«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Илһам



12.02.2013 Илһам

Шәхрезада

Дәртләнеп һөйләй әкиәттәрен
Минең ҡунағым «Мең дә бер кисә»,
Һиҙелмәй генә үтә төндәрем,
Бындай төндәрем булыр һуң нисә?

ҡушымта:
Шәхрезадам, әкиәттә кеше яҙмышы,
Шәхрезадам, йөрәгемдә һөйөү
һағышы.

Көнсығыш ҡыҙы – сүлдәр сәскәһе,
Алыҫ илдәрҙән килдең һин миңә,
Йөрәкте яулап айлы төндәрҙә,
Һөйөү утына һалдың һин ниңә?

ҡушымта.
Әкиәт иле ҡалды алыҫта,
Сихри төндәрем ҡайтмаҫ һис ҡасан.
Йәшлегем уҙғас, ошо төндәрҙең,
Янып һөйөүҙең серен мин асам.

ҡушымта.

Юлсы

ҡышҡы төндә ҡотора
көслө бурандар,
уттар һүнгән өйҙәрҙә,
йоҡлай урамдар.

Һуңға ҡалған бер юлсы
өйгә ашыға,
елдәр хәлен аңламай, ‒
иҫә ҡаршыға.

Гүйә, буран юлсыны
уйлай тоторға,
шунан уны ҡолатып
теләй йоторға.

Кеше һис тә борсолмай,
атлай ҙа атлай,
ҡурҡыуҙы белмәгәнде
яҙмыш та һаҡлай.

… Була беҙҙең тормошта
еле-бураны.
Юлсы һымаҡ үтәйек
ғүмер урамын.

ҡайттым һағынып

ҡайттым һағынып
тыуған яҡтарға,
Ерем биҙәген
йырҙа маҡтарға.

Йырҙар йырланым,
тулып күңелем,
Илем йәшәһен
моңға күмелеп.

Мәңге ҡалырмын
моңло илемдә,
биҙәктән торған
тыуған еремдә.

ҡышҡы юлдар

ҡышҡы юлдар – сикһеҙ юлдар,
Аттар дәртле сабалар,
ҡарға сумған аҡ ҡайындар
Артта тороп ҡалалар.

ҡушымта:
Һөйгәнемә алып бара
ҡышҡы юлдарым,
Юлдарымда үтһен ине
йәшлек йылдарым.

ҡышҡы юлдар – ауыр юлдар,
көтә ҡарлы далалар,
Мине аңлап, мине йәлләп
аттар етеҙ сабалар.

ҡушымта.

ҡышҡы юлдар – ҡарлы юлдар
миңә шулай яҡындар.
Һөйгән йәрем алда көтә – ‒
йөрәгемдә ялҡындар.

ҡушымта.

Һөйөү еле

Яҙғы елдәр һөйгәнемдең
сәскәйҙәрен тарата,
Һөйөү хисен улар шулай
белдерергә ярата.

Үҙем былай көнләшмәйем,
Әммә һиҙә йөрәгем:
Кемдер һине иркәләһә,
булмаҫ минең кәрәгем.

Шул саҡ һине юғалтырмын,
бик алыҫта ҡалырмын,
Ләкин елдәй яратыуҙы
йөрәгемә һалырмын.

З. ҡОЛТАЕВ.
Күгәрсен районы,
Мораҡ ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға