«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Мин хәбәрһеҙ юғалманым



14.08.2010 Мин хәбәрһеҙ юғалманым

Ил өҫтөнә ябырылған афәт Хәйривараны ла урап үтмәне. Ажарланған ғәрәсәт ише ҡотолғоһоҙ ҡосағына ҡыҫып, башҡа миллионлаған яҙмыштар ыңғайына өйрөлтөп-әйләндереп алды ла китте. Хәйер, ул нисек урап үтһен инде? Илдә йәшәгән һәр кем ватанының киҫәксәһе лә. Бер бөтөн кисергән мәлдә киҫәксә ситтә ҡала аламы?
ҡустыһы Ғилмитдин менән улар тап булышты. Байтаҡҡа алданыраҡ киткән туғаны Әлкәлә хәрби әҙерлек үтеп ята икән. Уйламағанда юлдары киҫешеүгә ҡыуанып бөтә алмаған ағай-эне, форсатын тура килтереп, фотоға төштө. Төшөүен-төштөләр, ә ошо осрашыу улар өсөн һуңғыһы икәнлеге баштарына ла инеп сыҡманы. Улар һуғышҡа китеп барһа ла, үлер өсөн бармай ине...
Һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәгән, бер-береһенә ҡарап танһыҡтары ҡанмаған (әйтерһең дә, ун йыл күрешмәгәндәр!) Хәйривара менән Ғилмитдин ауылдың иң абруйлы, иң хөрмәтле кешеләре булды. Береһе, ҡустыһы – уҡытыусы, икенсеһе ауыл советы сәркәтибе ине. Һуңғараҡ эшкә сымыры, ипле, яңыса фекерләй белгәнен, йыйнаҡлығын күреп, ағай кешене район үҙәгенә саҡырып алдылар.
Нөғәмәнов ер эштәре менән шөғөлләнде. Эшмәкәрлеге ҡатмарлы осорға тура килһә лә, вазифаһына намыҫ менән ҡараны. Колхоздар менән совхоздарҙың яңы тыуып ятҡан сағы. Ул яҡтан да, был яҡтан да ҡы­ҫымға алыусылар күп булды: һәр кемгә яҡшыраҡ, уңдырышлыраҡ ер кәрәк. Әле хәтерендә, бер мәл Мәскәүҙең тура үҙенә буйһонасаҡ «Заготскот» селтәрен булдыра башланылар. Уның арыу ғына ҙур бер филиалы районда ла ойошторолдо. Яҡшы яҡтан үҙен күрһәтеп ҡалырға теләгәндер инде, райкомдың беренсе секретары Хәйривараны шунда уҡ «порука»ға алды. Ул «Заготскот» өсөн көтөүлек биләмәләрен ҡаралғандан күберәк бүлдереп, аҙыраҡ күрһәтергә самаланы һәм бөтөнләй икенсе, ҡара тупрағы боҫрап ятҡан урындан. Өлкән-өлкән түрәләр бит мәркәздең үҙенән килеп ҡараясаҡ.
Хәйривара тейешле ергә барғанда ысын-ысындан оло мәжлес ойошторолғайны. Һимеҙ-һимеҙ тәкәләр һуйылған, төрлө эсемлек тулып ултыра. Торғаны һабантуй инде. Бындайҙы күп күргән тәжрибәле белгес шунда уҡ аңлап алды: тимәк, уны һатып алырға теләйҙәр. Һәм ул, йыйында туҡталып тормаҫтан ғына, үҙ эштәрен бөтөрҙө лә, ҡайтты ла китте. Ерҙәр тәғәйен урындан һәм тейешенсә кимәлдә бүленде. Аҙаҡ, биләмәләр яңылыш үлсәнгән, тигән ялыу буйынса Өфөнән комиссия килеп йөрөнө, әммә Нөғәмәновтың эшендә бер хилафлыҡ та тапманылар. Әлеге осраҡтан һуң «беренсе» Хәйривараға ҡырын-мырын ҡарап, теш ҡайрар булды. Мутлыҡтары өсөн урынынан осоп киткәнсе. Уның ҡарауы, ер белгесенең намыҫы таҙа ҡалды. Заманына күрә юғары ғына дәрәжә биләгән утыҙ ике йәшлек ир өҫтөнән шунда уҡ тағы ялған донос яҙыусыһы табылды – ил буйлап 1937 йыл атлай ине. Хәйривара ниндәйҙер мөғжизә менән үҙен-үҙе яҡлап ҡала алды. Шуның арҡаһында береһенән-береһе бәләкәй өс баланы – атайһыҙ, ҡатыны Фәүзиәне ирһеҙ ҡалыуҙан ҡотҡарҙы. Әлеге шул аҡылы инде. Зиһене етеңкерәмәй, бер генә яңылыш һүҙ ысҡындырып, яҙа баҫтымы – башы Себергә китә ине. Ярай әле Себер менән генә ҡотолһаң...
Ә һуңынан... һуңынан, тормоштар шөйлә матурланып, донъя рәхәтлеген күрә башлағанда, бөтә өмөттәрҙе селпәрәмә килтереп, йәшәйештәрҙе баштүбән әйләндерә һуҡҡан тәреле яу ябырылды һәм аяуһыҙ ҡан ҡойош башланды. Яман ҡырылышта береһенән-береһе ҡеүәтлерәк дәүләттәр генә бәрелешеп ҡалманы, ҡитғаға ҡаршы ҡитға сыҡты. Ете йылға һу­ҙылған әлеге ҡапма-ҡаршы тороуҙың ниндәй эҙемтәләргә килтерәсәген әле бер кем дә әйтә алмай ине...
Ауылдаштарының байтағы һалдат шинеле кейергә өлгөрһә лә, Хәйривараны саҡыртыуҙы, ни сәбәптәндер, һуҙа килделәр. Һәм бына, ниһайәт, 1941 йылдың декабре баштарында уға ла ҡағыҙ тотторҙолар. Өйөнән сығып китеүгә өс көн тигәндә ул инде һуғыштың ҡайнап торған урынында. Ғәжәп, башҡаларҙың китеүен ауыр кисергән ир был юлы хатта иркен һулап ҡуйҙы. Юғиһә ярты йыл эсендә тол ҡалырға өлгөргән йәп-йәш ҡатындар, һуғыштан имгәнеп ҡайтҡан яу­гирҙар ҡырын-мырын ҡарай башлағайны. Йәнәһе, ҙур түрә булғас ни, һуғышҡа ла бармай ята. Эй-й, был әҙәми зат! Үҙенән башҡаға саҡ ҡына ла һәйбәтерәк булмаһын – күрә алмай башлай. Заман-ҡоролошона күрә кешеләр ҙә шулай аҙамы икән әллә?
Шундай көнсөлдәрҙең береһе райсоветта эшләне. Эшләне тип, үҙенең ҡулынан йүнле бер эш килмәй, фекерләү яғы ла самалы ғына, ә белемле булып ҡылана. Етмәгән аҡылын башҡаларға өйрәтеп булаша. Бына ошоноһо иң ҡурҡыныслыһы ине. Өҫтәүенә, үҙенән хәмер еҫе китмәне. ҡыҫынҡы ғына кабинетта бергә ул­тырғанғамы, мәңге баҫалҡы холоҡло Хәйривара тирәһендә уралыр ине. Бөтөн нәмәһен унан эшләтеп алыр ҙа, күрҙегеҙме ағайығыҙҙы, тигәндәй, күкрәк киреп йөрөй торғайны. Нисек итеп шул башһыҙ әҙәм райсовет һынлы райсоветҡа эшкә урынлаша алды икән? Ошо һорауҙы Хәйривара үҙ-үҙенә йыш ҡына бирер булды. Барыһы ла асыҡланғанға тиклем.
Хәйер, ул бәндә власть органдарына нисек килеп ингән, шул рәүешле еңел генә осоп китте. Әлеге шул аңралығы сәбәпсе инде. Өфөнән килһә лә, ябай ғына кейемле оло вәкилде коридорҙа әселе-сөсөлө һүҙҙәр менән һүгеп ташлаған. Танымайса. Мәңге иҫерек булғас ни. Ауыл кешеһе тип уйлаған, күрәһең. Ауылдан килгәндәр менән һәр саҡ шулай ҡылана торғайны. Аҙаҡ: «Кем икәнлеген белдерһәң була инде», – тип Хәйривараға үпкәләп маташты. Әйтерһең дә, вәкил килгәндә ул уның еңенән тартып торорға тейеш булған. ҡыҙыҡ кешеләр була бит. ҡыҙығын-ҡыҙыҡ, Хәйривара һиҙемләне, теге уҫал ниәт менән яҙылған шикәйәт тә тап ошо әҙәмдең эше булды. Ит изгелек – көт яуызлыҡ. Шулай ҙа һуңынан белде: сәрхүш әҙәм райсовет башлығының бажаһы икән, ҡәһәрең. Бер туған. Бына шулай, йәмәғәт эшенә зыян килһә-килһен, тик бажа нужа күрмәһен...
– Старшина Нугаманов! – Баянан бирле батальон ат-ужаһын рәтләп булашҡан Хәйривараның ауыр уйҙарын талапсан тауыш бүлдерҙе. Комбат икән.
– Я, товарищ майор!
– Старшина, обоздар кискелеккә әҙер булырға тейеш. Эңер төшөү менән ҡуҙғалабыҙ. Яҡты күҙҙә өлгөрөп ҡалығыҙ.
– Так точно, өлгөрәбеҙ! Йөктәр инде тейәлеп бөткән тиерлек.
– Яҡшы, һәр ваҡыттағыса, һынатмаҫһығыҙ тип ышанам.
Төптән ныҡ, яурынтаҡ, саф башҡорт ҡиәфәтле, осҡор ҡарашлы батальон старшинаһы Нөғәмәнов йәшкә үҙенән күпкә кесерәк командирының йылы мөнәсәбәтенән ҡәнәғәт ҡалды. Уларҙың ҡаты бәрелештәрҙә шаҡтай ҡаҡшаған хәрби часы Тула ҡалаһы янында тора. Сит ерҙәрҙе анһат ҡына ҡулға төшөрмәксе булып ымһынған фашист илбаҫарҙары хәҙер, сасҡау һыуыҡтар өтә башлағас, яҡшы аңлай: йә беҙ советтарҙы, йә улар беҙҙе. Өсөнсөһө бирелмәне. Шуның өсөн дә йән-тән аямай алға – Мәскәүгә ынтыла. Советтарҙың баш ҡалаһы аша ғына, күренеп тора, ә ниндәйҙер бер Тула уларҙың юлында тамаҡҡа арҡыры торған һөйәк ише. Маңлайға-маңлай күпме тапҡыр һөжүм итеп ҡараһалар ҙа, ала алманылар. Әле бына һуңғы көндә генә, нисектер, тыныслана төшкән һымаҡтар. Әллә төңөлә барыуҙары шулмы? Бәлки, берәй этлек уйлайҙарҙыр?
ҡасандан көтөлгән контрһөжүмдәре һаман башланмай ҙа башланмай. Мәскәү һынлы Мәскәүҙе ҡалдырырға йыйынмайҙарҙыр бит инде. 1812 йылда, ярай, ғәскәрҙе һаҡлап ҡалыу хаҡына баш ҡаланы биреп ҡотолғандар. Заман башҡа – заң башҡа, хәҙер бит заманалар икенсе. Бөтөнләй икенсе. Гитлер һиңә Наполеон түгел, Мәскәүҙе бер ҡулға төшөрһәме...

* * *
Көн үҙәге ауышҡанда борсолоуы ҡаҡса йөҙөнә сыҡҡан комбат ҡулы аҫтындағы командирҙарҙы блиндажына йыйҙы.
– Иптәштәр! – Эске хәүефтән тоноҡлана төшкән баҫалҡы тауыш менән һүҙ башланы, – иптәштәр, әҙер булығыҙ, һеҙгә үтә лә яман хәбәр еткерергә мәжбүрмен: беҙ ҡамауҙа ҡалғанбыҙ. Оборона тотҡан арала немецтар беҙҙе ике яҡлап урап үткән. Күршеләр, тимәк, сыҙамаған.
Йыйылыусылар бер-береһенә ҡарашып ҡуйҙы. ҡараштарҙа аптырау ҡатыш көҙөк, хатта бер аҙ ҡурҡа төшөү ғәләмәте лә сағыла ине. Әммә төшөнкөлөккә бирелеү тойолманы. Ошоно үтә күреп торған тәжрибәле майор иркен һуланы. Утлы ҡулсаға эләгеүҙәре хаҡында ул, уратып-суратып тормайынса, юрый тураһын әйтте, буғай. Һынап ҡарамаҡҡа. Хәҙер белде: командирҙары һынатмаясаҡ. Улар өсөн күңеле тыныс. Юғалып ҡалмаған командирҙың яугирҙары ла һынатмаҫ.
– Мин әле генә ҡәтғи фарман алдым, – комбат һүҙен дауам итте, – ул фарман буйынса беҙ, данлыҡлы ҡыҙыл Армия боецтары, бер нимәгә ҡарамайынса ҡамау ҡулсаһын өҙөп сығырға тейешбеҙ. Бөгөн үк! Иртәгә һуң буласаҡ. Һорауҙар?
– Иптәш комбат, рөхсәтме? – Таушалған бушлатын рәтләй-рәтләй, аяҡ үрә баҫҡан Нөғәмәновтың йөҙө хәстәрле ине, – ә обоздар менән нисек итербеҙ? Юлһыҙ ерҙә машиналар үтә алмаясаҡ.
– Үтә алғансы барырбыҙ.
– Ә артабан?
– Старшина, көн элгәре паникаға бирелмәй торайыҡ, мәле еткәс, күҙ күрер. Тағы һорауҙар булырмы? Башҡаса һорауҙар юҡ, – батальон командиры, бер аҙ тынып торғандан һуң, тағы һүҙ башланы. Был юлы уның тауышы тантаналы ишетелде:
– Бөркөттәрем минең! Һеҙҙең менән миңә утты ла, һыуҙы ла кисергә тура килде, әжәл күҙенә тура ҡараған мәлдәр аҙ булманы. Шөкөр, һынатманығыҙ. Был яғына ла шулай булыр, тип уйлайым. Уйлайым ғынамы – ышанам. Ошоғаса теләһә ниндәй ауырлыҡ алдында ла ҡаушап ҡалманығыҙ. Үҙегеҙҙе ысын совет һалдатынса тоттоғоҙ. Әммә хәл ҡырҡыулаша. Иманым камил, алда торғандар янында сүп һымаҡ ҡына булып тойоласаҡ. Мин быны һеҙҙе ҡурҡытыр өсөн әйтмәйем. ҡамауҙа ҡалыу – уйын эш түгел. Бында йә йырып сығаһың, йә...
Комбаттың, мәле еткәс, тигәне үҙен оҙаҡ көттөрмәне. Боеприпас тейәлгән өс, тыңҡыслап аҙыҡ-түлек тулты­рылған ике машина ҡарҙы йырып алыҫ бара алманы. Ярты саҡрым ер үттеләрме-юҡмы, бүҫкәләренән көрткә сумдылар ҙа ҡатып ҡалдылар. Ни алға, ни артҡа китә алмайҙар. Әйтерһең дә, элек-электән ошонда торғандар. Уларҙы хәҙер урындарынан ҡуҙғатыу тураһында һүҙ ҙә булыуы мөмкин түгел ине. Ныҡлап һеңделәр.
– Обоздарҙы яндырырға-а! – Командирҙың ошо фарманы хөкөм ҡарары кеүегерәк яңғыраны, – артабан үҙебеҙ генә китәбеҙ.
– Иптәш майор, яраған эш булырмы? Обоздарҙы әйтәм, – Нөғәмәнов шунда уҡ тегенең ҡаршыһына килеп баҫты.
– Башҡаса нимә тәҡдим итә алаһың, старшина?
– Шул көйө ҡалдырып киткәндә? Урын төпкөл, урман ҡараңғы. Немецтар, бәлки, бында килеп тә сыҡмаҫ.
– Мин һине аңлайым, Нугуманов, – комбат ауыр көрһөндө, – старшина булараҡ, мөлкәт өсөн борсолаһың, сөнки һин яуаплыһың. Үҙемдең дә йән әсей: һалдатҡа ашау наҡыҫ, боеприпас етешмәгәндә күпме дәүләт харап була. Әммә ниндәй хәлдә ҡалғаныбыҙҙы күреп тораһың. Шуның өсөн мин һине әлеге яуаплылыҡтан азат ҡылам. Һине бер кем дә хөкөм итмәҫ.
– Шулай ҙа...
– Был – приказ, старшина! Һин бит хәрби кеше.
– Әлбиттә, армияла приказ менән көллөһөн дә эшләтергә була. Бигерәк тә бөгөнгө кеүек хәрби осорҙа, – Хәйривара, эстән ярһып барһа ла, тыштан тыныс булырға тырышты, – ләкин, иптәш майор, бынауындай мөлкәт өсөн баштан һыйпамаҫтар. Унан, кешелеклелек тигән нәмә лә бар бит әле.
Батальон командиры ошо урында уйға ҡалды. Шунан:
– Конкретно нимә тәҡдим итәһең һуң, старшина? – тип ныҡыш һалдаттың арҡаһынан ҡаҡты.
– Мине обоздар янында ҡалдырығыҙ, – булды яуап.
– Һин үҙ аҡылыңдамы, Нугаманов?
– Так точно, иптәш комбат! Үҙ аҡылымда һәм барыһын да үҙ ихтыярым менән эшләйем.
Аптырай төшкән майор, был ысынлап әйтәме, әллә герой булып ҡылана ғынамы, тигән һымаҡ, Хәйривараның ут сәскән йәшкелт күҙҙәренә төбәлде. Ул күҙҙәрҙә яһалма геройлыҡтың тамсыһы ла юҡ ине. Барыһы ла ихлас күңелдән һәм ысын йөрәктән! Ә ҡараш! ҡараш һуң ниндәй! Бөркөт ҡарашлы тип, әлбиттә, ошондайҙарға әйтәләр. Бындай ҡараш хужаһын бер ниндәй бойороҡ менән дә, өгөт менән дә һындырып булмаясаҡ, комбат, әле килеп, ошоно аңланы.
Старшина ҡәтғи рәүештә ҡаршы булһа ла, батальон командиры уның менән тағы ике һалдатты ҡалдырырға ҡарар ҡылды. Ғәҙәти булмағанса, һалдаттарҙы Хәйривараның үҙенә һайлап алырға рөхсәт ителде. Ләкин ул һайлап торманы, теләктәре булғандарҙы үҙ иркенә ҡуйҙы. ҡалыусылар ун туғыҙ йәшлек сая башҡорт егеттәре Лоҡман менән Солтан ине.
– Яҙмышты һынама, Нугаманов, машиналарға алдан уҡ шартлатҡыс­тар ҡуйығыҙ. Барыһына ла. Ишетәһеңме? Бәрелешкә инергә артыҡ тырышып тормағыҙ, был мәғәнәһеҙлек. Дошман күренеп ҡалыу менән обоздарҙы... Хәйер, һиңә өйрәтәһе түгел, үҙең беләһең...
– Есть шартлатҡыстар ҡуйырға! – Старшина Нөғәмәнов майорға башлағанын әйтеп бөтөрөргә ирек бирмәне.
* * *
Хәтәр осоноп ҡалған булһа ла, шартлатҡыстарҙы урынлаштырғанда Хәйривараның йөрәге әрнене: шулай уҡ ошо хәтлем әйбер тиктомалға күккә осормо икән ни? Быға юл ҡуймаҫҡа кәрәк ине лә, нисек килеп сығыр... Бул­дыра алырмы? Ты­рышырға, снарядтар менән аҙыҡ-түлекте һаҡлап ҡалыу хаҡына мөмкин булғандың барыһын да эшләргә кәрәк. Ә, бәлки, мөмкин булмағанын да. ҡоралы ла, аҙығы ла яҡын киләсәктә кәрәк буласаҡ. Ныҡ кәрәгер. Бына контрһөжүм башланһын әле...
Һиллек хөкөм һөргән урман эсендәге тейелмәгән ҡар өҫтөндә батальон үткән юл ярылып ята. Ошоноһо – әлеге мәлдә иң кәрәкмәгәне һәм эсте бошорғаны. Бына ҡасан ул, ирекһеҙҙән, тиҙерәк күҙ асҡыһыҙ буран күтәрелеүен теләйһең. Уныһы ла бит кисә генә һепертә ине, бөгөн килеп баҫылды ла ҡуйҙы. Һепертеп кенә эҙҙәрҙе күмеп киткәндәме. Немецтар был урынға тығылып та тормаҫ ине.
– Һеҙ инде батальон артынан китһәгеҙ ҙә була. – Миналарҙы урынлаштырып бөткәс тә старшина һалдаттарҙы ошо һүҙҙәр менән шаҡ ҡатырҙы.
– Нисек инде, китһәгеҙ ҙә була? – Ғәләмәт һонтор Солтан ҡуңыр күҙҙәрен селт-селт йомғослап алды, – ә һеҙ? Беҙҙе бында, иң һуңғы ҡурҡаҡ ише, посты ташлап ҡасыр өсөн ҡалдыр­ҙылармы?
– Юҡ инде, рас ышаныс белдергәндәр икән, ахырғаса һинең менән булыр­ға тейешбеҙ, Хәйривара ағай, – Лоҡман һалдаттың саф башҡортсалап өндәшеүе сәйер генә тойолдо. Шул арала урыҫ телмәренә күнегеп тә барыла, ә. – Беҙ бит хәрби ант биргән.
– Эй-йе, антҡа хыянат – енәйәт­тәрҙең иң ауыры. Шулай ҙа... Һеҙ бит әле йәштәр. Һеҙгә йәшәргә лә йәшәргә. – Утыҙ етенсе йәшен ҡыуған Хәйривараға әле егермеләре лә тулмаған егеттәр ихлас күңелдән йәл ине.
– Юҡ, тинек бит инде. – Был юлы Лоҡман руссалап әйтте.
Солтан, нисек инде иптәшеңде яңғыҙын ҡалдырып ҡасырға мөмкин, етмәһә, командирҙы, тигән кеүек аңшайып торҙо, ахырҙа:
– Старшина, өгөтләп маташма, беҙ һине ташлап бер ҡайҙа ла китмәйбеҙ, – тип ҡырт киҫте.
Өсөһөнөң дә күңелендә ауыр тойғо ҡалдырған йәпһеҙ һөйләшеү ошо рәүешле осланды.
Яҡын тирәне әйләнеп, урынға разведка яһанылар. Алдарында асылған хәл-күренештәр ҡыуанырлыҡ түгел ине. Шыйыҡ, шуның өсөн ышанысһыҙ ағаслыҡ эсендәге бәләкәй генә, ҡыҫынҡы аҡлан уртаһында ҡатып ҡалған машиналар әллә ҡайҙан: «Беҙ бында!» – тип ҡысҡырышып тора. Уларҙың дошман күҙенә салынмай ҡалыуы хаҡында хыялланаһы ла түгел. Ошо арҡырыһы-буйы бер нисә тиҫтә метр асыҡлыҡта үлемесле алышҡа инергә тура киләсәк. Үлемесле алыш­ҡа. Немецтар уларҙы шәйләгән хәлдә, нисек кенә теләмәһәң дә, башҡаса сиселештең булыуы мөмкин түгел. Ярҙам көткәндәй урын юҡ. Барыһы Мәскәүҙе һаҡларға йәлеп ителгән. Бөтә ил баш ҡаланы ҡурсалағанда өс һалдат менән биш машина йөк нимә ул?! Сүп! Диңгеҙ эсендәге тамсы! Шулай ҙа диңгеҙ әлеге тамсыларҙан йыйыла. Белеп эш иткәндә, өс кеше лә көс. Ҙур еңеү тураһында хыялланғанда ла үҙ ғүмереңде ҡиммәтерәк хаҡҡа...
Ана, дошман әле күренмәй ҙә, ә Хәйривара әллә нимәләр уйлай башланы.
Арыраҡ, тәрән йыраҡа ашаһында ҡыйралған танкылар тулып тора. Беҙҙекеләр менән немецтарҙыҡы буталып бөткән. Уларға күҙҙәрен ҡыҫа биреп ҡарап торған старшина Нөғәмәнов ҡәнәғәт ҡалды: шунда ла тимер дәжжәлдәрҙең аҡ тәрелеләре күберәк. Байтаҡҡа күп. Танкыларҙың ҡай берҙәре һаман быҫҡый. Күңел болғандырғыс көйөк еҫенә ҡарағанда, уларҙың эсендәге кешеләр яна.
Һай ғына окоптар янына барып сыҡҡан өсәүҙең иҫ-аҡылы китте: үлектәрҙән бында баҫыр урын юҡ ине. Был урында, бәләкәй генә ҡалҡыулыҡ өҫтөндә, сит-ят ерҙәргә ымһынып килгән фашист ҡалдығы менән тыуған иле хаҡына таш ҡая булып торған совет һалдаттары боғаҙ сәйнәшкән. Бында ҡан йылға булып аҡҡан. Ошо рәүешле күпме дауам итер? Кемкемде? Хәйер, был һорауҙың булыуы ла мөмкин түгел. Ана, Сталин: «Беҙҙең эш – тоғро, беҙ еңәсәкбеҙ!» – тине бит. Ул булмаҫтайҙы һөйләп тормаҫ.

Иҙрис НОғоманов.
Әбйәлил районы.

(Дауамы киләһе шәмбе һанында).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға