«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



20.02.2013 Үәт, ҡыҙыҡ!

Командировканан ҡайтып төшкән ҡатын – иренә:
– Тағы дуҫтарың менән төн буйы һыра эсеп, кәрт һуҡтыңмы? Етте, башҡаса мин үҙ йортобоҙҙа быға ирек ҡуймаясаҡмын.
– ҡәҙерлем, – ти ир, – тыныслан, йорт инде беҙҙеке түгел.

* * *
Ике синыфташ осраша.
– Хәлдәр нисек?
– Нисек, тип ни, бара инде. Атай-әсәйем, уҡы­һаң, сит илгә ебәрәбеҙ йә машина һатып алып бирәбеҙ, ти.
– Был бик шәп тә һуң!
– Бына хәҙер һайлайым инде – йә Монголия, йә «Ока».

* * *
Рәсәй, ҡытай һәм Һиндостандың бергә үткәргән хәрби йыйындарынан һуң Себер территорияһында ҡытайҙарҙың ике миллион кешенән торған ро­таһы юғалған.

* * *
Ирле-ҡатынлы ҡурҡыныс фильм ҡарап ултыра. Экранда ҡот осҡос кәүҙә пәйҙә була. ҡатын ҡурҡышынан:
– Ой, әсәй! – тип ҡысҡырып ебәрә.
Ире:
– ҡәйнәм? Эйе, эйе, оҡшаған шул, – тип ҡуя.

* * *
– Һеҙ сумо көрәшселәренең ябай япондарҙан нимәһе менән айырылғанын беләһегеҙме?
– Әлбиттә, улар ҡалаҡ менән ашай.

* * *
Фотоательела телефон шылтырай:
– Алло, был фотографиямы?
– Юҡ, был тере кеше.

* * *
– Алло, Әлиәне теле­фон­ға саҡырығыҙ әле...
– Ул башҡаса бында йәшәмәй.
– Әйтегеҙсе, уның менән нисек бәйләнешкә инергә була?
– Ә мин һеҙгә уның менән бәйләнешкә инмәҫкә ҡушыр инем…







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға