көйгән. – Өләсәһе, дини кеше булараҡ, ғәҙәттә, кәрәген генә, һаҡ ҡына һөйләй, ғәйбәттән бик ҡурҡа. Йәнә былай тигәне иҫендә:
– Ғәйбәт түгел – ғибрәт. Сираттағы күңел асыу­ҙан өшөп ҡайтҡан Ғимай, йылынырға тип, ахыры, томаланмаған мунсаға инеп китә. ҡатыны Хәлимә бер аҙҙан мунсаһын ҡарайым тип барһа, теге еҫкә тонсоғоп үлеп ята икән. Меҫкен Хәлимә өс бала менән тол ҡалды. Бирешмәне, балаларын бынамын итеп үҫтереп кеше итте. Иҙел ағайыңдың бала сағы анһат булманы, ауырлыҡтарҙы еңеп сығып әҙәм булды.
Шуғалыр инде өләсәһе лә, олатаһы ла ике һүҙенең берендә уны үрнәк итеп ҡуя:
– Ана, бер нишандан бер ишан тыуған. Хоҙайҙың рәхмәте яуғыры, нисек булдыҡлы, ярҙамсыл, иманлы бала булып үҫте. Араҡыны өйөнә яҡын юллатмай. Әсәһен ҡәҙер итә. Үҙеңдән юғарыға ҡарап фекер ит, тиҙәр. Һин дә ошо ағайыңдан фәһем ал, йәме, улым.
Олатаһы Иҙел ағайҙы:
– Ырыҫлытау ыласыны ул! – тип атай. – Бирешмәне, ныҡ булды, көслө рухлы ир-егет. Бына шундайҙар йәшәй, көн күрә.
Әлбиттә, ҡунаҡ үткәндәрҙең һәммәһен тәфсирләп һөйләп торманы. Яманлыҡты сурытыу­ҙан ни файҙа. Шуға тиҙ арала үҙен ҡулға алып, йөҙө яҡтырып, сығышын дауам итте:
– Хыялым агроном булыу ине. Һигеҙенсенән һуң башта техникумда белем алдым. Аҙаҡ күптән хыялланған юғары уҡыу йортона юл тоттом. Әсәйем ҡарамағында минән башҡа ике бала, шуға эшләп уҡырға тура килде. Университетты уңышлы тамамлағас, ауылға ҡайтып, үҙ өлөшөмә тейгән пай ерен алдым. Йәшләй яратып йөрөгән ҡыҙға өйләнеп, матур ғаилә ҡороп ебәр­ҙек. Шунан бирле эштән баш ҡалҡытҡан юҡ. Хәҙер балалар ҙа ярҙамлаша. Бөтә ғаиләбеҙ менән күмәкләп мал, ҡош-ҡорт аҫрайбыҙ, умарта тотабыҙ, емеш-еләк, йәшелсә үҫтерәбеҙ.
Ер ҡәҙерен беләбеҙ. Халыҡ: “Ырыҫ тырыш ҡулында”, – ти бит. Фермерҙың һәр әйткән һүҙе Рамаҙандың күңеленә хуш килде. “Их, үҫкәс ошо Иҙел ағай һымаҡ булһаң ине ул”, – тип уйланы, ябайлығы менән бөтә халыҡтың иғтибарын яулаған ҡунаҡтың һәр әйткән һүҙен йотлоғоп тыңланы.
Иҙел ағай сығышын дауам итте. Аҡыллыға – ишара, тигәндәй, төпкә төшөп тормай ғына тормошоноң үтә лә ҡатмарлы булыуын да аңғартты:
– Башта ҡайһы берәүҙәр эшемә аяҡ салырға маташты. Йәнәһе, алма ағасынан алыҫ төшмәй, атаһы эсеп үлде, улы ла алыҫ китмәҫ.
Юҡ, насарҙы күреп, ғибрәт алып үҫһәң, быға юл ҡуймайһың ул. Теләк, маҡсатың булһа, һәр ауыр хәлдән сығыу юлын табырға мөмкин. Тик үҙ көсөңә ышаныу кәрәк.
Рамаҙан фермер ағайға һоҡланып ҡараны. Ниндәй көслө ихтыярлы кеше!
Залдан ҡунаҡтың эше тураһында тулыраҡ һөйләүен үтенделәр. Ул ялындырып торманы, яңы эш башлаусыларға файҙалы булырҙай күп кенә кәрәкле мәғлүмәт бирҙе.
– Фермерлыҡ, йәғни мал-тыуар тотоу – ауылда үҫкән һәр кемгә таныш эш, ата-бабалар­ҙан ҡалған һөнәр. Уның үҙенсәлеге шунда: ал-ял белмәүҙе, егәрлекте талап итә. Уңған булһаң, хан кеүек йәшәргә мөмкин. Йәш дуҫтарыма өҫтәп былай тим: әлбиттә, төплө белем алыу ҙа кәрәк. Фермер агроном да, ветеринар ҙа, механик та булырға тейеш.
Ә сығышының аҙағында ул теләге бар уҡыу­сыларҙы үҙенә эшкә саҡырҙы. Аҙаҡ, тырышлыҡтарына ҡарап, уҡырға инергә ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе.
“Был кеше менән уртаҡ тел табып булыр. Саҡырғас, барырға кәрәк. Исмаһам, китап-дәфтәрлек аҡса булыр”, – тип уйланы Рамаҙан. Уҡырға ингәндә ярҙам итеп ебәрһә, ен һымаҡ эшләргә әҙер. Ошо уйҙан үҫмер дәртләнеп китте, күҙендә осҡондар ҡабынды.
Кисәнең аҙағы бигерәк күңелле төҫ алды.
– Беҙ өс малай үҫтек, – тине Иҙел ағай. – Әсәйебеҙ беҙҙе нисек тә уҡытырға тырышты. Үҙебеҙ ҙә сәмле булдыҡ. Иң кесебеҙ – Ирәндек, сәнғәт академияһын тамамлап, композитор булып китте. Ул – ғаиләбеҙҙең ғорурлығы.
Шунан сәхнәгә тотош Шәмсетдиновтар ғаиләһе – Хәлимә апайҙың бөтә улдары, килендәре, ейән-ейәнсәрҙәре сығып баҫты. Уларҙың концерты әсәйгә арналған йырҙан башланды. Баҡһаң, уны бөтә ғаилә менән ижад иткәндәр. Һағышлы ла, наҙлы ла моң йөрәктәргә үтеп инде. Күптәрҙең күҙҙәрендә йәш бөрсөктәре күренде хатта. Ә мөләйем йөҙлө, аҡ ҡына яулыҡ ябынған, матур бәрхәт күлдәк кейгән инәй – әсәләре сәхнәгә күтәрелгәс, дәррәү ҡул сабыу­ҙар залды тетрәтте.
– Алтмыш йәшеңә бүләккә һиңә алтмыш рауза сәскәһе, әсәй! ҡылған изгелек, яҡшылыҡтарың йөҙләтә кире ҡайтһын! Бынан ары беҙҙең һөйөүгә сорналып, бәхеттә йөҙөп йәшә. Һәр көнөң шатлыҡта, иҫәнлек-һаулыҡта үтһен, – тине өлкән улы Иҙел ағай, бөтә балалары исеменән ҡотлап.
Бер аҙҙан йыйылған бар халыҡ Ирәндек ағай яҙған “Көмөшйылға вальсы”на ҡушылып йырлай- йырлай бейергә төшөп китте. Дәррәү күңел асыу апаруҡ дауам итте. Фәһемле осрашыуҙан барыһы ла ифрат ҡәнәғәт таралды.
Гөлсәскә

Дәрестән сыҡҡас, Рамаҙан ҡараштары менән Гөлсәскәне эҙләне.
Икеһе лә бер яҡҡа ҡайта. Ул арала ҡыҙыҡай күрә һалып, үҙе уға ҡул болғаны. Бергә атланылар. Гөлсәскә клубтағы кисә хаҡында һүҙ башланы:
– Ер мөғжизәһе – тупраҡ, тип Иҙел ағай шәп әйтте, эйеме?
– Минең дә ул турала күп уйланғаным бар. Ерҙе лә, күкте лә ете ҡат тиҙәр.
– Беләһеңме, Рамаҙан, һин дә Иҙел ағай һымаҡ фермер бул! ҡулыңдан киләсәк был эш!
– Әлләсе.
Бая үҙе лә шул турала уйлап ултырғайны, тик бына атаһы йәшәргә, уҡырға форсат бирмәҫ төҫлө. Әсәһе лә йәл. Атаһын иҫенә төшөргәс, уның тағы эсе бошто. И-их, тыныс күңел менән өйгә ҡайтып инер көн булырмы икән?
Өйҙәре тапҡырына еткәс, Гөлсәскә инеп китергә ашыҡманы.
– Их, беҙҙең ауыл бигерәк матур, иветә. –Хистәргә бирелгән ҡыҙ ҡай арала отоп алған, “Көмөшйылға вальсын” көйләргә тотондо.
Яҙҙар еткәс, тыуған ауылымдың
Туғайҙары гөлгә күмелә.
Аҡ ҡайындар толомдарын һүткән
Аҡ күлдәкле ҡыҙға әү(е)релә.
Көмөшйылғам, берҙән-бергенәм,
Көмөшйылғам, йырлы ергенәм...
ҡыҙыҡайҙың бөгөн Рамаҙан менән оҙаҡ итеп һөйләшкеһе килә ине. Ул һүҙҙе уратыбыраҡ башланы.
– Беләһеңме, әүәле кешеләр, йәй етһә, күмәкләп сығып, Көмөшйылғаның тирә-яғын таҙарта торған булған.
– Олатайымдың да һөйләгәне бар. Бөтә ауыл менән сығып, таштарға ултырған мүк, ләмде селек һепертке менән һепереп, йыуып сыҡҡандар.
– Эйе, һыу төбөндәге таштар ап-аҡ булып, ялтырап ятҡан. Ә хәҙер Көмөшйылғаны берәү хәстәрләмәй.
– Әйҙә, йәй етеп, һыу йылынғас, синыф менән сығып, йылғаны таҙартайыҡ.
Гөлсәскә уға йылмайып ҡараны:
– Бик һәйбәт буласаҡ. Эх, беҙҙең Көмөшйылға! Үҫеп еткәс, беҙ ҙә Иҙел ағай кеүек, ауылыбыҙҙан бер ҡайҙа китмәйек. “Көмөшйылға вальсы” мине тыуған яғыма өр-яңынан ғашиҡ итте. Ә һин?
– Хәҙергә бер ни ҙә әйтә алмайым, киләсәк күрһәтер, − тине егет.
– Ә һин хыял йондоҙоңдо ҡабыҙ. Ана, Иҙел ағайҙан өлгө алайыҡ. Атаһы ла, әсәһе лә әллә кем түгел, ә ул беҙҙең Ырыҫлытауҙағы аҡ яурынлы ыласындай ҡыйыу, ауырлыҡтан ҡурҡып тормай, тота ла эшләй. Салауат Юлаев орденын уға юҡҡа ғына бирмәгәндәрҙер.
Икеһе лә уйланып, бер аҙ һүҙһеҙ генә атланылар. Бер аҙ барғас, Гөлсәскә:
– Рамаҙан, һиңә әйтер серем бар,– тине. – Мин мәктәптән китергә йөрөйөм. Өфөлә йәшәгән бер туғаныбыҙ мине рәссамдар әҙерләй торған гимназия-интернатҡа урынлаштыра. Беләһең бит, һүрәт төшөрөргә яратам.
ҡыҙ шунда бер уңайҙан ете ҡат йоҙаҡ аҫтына йәшергән йөрәк серен дә ситләтеп кенә һиҙҙереп ҡуйҙы:
– Хат яҙырһыңмы?
Йөрәгендә бөрөләнгән тәүге һөйөү хисен ҡыҙға нисек әйтергә белмәй йөрөгән егет өсөн был аяҙ көндө йәшен атҡандай булды.
– Ауылдан китмәйем, тигәйнең дәһә.
– Үҙемдең китке килмәй ҙә ул. Тик рәссам булырға тигән теләгем көслө. Уҡып бөтөп, һөнәр алғас, барыбер ауылыма ҡайтасаҡмын. Көмөшйылғабыҙҙың матурлығын Ирәндек ағай йыр аша данланы, мин иһә уны картиналар аша күрһәтәсәкмен.
– Минең дә Өфөләге Рәми Ғарипов мәктәбенә барып уҡырға уй бар. Әллә унынсыға шунда барырға инде.
– Икебеҙ ҙә бер ҡалала уҡыһаҡ, яҡшы булыр ине.
Егет ҡыҙыҡайҙың да күңеле унда икәнде асыҡ һиҙҙе.
ҡапылда һөйөүен тел менән әйтеп бирергә ҡыйманы, олатаһына оҡшатыбыраҡ, аҡыллыға – ишара, тигәндәй, ситләтеберәк әйтеп ҡуйҙы:
– Уҡып белем алам да ауылға ҡайтам, Иҙел ағайҙыҡы һымаҡ ҙур итеп өй һалып ебәрәм.
Гөлсәскә йылмайып ебәрҙе:
– Ә мин унда аллы-гөллө сәскәләр үҫтерермен, йәме.
Бер-береһенең тел төбөн аңлаған егет менән ҡыҙ йылмайып ҡуйҙы, һөйләшеүҙең вәғәҙәгә оҡшаш тиң булыуын икеһе лә аңланы.
ҡыҙҙан һис айырылғыһы килмәһә лә, Рамаҙан тағы өйҙәгеләрҙе хәтерләне. Ниңәлер, йөрәге урынында түгел.
− Ярай, ҡайтырға ваҡыттыр, – тине үҫмер, Гөлсәскәнең тәүләп ҡулдарына ҡағылды. һөйләшер һүҙҙәр күп тә ул, өйҙә көтәләрҙер.

Илама, әсәй!

Рамаҙандың һиҙенеүе тиккә булмаған икән. Атаһы ҡотороп, өйҙөң аҫтын өҫкә әйләндергән.
− Һине дүрт күҙ менән көтәм, улым. Атайың һаташа, яңылыша башланы. Стенаға үрмәләй, әллә кемдән ҡурҡа, эргәһенән ҡыуа, кем менәндер талаша. Тыйып алып булмай, − әсәһе йәшле күҙҙәрен һөрттө.
Кисә генә Рамаҙан интернеттан алкоголиктар­ҙың психик ауырыуы − аҡ биҙгәк тураһында уҡып ултырғайны. Эштең нимәлә икәнен шунда уҡ аңлап алды.
− Табип саҡыртайыҡ, – тине. – “Ашығыс ярҙам”ды, тим. Район үҙәгендәге стационарға тиҙерәк алып барып еткерергә кәрәк.
Бәхеткә күрә, табиптар көттөрмәй килеп етте. Ике санитар Рамаҙандың хәлһеҙләнгән атаһын носилкаға тейәп алып сығып та китте.
Әсәһенең күңелен уйлап, үҫмер үҙенең тынғыһыҙ уй-хистәрен һиҙҙермәҫкә, ныҡ булыр­ға тырышты. Ысыны иһә, эскесе атаһының ауырыуға һабышыуы уның йөрәгенә уҡ булып ҡаҙалғайны. ҡаты ҡайғыға тарыған, шулай уҡ, атаһына ныҡ хәтере ҡалған үҫмерҙең бар булмышын күңел төшөнкөлөгө биләп алды. Тормоштан ваз кисер сиккә етеп, эсе бошто. Был хурлыҡлы хәлде класташтарым, уҡытыусылар белеп ҡалһа, оятымдан ни эшләрмен, тип йәберләнеп уйланды. Мәсхәрә бит, мәсхәрә! “Эшем эйәһе, − тип әрләне ул үҙен. − Тәслимә Ханнан ҡыҙы әйткәнде ауырға алып, үпкәләп, записка яҙып йөрөгән булам бит әле, эшҡыуарлыҡ тураһында хыялланам, кластағы иң сибәр ҡыҙға күҙем төштө, атайымдың кем икәнен онотоп, матур киләсәк тураһында хыялланырға баҙнат итәм”. Йырып сыҡҡыһыҙ хәсрәттән үҫмер башын услап тотоп, урындыҡҡа килеп ултырҙы. Их, атай, үҙеңде лә, беҙҙе лә харап иттең, тип әрнеп уйланы ул, яңыраҡ атаһы иҫереп ятҡан урындыҡ яғына ҡарап. Ниңә был эскеселәр донъяның бар йәмен, балаларын, ғаилә именлеген, һаулығын араҡыға алмаштырырға әҙер тора икән? Был тиклем йәберләнгәндән һуң артабан нисек йәшәргә һуң беҙгә?
Ауыр уйҙарға сумып, башын да ҡалҡыта алмай ултырғанда үҫмер бер ситтә һығылып илап торған әсәһен, өҫтәл янында күңелһеҙ генә ниҙер ашап ултырған ике кесе туғанын шәйләп ҡалды. ҡәҙерле кешеләрен аяныс хәлдә күреп, йөрәге жыу итеп ҡалды, күңелен йәлләү хисе солғап алды. Юҡ, хәҙер уға бирешергә, бәлйерәп төшөргә ярамай. Киреһенсә, әсәһенә, кесе туғандарына терәк булырға тейеш ул. Юғиһә, буш хыялдан алтын һарай ҡороп, ни файҙа.
− Әсәй, илама, дауахананан атайым, Алла бирһә, һауығып ҡайтыр. Эсеүен ташлаһа, барыбыҙға ла һәйбәт булыр. Күмәкләп эшкә тотонорбоҙ. Мал аҫрарбыҙ. Ана, Иҙел ағай, мал тотоу – иң килемле кәсеп, тине.
− Эй, улым, барыһы ла һин теләгәнсә барһа ине лә бит, − тине әсә, ауыр көрһөнөп. – Тик бер эскән кеше һаман шуны ҡыуа торған.
Ятҡас та Рамаҙандың күҙҙәренә йоҡо инмәне. Атаһы йәл ине. Эсмәгән сағында һәйбәт бит ул. Әле лә иҫендә: “Улым, механизатор бул, ир-егет өсөн иң шәп һөнәр шул”, − ти торғайны. Быны ишетеү, эй, күңелле ине, ҡанаттар үҫкәндәй, дәртләнеп йөрөгәйне.
Теге көн Иҙел ағайҙың; “Бөтәһе лә үҙеңдән тора,”− тигәне лә күңелен болоҡһотоп ебәргәйне. Өҫтәүенә, Гөлсәскә менән ихлас һөйләшеү... Оҡшай егеткә был ҡыҙ, бөгөн бигерәк яҡын күренде. Тик атаһының наркология бүлегенә эләгеүен ишетһә, аҡыл менән уйлап эш итеүсән ҡыҙыҡай артабан дуҫлашырға теләрме, нишандан нишан тыуа, тип, янынан ҡасмаҫмы?
Күңелен солғап алған төрлө уй-хистәрҙең осо-ҡырыйы юҡ ине. Эйе, бәләкәйҙән ауыл хужалығы машиналары буйынса инженер булыр­ға хыяллана Рамаҙан. Ә ниңә, ныҡлап тотонһа, булдырыр. Уҡырға таһылы бар, зиһене етерлек. Математика менән нығыраҡ дуҫлашырға тура килер. Белем бит үҙенә кәрәк. Йыш ҡына алгебранан, геометриянан хатта отличниктар сисә алмаған ауыр ғына мәсьәләләрҙе лә эшләп ҡуя. Мәктәптә юғары кластар араһында үткән олимпиадала беренсе урынды алғас, Гөлсәскә, шаяртып, уны “Пифагор” тип йөрөтә башланы. Их, Гөлсәскә! Киләсәктә ауылдаштарын һоҡландырып, әсәһен ҡыуандырып, ауылын йәмләп, фермер Иҙел ағай кеүек итеп йәшәргә ине. Хыял, хыял... Тормошҡа ашырмы икән уның ошо хыялдары? ...
Улы шикелле, Хәлфиә апай ҙа йоҡлап китә алмай оҙаҡ уйланып ятты.

Лира Әхмәт-Яҡшыбаева

(Дауамы. Башы 12-се һанда).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға