12.02.2013 Үәт, ҡыҙыҡ!
Табипҡа күренергә яҙылыу ул бер эш кенә, ә уға тиклем йәшәргә кәрәк бит әле.
* * *
Бер ханым бәләкәй улы менән банкоматҡа килә һәм уға:
– Хәҙер аҡса алабыҙ ҙа, магазинға барабыҙ, – ти. Һәм картаһын тығып, аҡса ала. Быны күҙәтеп торған улы бышылдап ҡына:
– Әсәй, ул йәшниктең эсендә атайым ултырамы ни? – ти.
* * *
Авиакомпания директоры лайнер командирына:
– Пассажирҙар менән һөйләшер алдынан нимә әйтергә теләгәнегеҙҙе яҡшылап уйлаһағыҙ ине, – ти.
– Ниңә улай тиһегеҙ? – тип аптырай ир.
– Ошо көндәрҙә лайнерҙы ултыртырға әҙерләгәндә һеҙ микрофонға: «Ергә ултырғанға тиклем мин бөтәгеҙ менән дә хушлашырға теләр инем!» – тигәнһегеҙ.
* * *
– Нимә һөйләйһегеҙ, ниндәй ришүәт? «Франклинға – 100 йыл» тигән йәшел төҫтәге, бөкләнеп бөткән открытканы миңә бүләк иттеләр!
* * *
Әгәр ҙә һурпа шарап һымаҡ тәмле, шарап тауыҡ һымаҡ ҡарт, тауыҡ официантка һымаҡ һимеҙ, официантка минең кеҫәләрем һымаҡ таҙа булһа, был онотолмаҫлыҡ киске аш булыр ине.
* * *
Өс егет һөйләшә. Беренсеһе:
– Быйыл Яңы йылды Мысырҙа ҡаршыланым. Матур ҡыҙҙар, диңгеҙ, ҡыҙыныу урыны.
– Ә мин Һиндостанда филгә атланып йөрөнөм, – ти икенсеһе. – Көндәр иҫ киткес йылы, емеш-еләк, сибәр һинд ҡыҙҙары.
– Мин дә, – ти өсөнсө егет, – һеҙҙең менән бергә өйҙә, аш-һыу бүлмәһендә ҡаршыланым. Тик тартманым…